Ҡара эш кешеләре улар. Быны мин тамсы ла һауаланмай әйтәм, юғиһә һуңғы ваҡытта был һүҙгә күберәк ана шул кәмһетеңкерәү мәғәнәһе һалына бит. Артта ҡалғанлыҡта ғәйепләмәгеҙ, ләкин мин барыбер ҙә ҡулдан килгәнсә хеҙмәт яғындамын, аҡса уйлау, мыжыу, йәлләтеү яғында түгелмен. Майға бысранған ҡулдарҙан түгел, ә ҡартайған әсәйеңдең пенсияһына көн күреүҙән оялырға кәрәк тәбаһа.
Слесарҙарҙың олоһо бында, бейек түбәле, шул иҫәптән ошо арҡала ла ҡыш хөрт йылынған, тыштан да, эстән дә бөтөнләй ялтырамаған автосервиста, байтаҡ йылдар инде эшләй. Артыҡ зарланмай, ҡомһоҙ түгел, тура һүҙле. Биржаларҙа уйнамай, валюталар курсын күҙәтмәй, өлкәндәрҙе алдап аҡса һуғып йөрөмәй, тип уйлайым. Малайын да, егет булған инде уныһы, ошонда уҡ урынлаштырған икән.
Ысын эш менән булышыуҙы күреү миндә, ярай, китап һүҙҙәре менән әйтәйем дә ҡуяйым, иртәгәһе көнгә ышанысты нығыта. Юғиһә бәғзе бер урынға барһаң, хеҙмәткәрҙәр таҙа ғына кейенеп йөрөй, әлбиттә, һаулыҡ һорашалар, кәнфитләп сәй эсерергә лә мөмкиндәр, ләкин түләүен шул хәтлем ҡайырып, хатта шаҡарып һорайҙар – эш хаҡың ғәрлегенән кире банкоматҡа инеп ятырға әҙер. Инмәй ни, аҡса үҙ баһаһын үҙе белә бит ул, алмашыуҙың, тауар-аҡса мөнәсәбәттәренең бында ҡот осҡос тигеҙ түгеллеген аңғара.
Бер мәл шулай автосалонға шылтыраттым. Ят тауыш бар, тинем. Машина яңы булһа ла, эсте бошороп, ишетелеп ҡала шул.
– Күпме? – тип һораным.
– Нимә – күпме?
– Бороп нығытыу ни саҡлы тора?
– Ә ул боролмай. – Теге остоң тауышы һалҡын. – Агрегат тотошлай алмаштырыла ғына. – Артабан сатнатып хаҡын атаны.
– Рәхмәт! – тинем. Бер ниндәй тәкәббер һандар алдында ла баҙап ҡалмаған кешеләй әйттем быны, ир ғорурлығым һылыу алдында ваҡланыуҙан ҡырҡа баш тартты.
Ҡабатлап шылтыратманым. Сөнки һаны оятһыҙ ҡыйбат булыу өҫтөнә, ғәфү итегеҙ, әйткәс әйтәйем, йәш ҡыҙҙың был өлкәлә нимәнелер, тәжрибәле автомеханиктан да үткәреп ебәреп, раҫлауы оҡшамай миңә. Ә был һылыу тап шулай, ышаныслы белдерҙе, асыҡлау өсөн кем менәндер тоташтырып та торманы. Ҡайһы хушбыйҙы һөртөргә тәҡдим итһә, бәлки, ҡолаҡ һалыр инем, ә бында – юҡ инде. Ләкин быларҙы уға ишеттереп торманым, сөнки фәтүә булмаҫы асыҡ ине.
Шунан, ҡыҙыҡ өсөн генә, ошо ябай сервис менән һөйләштем. Мәсьәләне оҙон һүҙгә төшмәй генә аңлаттым.
– Килегеҙ, ҡарарбыҙ. – Слесарҙың яуабы тағы ла ҡыҫҡараҡ булды.
Бынан мин уның мотлаҡ эшләй алырын төшөндөм.
… Машинаны күтәрҙе, яҡтыртты, ҡараны. Анауы мөйөшкә барып, йәшниктәрҙә соҡондо. Ҡулдан эшләнгән, кәкерәйтеп тә, бөкөрәйтеп тә йәбештереп бөтөлгән хәтәр бер асҡысты тотоп, кире әйләнде.
Бының ҡулы йылан һымаҡ борғолана ала икән дә! Һәм һәйбәт тә, тием, сөнки ҡайһы саҡ тап ҡыйыш ҡуллы булыу кәрәк тә ул. Юғиһә был ғәйепкә сығарылып ҡуйылыусан бит. Шул кәкере ҡулы менән кәрәкле тошҡа етеп, гайканы ярты әйләнеш самаһына ғына борҙо ла машинаны төшөрөргә лә кереште.
Үҙе, миңә күҙ һирпкәндәй итте лә:
– 19-ға, – тине.
Мин аңланым. Әйткәнен һүтеп, таратып һалһаҡ, былай килеп сыға: “Инеүе ауыр булған урындар өсөн үҙем яһаған был алты ҡырлы асҡыстың үлсәме – ун туғыҙ. Киләсәктә тағы тарттыра бирергә кәрәк булһа, иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ йә яҙып алығыҙ”.
Артабан тағы бер һанды атаны – эшенең хаҡын әйтте. Ул бая мин телефон аша ишеткәндән кәмендә ун мәртәбәгә әҙерәк ине.
Шунан бирле ваҡ, сервис кенәгәһендә теркәү талап ителмәгән эштәр менән ошонда киләм. Был урынды сит ил маркаһына лайыҡһыҙ тип, юҡ, тапмайым.
Машинам менән был юлы улы шөғөлләнә. Минең: “Ә ул бөтәһен дә урын-еренә еткереп башҡарырмы?”, – тигән һүҙһеҙ, күҙ-ҡарашлы ғына һорауыма яуап итеп атаһы баш бармағын юғары һондо. “Бөтәһе лә һәйбәт булыр, эш мәнеһен белә ул, борсолмағыҙ”, – тиеүе булды был.
Үҙе Рәсәй юлдарын ныҡ күргән “Нива”ның тапшырыуҙар ҡумтаһын ысҡындырып алған да тегене тимер өҫтәлдә, кем әйтмешләй, “симешкәләй сира ғына”: кәрәк саҡта сүкеш менән дә тондора, кәрәгендә отвертканың һабына наҙлы ғына итеп усы менән һуҡҡандай итә. Ике осраҡта ла берәй валмы, шайбамы, тыңлаусан ғына урынынан ҡуба. Бороп алынған болт, гайкалар өҫтәлдәге һауытҡа һалына бара. Тәү ҡарашҡа ҡапылыраҡ барып яталар, шулай ҙа бер ҡайҙа ла төшөп тә китмәйҙәр. Яталар ҙа ҡаталар.
– Аҙаҡ бөтәһенә лә урын табып бөтөрһөңмө, артып ҡалмаҫтармы? – тип шаяртырға уҡталғайным да өлгөрмәнем, телефоным шылтырап ебәрҙе. Һәм был ваҡытлы ла булды, тигән уйҙамын, оҫта барыбер яуап бирмәҫ ине, һөйләшеүгә ваҡыт сарыфламай ул.
Бына ошо шымлыҡ тураһында ла инде был һүҙем.
Икеһе лә шып-шымдар шул. Бөтөнләй тиерлек һөйләшмәйҙәр. Тел зәғифлектәре булмаһа ла шулай. Асҡыстар шаҡылдауы ғына ишетелә. Һәр кем үҙенең эше менән мәшғүл. Шулай ҙа һәр береһе айырым да түгелдәр. Әле генә бәләкәй слесарь олоһона ярҙам итешеп килде. Уныһы саҡырмаһа ла. Ул яҡҡа тура ҡарамаһа ла, нисектер күрә һалып ҡалды ла, ике монтировка алып, ҡумта эсендәге тешле тәгәрмәстәрҙең береһен ике яҡлап эләктереп, тотоп торҙо. Атаһы болтты урынынан ҡуптарғайны, йәнә үҙ эшенә кереште. Рәхмәт тә белдерелмәне, хәл дә һорашылманы.
Оло слесарь эш ҡоралдарын алырға минең машина эргәһенән үтеп-һүтеп йөрөй. Үткәнендә, туҡтамай ғына, хатта ҡыҫҡа сәсле башын да күтәрмәй, бармағы менән ҡайҙалыр төртөп күрһәтеп ҡуя: “Тегендә инер өсөн бына быны һүтергә кәрәк”, – тиеүе инде. Егет, аңлағанын белдереп, хатта баш та ҡағып тормай, ысҡындыра ла башлай.
Әҙәм балаһына тел тигән бөйөк хазина бирелгән икән, уны файҙаланырға, үҫтерергә кәрәк, әлбиттә. Эшһеҙ кешеләй ятмаһын, мүкләнмәһен, баяғы алты ҡырлы асҡыс һымаҡ тутламаһын. Кешеләргә шатлыҡ килтерһен. Әммә урынына, ваҡытына, шарттарына ҡараптыр. Юғиһә, күмәкләшеп йыйылышып алып, һаһылдашып көлөшөп “эшләгән”, ипһеҙ, мул, йәмһеҙ һүҙле сервистарҙы ла күрелде заманында. Бер-береңә төрттөрөп алыу, урынына ҡарап, харап килешә, әммә йышайып китһә, эшкә оронсоҡ шул. Һөҙөмтәлә “Жигули”йың бер аҙнанан йәнә кәзәләнә.
Ошо яҡлап ҡарағанда был, хәбәрсе менән тауыш режиссерының, микрофон ҡабыҙылған саҡта, тура эфирҙа һүҙһеҙ аралашыуы ише, өнһөҙ күренеш бик камил тойолдо. Үҙҙәрен ымға алмаштырғанға һүҙҙәр ҙә һис үпкәләмәне, тип уйлайым. Улар бит, әйтелеүенсә, кеше талауҙа ҡатнашыуҙан баш тартҡан баяғы ҙур һанлы аҡса һымаҡ уҡ, баһаларын беләләр. Ҡыҫылмайҙар, сабып сыҡмайҙар, күкрәк төймәйҙәр, ә белеп ҡулланғанда балҡып китәләр. Бына шундай шәп нәмәләр улар. Эйәһенә күрә, әлбиттә.