Әбйәлил районы халҡы үҙенең эшсәнлеге һәм уңғанлығы, тырышып донъя көтөүе менән айырылып тора. Күптәр уның сәбәбен районға яҡын урынлашҡан Магнитогорск ҡалаһы менән бәйләй. Хәйер, уныһы ла барҙыр, сөнки күптәр шәхси ихатала етештергән продукцияһын ҡалаға алып барып һата, ҡайһы берәүҙәр йөрөп тә эшләргә мәжбүр. Күптәр үҙ йүне, үҙ шөғөлө менән донъя көтөргә тырыша, балалар үҫтерә, күркәм йорттар һала. Түбәндәге геройҙарым тап шундайҙар рәтенән. Ҡыҙыҡһыныуҙан башланған шөғөлБынан биш йыл элек яңы йортҡа күскәс, малайҙары Агиевтарҙан йорт ҡуяны һатып алыуҙарын үтенә. Йорт хужаһы Алексей улдарының теләгенә ҡаршы килмәй: бер ата һәм инә ҡуян һатып ала. Шешҡолаҡтар тиҙ арала үрсеп китә, уларға айырым урын булдырыла. Хужабикә Эльвира Кәлимулла ҡыҙы әйтеүенсә, ҡуян итен һораусылар бик күп. Ташбулат һәм Магнитогорск баҙарына алып сығыу менән диетик ит “һә” тигәнсә һатыла. Әлегә уның килограмы – 380 һум тирәһе. Бер ҡуян кәмендә ике-өс килограмм тарта.
– Инә ҡуян ай һайын 6 – 12-гә яҡын бала таба. Әсәләре янында бәләкәстәр ике айға тиклем була, артабан уларҙы айырабыҙ. Нәҫелдәре ныҡлы, эре булһын өсөн балаларын ваҡытында айырырға кәрәк. Әлегә беҙҙең өс инә һәм бер ата ҡуяныбыҙ бар, киләсәктә оҙонғолаҡтарҙы ишәйтергә уйлайбыҙ, тик махсус аҙбар төҙөргә кәрәк, – ти Эльвира Агиева.
Ҡарап тороуға ғына шешҡолаҡтарҙы аҫрау еңел күренә, әммә уны дөрөҫ үрсетеү – үҙе бер фән. Үҙенә генә хас нескәлектәре етерлек. Мәҫәлән, йорт хайуандарын ышыҡ урында тоторға кәрәк, аҙ ғына ел иҫтеме, шунда уҡ һыуыҡ тейәсәк. Ҡуян балалаған ваҡытта эргәһендә мотлаҡ һыу булырға тейеш, юғиһә балаһын ашауы ихтимал. Кешегә лә күп күрһәтергә ярамай, күҙ тейеүе бар.
Билдәле булыуынса, ҡуян ите диетик ризыҡ иҫәпләнә, уны һораусылар ҙа күп. Табиптар аллергиянан яфаланған, организмы башҡа төрлө итте үҙләштермәгән кешегә, ғәҙәттә, ҡуян итен ашарға тәҡдим итә.
Ҡуяндар – бик әрһеҙ, сөнки улар ашауға талымһыҙ, үлән, япраҡ, бесәнде рәхәтләнеп кимерә. Кишер, кәбеҫтә япраҡтарын үҙ итә, ылыҫлы ботаҡтарҙы ла яратып ашай. Йомшаҡҡайҙарға ҡарап торһаң, йәнгә тыныслыҡ килә, ти уны аҫраусылар.
Икенсе класта уҡыған Андрей йорт хайуандарын бигерәк ярата, уларҙы көн һайын мәктәптән ҡайтҡас та ашата, тәрбиәләй. “Йомшаҡҡайҙар менән уйнарға яратам, улар мине күреү менән килеп етә, ашарға һорай”, – ти ул.
Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, Эльвира менән Алексей Агиевтар бик матур донъя көтә: күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, сусҡа үрсетә. Тәүҙә ҡыҙыҡһыныуҙан башланған ҡуян үрсетеүҙе киләсәктә киңәйтергә уйлауҙары ла юҡҡа түгел, сөнки тырышҡанда ғына үҙ маҡсатыңа ирешергә булыуын, матур, етеш, мул тормошта йәшәргә мөмкин икәнлеген улар яҡшы аңлай. Етмәһә, ҡул араһына инерлек улдары үҫеп килә.
Себеш һанар мәл етәКөләшә йылғаһын ҡаплап йөҙгән ап-аҡ ҡаҙҙарҙың хужаһын табыуы ауыр булманы. Яндарына барып бер-береһен уҙҙырып ҡысҡырышҡан “ҡаҡаҡтар”ҙы күҙәтеп тә өлгөрмәнек, яныбыҙға хужалары Закир Малыбаев үҙе килеп етте. Марат менән Закир Малыбаевтар – Магнитогорск ҡалаһынан. Үҙ эштәрен асыу ниәтендә ағалы-ҡустылы үҙ-ара кәңәшләшеп, май урталарында “Әбйәлил- ҡаҙ” ойошмаһынан бер мең бәпкә һатып ала. Уларҙы ҡарарға ҡатындары, әсәһе, ҡәйнәһе ярҙам итә.
– Ҡаҙҙар бигерәк аҡыллы икән, – тип һүҙ башланы Закир Ҡадир улы. – Ҡыҙыҡ хәлдәргә лә ҡалабыҙ улар менән. Бергәләшеп һыу төшәбеҙ, саҡырһам, шунда уҡ тауышты танып, сирҡылдаша башлайҙар.
“Нимә тип саҡыраһығыҙ?” тип һорап та өлгөрмәнем, геройым шунда уҡ ҡаҙҙарға “Әйҙә, әйҙә!” тип ҡысҡырыуы булды, ҡаҙҙар ҡаңғылдаша-ҡаңғылдаша бер урынға йыйыла башланы. Күрәһең, ашарға бирәләр, тип уйланы шикелле меҫкендәр.
Ҡошсолоҡто үрсетеү буйынса бизнес-план төҙөп, республика ярҙамына өмөт итһәләр ҙә, Малыбаевтарға ни өсөндөр ундай бәхет йылмаймай. Күрше ҡаланыҡы, тип уйлаһалар, Марат күптән Әбйәлилдә төпләнгән, йорт һалған. Закир ҙа Дәүләт ауылында йорт күтәрә. Егеттәр бала саҡтан Салауат ауылында йәшәгән олатайҙарынан ҡайтып инмәй, бесәнен дә саба, башҡа эштәрҙә лә ярҙамлаша. Иң мөһиме – икеһе лә бик матур итеп башҡортса һөйләшә, бер ҙә ҡалала үҫтек, тип тормайҙар.
– Булған аҡсаға бәпкәләр алдыҡ, тәүҙәрәк ашатҡан емдең килограмы 30 һумдан кәм булманы. Тотонолған барлыҡ сығымды иҫәпләгәндә, сәс үрә тора. Көнөнә алты тоҡтай иген ашатабыҙ, хәҙер ҡаҙҙарҙы ныҡлап һимертеүгә ҡуйҙыҡ. Һыуыҡ төшөү менән бер аҙын һуйырға иҫәп, әле төрлө ойошмалар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Шунсама ҡаҙҙы һатыу еңелдән булмаясаҡ, әммә таҙа, һимеҙ, тәмле ҡош итен алыусылар табылыр тигән ышаныстабыҙ, – ти Малыбаевтар.
Әйткәндәй, ҡаҙ көтөү – табышлы тармаҡтарҙың береһе, сөнки уның эсәгенән башҡа барыһын да һатырға мөмкин. Йөнөн арзан ҡабул итһәләр ҙә, һуңғы ваҡытта ҡаҙ мамығын ауылдарҙан йөрөп йыйыусылар күбәйҙе. Бөрләтәү, бауыр, үпкәләрен һораусылар ҙа бихисап, ҡайһы берәүҙәргә баш-тәпәйе кәрәк. Ҡаҙҙың эс майын алыусылар ҙа етерлек. Тимәк, һатыу проблемаһы булмаясаҡ, яҡшы тауар һәр саҡ үтемле була.
“Линда” һәм “итальян” тоҡомло ҡаҙҙарға өҫтөнлөк биргәндәр, сөнки улар талымһыҙ булыуҙары менән отошло. Тәүге тапҡыр үҙ эштәрен асыуға ҡарамаҫтан, егеттәрҙең киләсәккә пландары ҙур. Артабан был эште киңерәк йәйелдереп, бәпкәләр һанын арттырыу, уларҙы көтөү өсөн ер-урынын ҡуртымға алыу, йылы һәм заманса ҡура эшләү, һыу мәсьәләһен хәл итмәкселәр. Республика һәм район ярҙамына ла өмөтләнә Малыбаевтар. Ҡошсолоҡто үҫтереү программаһын уңышлы яҡлап, дәүләт субсидияһына өлгәшкәндә, эштәр тағы ла йәнләнер ине, ти Закир Малыбаев. Әлегә ҡаҙҙарҙы һанау мәле башлана...
Барыһы ла ҡулынан киләҠырҙас ауылында йәшәгән Фәнүзә Хәлимова хаҡында ауылдаштарының “Бигерәк уңған, ҡулынан килмәгән эше юҡ!” тип әйтеүҙәрендә хаҡлыҡ бар. Егәрле ҡатын һәр ерҙә уңғанлыҡ һәм тырышлыҡ күрһәтә, эшләһә – эше уңа, сәсһә – емеше ишелеп үҫә, бешеренһә – ризығы татлы була, баҙарҙа һатһа – алып килгән продукцияһы шунда уҡ таралып бөтә. Даланлының ашы үтемле, тигәндәй, бар эштән йәм табып эшләгәнгә күрә, Фәнүзә Нуриман ҡыҙының оҫта ҡулдарынан, күрәһең, эш үҙе ҡурҡып тора.
Беҙ барғанда, уңған хужабикә иртән алып килгән бәшмәктәрҙе таҙарта ине. “Ямғыр яуып, көн бер аҙ йылытҡас, бәшмәктәр китте шәбәйеп”, – тип йылмая геройым. “Урман ите”н бигерәк ҡаланыҡылар яратып ала, гөрөздәне һораусылар күп, ти Фәнүзә апай.
Быйыл шулай уҡ баҡсаһында картуф ишелеп уңған, ташҡабаҡ, ашҡабаҡ, кишер, сөгөлдөр тураһында әйтеп тораһы ла түгел! Ҡышҡылыҡҡа ниндәй генә салат әҙерләмәгән ул, ҡыяр-помидорҙы ғына әллә күпме тоҙлаған! “Баҙҙа урын да ҡалманы, ҡайнатмалар ҙа күп, имен-һау ашарға яҙһын”, – ти уңған хужабикә.
Хәлиловтар шулай уҡ күпләп һарыҡ үрсетә, Ҡорбан байрамында бер нисәүһен һатып та ебәргәндәр, ҡош-ҡорттоң иҫәбе-һаны юҡ. “Тиҙҙән ҡаҙ өмәләре башлана, аҙаҡ һуғым аштары китә”, – тине Фәнүзә Хәлилова.
– Ауылда етеш, матур йәшәргә була, тик йыбанмаҫҡа кәрәк. Ашты аш иткәндә генә, өҫтәлең мул була. Беҙ магазиндан шәкәр, көнбағыш майы, тоҙ һатып алабыҙ, башҡалары – барыһы ла үҙебеҙҙеке. Төрлө бәлеш, тәмлекәстәр бешерәм, ейәндәр килһә, магазин печенье-кәнфиттәренә әйләнеп тә ҡарамай, мин әҙерләгән ҡамыр ризыҡтарын яратып ашайҙар. Ҡомалаҡ икмәгенең хуш еҫен шунда уҡ айыра минең бәләкәстәрем.
Шулай уҡ Фәнүзә апай әҙерләгән буҙа ла телеңде йоторлоҡ килеп сыға, шифалы эсемлекте һораусылар ҙа юҡ түгел. Тағы ла хужабикә төрлө шифалы үләндәрҙе йыйыу менән шөғөлләнә, бар сиргә уның үҙ рецебы, үҙ үләне.
Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр тигәндәй, тырыш һәм егәрле Фәнүзә Хәлилова ла – юҡтан бар яһар, барҙы әрәм-шәрәм итмәҫ, донъяһын балҡытып йәшәр оҫта хужабикәләрҙең береһе.