Һаттыңмы – түлә...14.10.2016
Һәр автомобилсе тиерлек иҫке машинаһын һатыу һәм яңыһын алыу зарурлығы менән осрашмай ҡалмай. Һатҡан осраҡта йыш ҡына һалым түләргә тура килә. Ҡасан уны түләү мотлаҡ, ә ниндәй саҡта бындай сығымдан ҡотолорға мөмкин?
Айырым кешенең килеменә һалым әлеге ваҡытта 13 процент тәшкил итә. Автомобилде һатҡандан һуң был һалымды түләмәҫкә мөмкинлек биргән бер нисә миҫалды ҡарап үтәйек.
Әгәр ҙә автомобилде өс йылдан ашыу файҙаланғанһығыҙ икән, уны һатҡан хаҡтан һалым түләргә кәрәкмәй. Етмәһә, был – һалым декларацияһы биреүҙе талап итмәгән берҙән-бер осраҡ.
Автомобилде 500 мең һумға һатып алып та, уны 450 мең һумға һатаһың икән, был саҡта ла хаҡтан һалым түләтмәйәсәктәр. Был ҡағиҙә автомобилде һатыуҙан уның хужаһының бер тин дә табыш алмауы менән аңлатыла. Дөрөҫ, ундай хәлдә һалым декларацияһын һәм автомобиль һатыуҙы раҫлаған документтар тапшырырға тура киләсәк.
Һалым кодексының 220-се статьяһында мөлкәтте һатыуҙан һалым ташламаһы алыу мөмкинлеге ҡаралған. Әгәр ҙә һатҡан автомобиль менән өс йылдан да кәмерәк файҙаланғанһығыҙ икән, һеҙ 250 мең һум күләмендә ташлама алырға хоҡуҡлы. Мәҫәлән, машина хужаһы уны өс йыл да файҙаланмай 600 мең һумға һатты икән, ти. Был осраҡта айырым кешенең килеменә һалым 78 мең һум тәшкил итәсәк (600 х 0,13). Әгәр ҙә һалым ташламаһын ҡулланһаҡ, ул 45,5 мең һум ғына буласаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, автомобилде һалым ташламаһы ҡулланып һатыу байтаҡ отош бирә. Ләкин шуны ла хәтерҙә тоторға кәрәк: һалым ташламаһы өсөн инспекцияға мотлаҡ үҙаллы мөрәжәғәт итергә кәрәк. Күрһәтелгән һалым ташламаһының йыллыҡ дөйөм суммаһы 250 мең һум тәшкил итә (нисә автомобиль һатыуға ҡарамаҫтан).
Шундай һорау ҙа тыуырға мөмкин: “Автомобиль ҡыйбатыраҡҡа һатылһа ла, килешеүҙә 250 мең һумдан ашмаған сумманы күрһәтһәң, ниндәй һөҙөмтә булыр?” Ни өсөн һатып алыусыға хаҡты түбәнерәк яҙыу отошло түгел?
Әйтәйек, 2015 йылда 300 мең һумға автомобиль һатып алдығыҙ икән, ти. 2016 йылда уны 350 мең һумға һатырға булдығыҙ. Был осраҡта һалым түләү базаһы 50 мең һумға тиң (йәғни сумманың элек һатып алғанда булған хаҡтан артҡан өлөшө). Килемдән һалым 6,5 мең һум тәшкил итә.
Хәҙер икенсе миҫал. Автомобилде 2015 йылда 230 мең һумға алдығыҙ ҙа быйыл 240 мең һумға һатырға булдығыҙ. Ундай шарттарҙа һалым түләү базаһы булмай һәм машинаны һатыуҙан һалым тотоп алып ҡала алмайҙар.