Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаттыңмы – түлә...
Һәр автомобилсе тиерлек иҫке машинаһын һатыу һәм яңыһын алыу зарурлығы менән осрашмай ҡалмай. Һатҡан осраҡта йыш ҡына һалым түләргә тура килә. Ҡасан уны түләү мотлаҡ, ә ниндәй саҡта бындай сығымдан ҡотолорға мөмкин?

Айырым кешенең килеменә һалым әлеге ваҡытта 13 процент тәшкил итә. Автомобилде һатҡандан һуң был һалымды түләмәҫкә мөмкинлек биргән бер нисә миҫалды ҡарап үтәйек.
Әгәр ҙә автомобилде өс йылдан ашыу файҙаланғанһығыҙ икән, уны һатҡан хаҡтан һалым түләргә кәрәкмәй. Етмәһә, был – һалым декларацияһы биреүҙе талап итмәгән берҙән-бер осраҡ.
Автомобилде 500 мең һумға һатып алып та, уны 450 мең һумға һатаһың икән, был саҡта ла хаҡтан һалым түләтмәйәсәктәр. Был ҡағиҙә автомобилде һатыуҙан уның хужа­һының бер тин дә табыш алмауы менән аңлатыла. Дөрөҫ, ундай хәлдә һалым декларацияһын һәм автомобиль һатыуҙы раҫлаған документтар тапшырырға тура киләсәк.
Һалым кодексының 220-се статья­һында мөлкәтте һатыуҙан һалым ташламаһы алыу мөмкинлеге ҡаралған. Әгәр ҙә һатҡан автомобиль менән өс йылдан да кәмерәк файҙаланғанһығыҙ икән, һеҙ 250 мең һум күләмендә ташлама алырға хоҡуҡлы. Мәҫәлән, машина хужаһы уны өс йыл да файҙаланмай 600 мең һумға һатты икән, ти. Был осраҡта айырым кешенең килеменә һалым 78 мең һум тәшкил итәсәк (600 х 0,13). Әгәр ҙә һалым ташламаһын ҡулланһаҡ, ул 45,5 мең һум ғына буласаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, автомобилде һалым ташламаһы ҡулланып һатыу байтаҡ отош бирә. Ләкин шуны ла хәтерҙә тоторға кәрәк: һалым ташламаһы өсөн инспекцияға мотлаҡ үҙаллы мөрәжәғәт итергә кәрәк. Күрһәтелгән һалым ташламаһының йыллыҡ дөйөм суммаһы 250 мең һум тәшкил итә (нисә автомобиль һатыуға ҡарамаҫтан).
Шундай һорау ҙа тыуырға мөмкин: “Автомобиль ҡыйбатыраҡҡа һатылһа ла, килешеүҙә 250 мең һумдан ашмаған сумманы күрһәт­һәң, ниндәй һөҙөмтә булыр?” Ни өсөн һатып алыусыға хаҡты түбәне­рәк яҙыу отошло түгел?
Әйтәйек, 2015 йылда 300 мең һумға автомобиль һатып алдығыҙ икән, ти. 2016 йылда уны 350 мең һумға һатырға булдығыҙ. Был ос­раҡта һалым түләү базаһы 50 мең һумға тиң (йәғни сумманың элек һатып алғанда булған хаҡтан артҡан өлөшө). Килемдән һалым 6,5 мең һум тәшкил итә.
Хәҙер икенсе миҫал. Автомобилде 2015 йылда 230 мең һумға алдығыҙ ҙа быйыл 240 мең һумға һатырға булдығыҙ. Ундай шарттарҙа һалым түләү базаһы булмай һәм машинаны һатыуҙан һалым тотоп алып ҡала алмайҙар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә