Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйөнсө, кино килгән!
Һөйөнсө, кино килгән! 1944 йыл. Хәйбулла районының Байғусҡар ауыл клубына халыҡ ағыла ла ағыла. Берәүҙәре – “Кино алып килгәндәр!”, икенселәре “Тиҙ булығыҙ, кино бөтә бит!” тиһә, өсөнсөләре “Ҡыҙыҡ күрмәй ҡалабыҙ!” тип балаларын эйәрткән. Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылда ҡалған ҡарт-ҡоро, тылда эшләп йөрөгән ҡатындар, бала-саға өсөн 1944 йылда милли батырыбыҙ, импровизатор “Салауат Юлаев” исемле тәүге тарихи кино — тауышһыҙ фильм күрһәтелә. Бер кеше кәрәсин алып килә, икенсеһе өйрөлтөп тора – улар бушлай ҡарай.


Ике кеше аппарат өйрөлтә, ә уның уртаһына шәм ҡуйыла ла, шул экранда сағылып, кино күрһәтелә икән! Киләсәктә ауылда оҫта киномеханик булып эшләп, ауылдаштарын төрлө фильм­дар менән ҡыуандырған Рәйес Ҡолсонбаевҡа ни бары биш йәш кенә була. Әйҙәгеҙ, уның тормош юлына туҡталып үтәйек.
Бәләкәй Рәйес киноларҙың бер сеансын да ҡалдырмай, уның менән генә сикләнмәй, “кино ҡуйыусылар”ҙың эшен ситтән генә күҙәтеп йөрөй. Кем белә, бәлки, ҙур үҫкәс, мин дә ауылдаштарыма яңы нәфис фильмдар күрһәтермен, тип эстән генә хыялланғандыр?..
Ул ваҡытта Байғусҡар ауылында башланғыс ҡына мәктәп була, шуға күрә балалар күрше Әбүбәкер мәктәбенә көн һайын йәйәү йөрөп уҡый, Рәйес тә улар араһында була. Өлкән кластарҙа Аҡъярҙа уҡый һәм Фәрит, Илшат Бохарбаевтар менән бергә белем ала. Бына нимә ти ул үҙе: “Ауылда Әхмәт Ҡәйепов ағай кино күрһәтә ине, икенсе яҡтарға ла йөрөп ҡуйҙы. Движок менән, тауышлы фильмдар, яҡтылығы ла бар. Класташтарым Фәрит менән Илшат Әхмәт ағайҙың ярҙамсылары булды. Уларҙы күреп, мин дә ярҙамға ашыҡтым һәм яйлап кино ҡуйыу серенә төшөнә башланым. Бер аҙҙан, 1957 йылда, ауылда бер үҙем кино күрһәтә башланым”.
Тырыш егет ике эш алып бара: иртән МТС-та тракторҙа иҫәпсе булып эшләһә, кисен ауылдаштарын кинофильм менән һөйөндөрә. Ике йыл дауамында фильмдар күрһәткәс, ул әрмегә алына. Райондан ун бер егет Североморск ҡалаһына оҙатыла.
Медицина комиссияһы үткәндә киләсәктә бөтә донъяға билдәле буласаҡ Юрий Гагарин менән осрашып, аралашырға насип итә уға. “Бала саҡтан шофер булырға хыялландым, тик алтыға етене ҡабатлауҙы әйтә алманым да ҡуйҙым. “За рулем не сможешь” тип сығарып ебәрҙеләр. Әле лә белмәйем ул ҡабатлауҙы”, – тип көлөп иҫләй ул.
Урыҫса белмәһә лә, ике ай дауамында тырышып китаптар уҡып, электрик һөнәрен үҙләштерә. Шунан һыу аҫты кәмәһендә дүрт йыл хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. 1963 йылда киномеханик танытмаһы алған Рәйес ағай мөкиббән китеп үҙ эшенә тотона.
– Һеҙ эшләгән осорҙа ниндәй ҡыҙыҡлы мәлдәр булды?
– “Свадьба в Малиновке” киноһы бара ине. Бер мәл залда берәү тыпырҙап бейей башланы. Ынтылып ҡараһам, Зәйнулла ағай Дәүләтбаев: “Ниндәй матур көй, нимә ҡарап ултыраһығыҙ, төшөп бейегеҙ!” – тип ауылдаштарын бейергә саҡыра. Ә халыҡ ниндәй дәртле булған!
– Ул осорҙа ниндәй фильмдар күрһәтелде?
– Һинд фильмы “Бродяга”ны ҡуйғанда, халыҡ күп йыйыла торғайны. Урын булмағас, иҙәндә ултырып ҡарарҙар ине. Дүрт сериялы “Тарзан”ды ла яратып ҡаранылар.
– Билет хаҡы күпме булды?
– Балаларға — биш, өлкәндәргә — 20 тин.
– Кинофильм көнөнә ике тапҡыр күрһәтелдеме?
– Юҡ, бер, сөнки Калинин исемендәге колхозда электрик, иретеп-йәбештереүсе булып эшләгәс, бер нисек тә өлгөрөп булмай ине. Шуға күрә кис кенә күрһәтә инем.
– Рәйес Кинйәбай улы, киномеханик эшен һағынаһығыҙмы?
– Әлбиттә, һағынам. Хәҙер ҙә ундай мөмкинлек булһа, кино ҡуйыр инем ауылдаштарыма, – тип күҙҙәренә йәш алды. – Элек клубҡа барып кино ҡарау оло бер байрам була торғайны, халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөр ине. Һинд киноһын күрше ауыл халҡы ҡарап бөткәс, иртәгәһенә көтөргә түҙемлектәре етмәй, зал тулы көтөп ултырырҙар ине, ә араларында бит һауынсылар, көтөүселәр бар! Шул киноны ҡарап, таңға ҡарай ғына эшкә китерҙәр ине.
Иң күңелле, иң дәртле саҡтар булды бит ул! Кино тамамланыу менән киске уйын башлана. Мәсеттә клуб булды. Әбүбәкер йәштәре килһә, шәм яҡтыһында таҡмаҡҡа бейей торғайныҡ. Ныҡ баҫып бейегәс, шәм һүнә лә ҡуя. Туҙан күтәрелер ине, һыу һибеп, артабан бейер инек. “Лүгә”, “Наза”, “Косилка-молотилка”, “Ҡайыш”, “Һәпәләк” уйындарын уйнаныҡ. Хәҙерге йәштәр, компьютерға текәлеп, ғүмерҙәрен заяға уҙғара.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Рәйес Кинйәбай улы баҡсаһында нимә генә үҫтермәй! Йорто әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Йәмәғәте Фәүзиә инәй менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙы Рәмзилә матур ғаилә ҡороп, Новотроицк ҡалаһында йәшәй, улы Ғиззәт атаһының юлын һайлаған – электрик, ғаиләһе менән Бүребайҙа йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәүзиә инәй был донъяла юҡ инде. Байғусҡар һандуғасы, моңло йырлар, мәҙәниәт йортонда үткәрелгән саралар уның ҡатнашлығынан тыш үтмәҫ ине.
Рәйес Кинйәбай улының маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәре бик күп, уға оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ.
Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында йәнә бер билдәле киномеханик – Ишбулды Байтүрә улы Ғәббәсов йәшәй. Ул 1945 йылда Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Ике йәш тулғанда Байғусҡар ауылына күсеп киләләр. Ауылда башланғыс мәктәпте тамамлай һәм артабан уҡыуын Әбүбәкер ауылында дауам итә, урта белем алыр өсөн тырыш егет Аҡъяр мәктәбен уңышлы тамамлай.
– Киномеханик эшен нисек башлап ебәрҙегеҙ? Кем өйрәтте һеҙҙе?
– Мәмбәт ауылында Салауат Мәмбәтов ағай кино ҡуйҙы, унан әҙерәк өйрәнеп алғас, 1964 йылда Байғусҡар ауылында эш башланым.
– Халыҡ күп йөрөй инеме сеанстарға?
– Әлбиттә, көндөҙгө сеансҡа — балалар, кискегә өлкәндәр йөрөнө. Бигерәк тә һинд фильм­дарын ауыл халҡы ныҡ яратты.
Ишбулды Байтүрә улы әрме сафына алынып, 1967 йылдан йәнә киномеханик булып китә. Ике урында эшләргә тура килә уға, көндөҙ элемтә үҙәгендә, кис ауылдаштарына кино күрһәтә. Ул осорҙа һәр өйгә тиерлек телефон бәйләнеше һуҙыла, ауыл халҡы ныҡ һөйөнә. Оҙаҡ йылдар элемтә үҙәгендә эшләп, хаҡлы ялға сыға Ишбулды ағай.
Йәмәғәте Сания апай менән ике ҡыҙға ғүмер биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Оло ҡыҙҙары Люциә Сибай медицина колледжында уҡыта. Әйткәндәй, “Хыялымда мин дә осам” тигән шиғри йыйынтығы донъя күргән. Кеселәре Лилиә Баймаҡ районындағы мәктәптә белем бирә.
Сания апай менән бик татыу йәшәйҙәр. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт, баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерәләр.
Ишбулды ағай Байғусҡар ауылы халҡын яңы матур кинофильмдар менән ҡыуандырғаны, эшенә яуаплы ҡарағаны өсөн бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән бүләкләнә. “Шулай уҡ планды үтәгән өсөн аҡсалата премия бирелә торғайны, – тип хәтер ебен тағата ул. – Халыҡ элек көн дә осрашып-күрешеп тора ине, хәҙер һәр кем үҙ эсенә йомолоп, кеше менән аралашмай,телевизорға йә компьютерға текәләләр. Элек ниндәй күңелле йәшәгәнбеҙ икән!”– ти ул.
– Ишбулды Байтүрә улы, әгәр ауылда кино күрһәтергә рөхсәт итһәләр, һеҙҙе эшкә саҡырһалар, барыр инегеҙме?
— Әлбиттә, барыр инем, бер ҡаршылыҡһыҙ, сөнки эшемде әле лә һағынам! – тип яуапланы ул, күҙҙәре нурланып китеп.

Ғәлиә ҒИЛӘЖЕТДИНОВА,
БДУ студенты.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21