Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әфлисун, мандарин… Йәнә Төркиәнән
Әфлисун, мандарин… Йәнә Төркиәнән Абрикос, әфлисун, персик, слива, нектарин, мандарин... Тиҙҙән Төркиә емештәре йәнә беҙҙең магазин кәштәләрендә пәйҙә буласаҡ. Барыһына ла мәғлүм булыуынса, быйыл 1 ғинуар­ҙан Рәсәй был илдең продукцияһын индереүҙе сикләгәйне.

Шишәмбе көндә Рәсәй Хөкү­мәте тейешле ҡарар ҡабул итте, беҙгә индереләсәк емеш-еләктең исемлеген баҫып сығарҙы. Әлбиттә, барыһын да түгел – ул шаҡтай ҡыҫҡарған.
Белгестәр быны ваҡытлы ҡа­рар тип билдәләй. Сикләү ба­ҙар­ҙа емеш-еләк тулып ятҡан мәлдә үҙ көсөндә булды. Шулай итеп, үҙебеҙҙекеләргә йәшел юл асылып, үҫтерелгәнде иркенләп һа­тыу форсаты эләкте. Хәҙер улар Төркиәнән килгән хәлдә лә күп булмаясаҡ, сөнки уңыш миҙгеле бына-бына тамамланырға тора.
Һатып алыусылар иһә был аҙым сауҙала аҙыҡтың хаҡын ауыҙлыҡлар тип өмөтләнә. Мәғлүм булыуынса, цитрус емеш­тәренә ихтыяж яңы башланһа, мандарин менән әфлисунға ноябрь – февраль айҙарына тура килә. Ә цитрус муллығы менән Рәсәй маҡтана алмай. Шуға ла төрөк емештәренә сикләүҙе алыу үҙебеҙҙең етештереүселәргә зарар килтермәйәсәк тип көтөлә.
Әлбиттә, был ҡарар көҙөн беҙгә цитрус емештәре килтергән илдәргә хаҡты арттырыуға юл ҡуймаясаҡ. Әммә төшәсәгенә лә өмөтләнергә ярамай. Эре сауҙа нөктәләре ундай аҙымға бармаясаҡ тип күҙаллана.
Шулай ҙа, алдан әйтеүебеҙсә, бөтә емештәр ҙә Рәсәйгә үтә алмаясаҡ. Әлегә виноград, алма, груша, ер еләге, помидор, ҡыяр һәм һуған “ҡара исемлек”тә ҡала.
Күренеүенсә, был емеш-йәшелсәләр Рәсәйҙең үҙендә лә ярайһы үҫтерелә. Быныһын инде белгестәр яңы эш башлаған теплица хужалыҡтарына ярҙам, үҙ эшен киңерәк йәйелдереп, күберәк табыш алыу форсатын биреү ниәте менән аңлата.
Сикләү индергәнгә ҡәҙәр Рәсәй кәштәләрендә Төркиә емештәре, йәшелсәләре һиҙелерлек өлөш биләне. Халыҡ-ара сауҙа үҙәге эксперты Алла Клюева билдә­ләүенсә, беҙгә индерелгән томаттың 56, мандариндың – 20, әфлисундың 15 проценты Төркиә иҫәбенә тура килгән.
Әлбиттә, был ваҡытта сикләү индерелмәгән башҡа аҙыҡтарҙың да шаҡтай кәмеүе күҙәтелгән. Мәҫәлән, былтыр беҙҙең баҙар­ҙағы лимондың 55 проценты Төркиә иҫәбенә тура килһә, быйыл 40-ҡа төшкән. Ә бына беҙгә грейпфрут һатыу буйынса Төркиәгә еткән ил юҡ.
Белгестәр, Төркиәнең Рәсәй ба­ҙарында юғалтҡан өлөшөн ҡайтанан тергеҙә алыу мөмкин­леге бар, әммә бының өсөн шаҡтай ваҡыт кәрәк, ти. Был илдең урынын Әрмәнстан, Азербайжан, Абхазия, Израиль, Мысыр, Сүриә, Ҡытай, Һиндостан, хатта Көньяҡ Америка илдәре биләп өлгөр­гән. Әммә уларҙың емештәре ҡыйбат тора.



Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә