Бәхетле ҡартлыҡ кисереүсе хеҙмәт ветерандары Сәйҙә менән Әхмәҙулла Насиповтар бына инде алтмыш ике йыл тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоноп бергә атлай. Үрге Һаҙ ауылында иң өлгөлө һәм абруйлы ғаилә булараҡ та ауылдаштары уларҙы хөрмәт итә.
Сәйҙә Рәхмәтулла ҡыҙы – Түбәнге Һаҙ ауылынан. Бала саҡтан теремек, зирәк булып үҫә ул. Һуғыш осоро балалары булараҡ, уларға бар ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татырға тура килә. Ишбай ауылында тыуып, буй еткергән Әхмәҙулла Насиповҡа кейәүгә сыҡҡас, йәштәр райондың төрлө ауылдарында эшләй. Элекке осорҙа йәш ғаиләләрҙе колхоздың барлыҡ бүлексәләренә ебәрер булғандар. Хаҡлы ялға сығыр алдынан улар Үрге Һаҙ ауылына килеп төпләнә. Эшһөйәр, тырыш ветерандарҙың фиҙакәр хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр, юбилей миҙалдары менән баһалана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Насиповтарға бала һөйөүе татырға яҙмай, әммә улар туғандарының балаларын яҡын күрә, уларҙы тәрбиәләргә, белем биреүгә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Изгелеккә изгелек менән яуап бирә улар ҙа: олоғайған көндәрендә инәй-олатайҙарына үҙҙәре ярҙам күрһәтә, хужалыҡ эштәрендә булыша.
– Бер-беребеҙгә кәрәк һәм терәк булып йәшәп ятҡан көнөбөҙ, ҡыҙым, – ти йор һүҙле Сәйҙә инәй. – Ҡартым менән бергәләшеп донъя көтәбеҙ. Баҡса үҫтерәбеҙ, тәҙрә төптәрендәге гөлдәремде лә ҡарайым. Башҡортса сыҡҡан бөтә гәзит-журналдарҙы алдырабыҙ, почта килһә, бер-беребеҙҙән уҙышып уҡырға тотонабыҙ. Кешеләр: “Нимәгә ул тиклем матбуғат баҫмаһы алдыраһығыҙ?” – тип аптырай. Күҙебеҙ күргәндә, яратҡан баҫмаларҙан айырылыу юҡ, – ти хөрмәтле ағинәй.
Бөгөн инде һигеҙенсе тиҫтәләрен ваҡлаусы Насиповтар, йәшлек дәртен, күңел хисен, йөрәк йылыһын юғалтмайынса, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып йәшәүҙәре менән бәхетле. Юҡҡамы ни халыҡ та, ҡартлыҡтағы бәхет – иң ҙурыһы, тимәй бит!