Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡартлыҡтағы бәхет – иң ҙурыһы
Ҡартлыҡтағы бәхет – иң ҙурыһы Бәхетле ҡартлыҡ кисереүсе хеҙмәт ветерандары Сәйҙә менән Әхмәҙулла Насиповтар бына инде алтмыш ике йыл тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоноп бергә атлай. Үрге Һаҙ ауылында иң өлгөлө һәм абруйлы ғаилә булараҡ та ауылдаштары уларҙы хөрмәт итә.

Сәйҙә Рәхмәтулла ҡыҙы – Тү­бәнге Һаҙ ауылынан. Бала саҡтан теремек, зирәк булып үҫә ул. Һуғыш осоро балалары бу­лараҡ, уларға бар ауырлыҡтарҙы үҙ ел­кәһендә татырға тура килә. Ишбай ауылында тыуып, буй еткер­гән Әхмәҙулла Насиповҡа кейәүгә сыҡҡас, йәштәр район­дың төрлө ауылдарында эшләй. Элекке осорҙа йәш ғаиләләрҙе колхоз­дың барлыҡ бүлексә­ләре­нә ебә­рер булғандар. Хаҡлы ялға сығыр алдынан улар Үрге Һаҙ ауы­лына килеп төпләнә. Эшһө­йәр, тырыш ветерандарҙың фиҙа­кәр хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр, юбилей миҙалдары менән баһалана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Наси­повтарға бала һөйөүе татырға яҙмай, әммә улар туғандарының балаларын яҡын күрә, уларҙы тәрбиәләргә, белем биреүгә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Изгелеккә изгелек менән яуап бирә улар ҙа: олоғайған көндәрендә инәй-олатайҙарына үҙҙәре ярҙам күрһәтә, хужалыҡ эштәрендә булыша.
– Бер-беребеҙгә кәрәк һәм терәк булып йәшәп ятҡан көнө­бөҙ, ҡыҙым, – ти йор һүҙле Сәйҙә инәй. – Ҡартым менән бергә­лә­шеп донъя көтәбеҙ. Баҡса үҫте­рәбеҙ, тәҙрә төптәрендәге гөлдә­ремде лә ҡарайым. Баш­ҡортса сыҡҡан бөтә гәзит-журналдарҙы алдырабыҙ, почта килһә, бер-беребеҙҙән уҙышып уҡырға то­тонабыҙ. Кешеләр: “Нимәгә ул тик­лем матбуғат баҫмаһы алды­раһығыҙ?” – тип аптырай. Күҙебеҙ күргәндә, яратҡан баҫмаларҙан айырылыу юҡ, – ти хөрмәтле ағинәй.
Бөгөн инде һигеҙенсе тиҫтә­ләрен ваҡлаусы Насиповтар, йәш­лек дәртен, күңел хисен, йөрәк йылыһын юғалтма­йынса, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып йәшәүҙәре менән бәхетле. Юҡҡамы ни халыҡ та, ҡарт­лыҡтағы бәхет – иң ҙурыһы, тимәй бит!




Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә