Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аптыраҡай күперенән – Эт ояһы Ҡараташҡа…
Аптыраҡай күперенән –  Эт ояһы Ҡараташҡа… Күренекле тарихсы ғалим Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең “История сел и деревень Башкортостана” тигән китабында Сораман
ауылы тураһында бына ниҙәр яҙған. Ауылға нигеҙ һалыусы кеше Сораман Әбделваһапов булған. Ул 1786 йылда
Ҡара-Табын менән
Тиләү улыстары араһында ер бүлеү эштәрендә ҡатнашҡан. Уның Ғүмәр Сораманов тигән улының 1788–1836 йылдарҙа йәшәгәне билдәле.


Сораман – имен ауыл

Сораман ауылы – Учалы районының көньяғында, Белорет – Учалы юлынан көнсығышҡа табан ете километр алыҫ­лыҡта ята. Тауҙар менән уратып алын­ғанлыҡтан, был бәләкәй генә ауыл Таҡтаярған түбәһенә менеп етмәйенсә, йыраҡтан бигүк күренеп тә бармай.
“Сораман” һүҙенең мәғәнәһен төрлөсә аңлатырға мөмкин. Ололарҙан ишеткән­дәрҙең береһе: был һүҙ ике өлөштән тора – сор һәм аман (Б.т. һүҙлеге. 2-се том. 243-сө бит), шулай аңлатыла: Сур өргән ваҡыт – ахыры заман алды. Ә “аман” һүҙенең мәғәнәһе һүҙлекһеҙ ҙә аңлашыла: имен ҡалыу. Тимәк, һәр тарафтарҙа әленән-әле ҡубып торған бәлә-ҡазанан ауылыбыҙ имен ҡала килә. Алла бирһә, киләсәктә лә шулай булһын.
Оло быуын вәкилдәре һанауынса, беҙҙең төбәкте көньяҡтан – Ялай-Мәсет тауы, көнсығыштан – Йәндек тауы, көнбайыштан Ҡутырҙытау ҡурсалап тора. Көнбайыштан Һыуағыҙған шишмәһе, төньяҡтан – Рамаҙан Әүлиәнең шишмәһе, көньяҡтан Ҡаралайғыр шишмәһе ауылыбыҙҙы төрлө һыу афәттәренән аралай. Ололар яһаған һығымта дөрөҫ. Сор дөрөҫ тигән мәғәнәне лә аңлата (Б. т. һүҙлеге. 219-сы бит).

Тауҙары

Сораман ауылының оронимияһында тупраҡ төҫөн сағылдырған Аҡбалсыҡ, Аҡташ тип аталған тауҙар ҙа бар. Атамалар биреүҙең йәнә бер төрө – ул-был хәл-ваҡиғаға бәйле кеше исемдәрен биреү. Мәҫәлән, Ишбай тауы, Ялай тауы.
Ялай тауы. Бейеклеге – 795 метр. Борон, мөһабәт тау янындағы биләмәнең хужаһы Йәләлетдин исемле кеше булған. Шуға күрә ул тауҙы Ялай тип ҡыҫҡартып әйтеү ғәҙәткә кергән. Биология уҡытыу­сыһы Лариса Ғирфан ҡыҙы Ишмора­тованың әйтеүенсә, ул тау, ысынлап та, борон мәсет ролен үтәгән. Ҡырҙа йәйләгән халыҡ ошонда килеп намаҙ уҡыған. Шуға күрә уның түбәһендә дүрткел форма барлыҡҡа килгән.
Рамаҙан Әүлиә түбәһе. Элекке “Ҡаран” фермаһы янындағы тауҙа Әүлиә түбәһе барлығын халыҡтан ишетеп белә инек. Уның тураһында эҙләнеү эштәре башлағас, уға уҡыусылар ҙа ҡушылды. Мәҫәлән, Фирүзә Мамилина, Зәкиә өләсәһе иҫән саҡта әле, унан ишеткәнен район гәзитенә яҙғайны. Ҡасандыр уның Әүлиә хаҡындағы яҙмаһы бөгөн килеп ауылдаштар араһында яңынан-яңы хәтирәләр яңырыуға сәбәпсе.
Фермала эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар Сәлимә Рамаҙанова, Зәкиә Хиббанова, Сәкинә Шәрипова йәш саҡтарында үҙҙәре күргән серле зат тураһында бәйән итә торғайны. Уларҙың хәтирәләренә ҡара­ғанда, ул Әүлиә булған. Көн һайын иртән­сәк аҡ һаҡаллы ҡарт сүрәтендә шишмәгә йыуынырға йә иһә атын һуғарырға төшкән булған. Уны күргәс, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһылары ҡурҡыштарынан хатта илай торған булған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һуң, Ғәбит бабай ҙа таң менән уның Тәпәкбилдән төшөп, әлеге Ҡаран тауы яғына йүнәлгәнен күргән. Ҡөрьән сүрәләрен көйләп уҡығанына шаһит булған. Йәнә Нәжибә Ибәтуллина еңгәгә, Мөхәмәтжән Хисамов ағайға ла тап булған. Изгеләрҙең йәндәре лә, күрәһең, мәңгелек.
Шуға бәйле бер ваҡиғаны ла иҫкә алмаҡсымын. 1973 йылдың йәй айында миңә Зиннурҙың туғандары Рима, Фирүзә менән тау аръяғында ғына урынлашҡан Йәндек ауылына барырға тура килгәйне. Килгән юлыбыҙҙан ҡайтып барғанда, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, бер-беребеҙҙән айырылып, еләккә әүрәп киткәнбеҙ. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ҡото осҡан Рима ахылдап йүгереп килде. Шул тиклем ныҡ ҡурҡҡан. “Еңгә, еңгә!” тип илай-илай, ҡулы менән беҙгә нимәнелер күрһәтергә, аңлатырға маташа. Тик “ана тегендә” тиеүҙән башҡа бер ни әйтә алмай. Тынысландырғас, ул беҙгә бына ниҙәр һөйләне: ап-аҡ кейемле, башына аҡ сәллә ураған, аяғына ос яғы алғы яҡҡа кәкрәйеп торған йәшел ситек кейгән ҡарт, оҙон таяғын алға ташлай-ташлай, йөҙөп барған һымаҡ хәрәкәт итеп, уның янынан ғына үтеп киткән… Борон-борондан Әүлиә түбәһе тирәләй йөрөтөп, кесе ярау итә алмай ауырыған һыйыр малын, аттарҙы һәм бөйөрҙәре сирле кешеләрҙе дауалағандар. Әлеге көндә ат тотоусылар һирәк. Уның ҡарауы, бөгөн күптәр Әүлиә шишмәһенең һыуына сылатылған сепрәк менән машиналарын һөртә. Мин Сәғиҙә Ҡотоева менән Әүлиә түбәһенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙырттыҡ. Ирек Ишморатов, Айҙар Ғәләүетдинов уны кәртәләп алды, сөнки бөгөн дә бында килеүселәр байтаҡ. Улар биргән хәйер аҡсаһына тәһәрәтхана эшләттек.
Тағы бер мәғлүмәтте Фәрит Нәжип улы Вәлиевтән яҙып алдыҡ. Ул – сығышы менән Сораман кешеһе.
– 1959 йылдар тирәһендә, миңә сама менән туғыҙ йәш булғандыр, “Ҡаран” фермаһында төҙөлөш барған саҡ, – ти ул, – ә уның ҡаршыһында ғына – Әүлиә түбәһе. Әғзәм олатай менән Әүхәҙи бабайҙы ат менән әленән-әле шул изге түбәгә алып бара торғайным. Ҡарттарҙың үтенесе буйынсалыр, беҙ ул түбәгә урау юлдан менгәнебеҙ хәтерҙә. Олатайҙар аят бағышлағас, бергәләп Әүлиә шишмәһенән һыу эскәнебеҙ ҙә иҫтә ҡалған. Әүлиә шишмәһе хаҡында ишеткәс, мин байтаҡ ваҡыт уның ҡайһы тарафта икәнен белә алмай ҡаңғырҙым. Һораштыра торғас, был хаҡта белеүсе табылды. Ул – Зөлҡәғиҙә Әүхәҙи ҡыҙы Ғәләүетдинова. Уҙған йәй үҙе бер төркөм ҡунаҡтарға (мин дә улар менән барғайным) шишмәне күрһәтте. Баш ҡала ҡунаҡтары Әүлиә ҡәберлегенә зыярат ҡылғандан һуң шул изге һыуҙы эсеп кинәнде, хатта тәмле һыуҙы ҙур һауыттарға тултырып алды.
Әхмәт Әкрәм улы Хәйруллин әйтеүенсә, шишмә сит-ят күҙҙәргә бигүк салынырға теләмәгән кеүек, Ҡутырҙы тауының һул яҡ үҙәгендәге ҡоҙоҡтан ағып сыға ла юғала. Рафиҡ Ҡәләмовтың бесәнлегенә еткәс, ул йәнә ҡуйы шырлыҡ араһынан аға һәм, Әмир Кинйәбаевтың бесәнлегенә еткәс, тағы юҡҡа сыға. Киләһе бесәнлек Әхмәт Хәйруллин ағайҙыҡы. Унда шишмә йәнә ер аҫтынан урғылып, шундағы мәмерйәгә гөбөрләп ҡоя. Зәйнәкәй ауылында йәшәгән Сәбилә Нәҙершина ла Әүлиәгә бәйле бер хәлде иҫенә төшөрҙө: “Йоҡонан уянып китһәм, ултырғысыбыҙҙа бәләкәй генә Аҡ бабай ултыра, аяҡтары иҙәнгә лә теймәй. Үҙе бына нимә тине: “Улығыҙҙың ғаиләһе Рәсүл ауылына күсеп бармаһын”. Тауҙарға бәйле серле күренештәр тураһында Лариса Ғирфан ҡыҙы Ишморатова һөйләй:
– Сораман ауылынан түтә юл буйлап Яңы Байрамғолға киткән юлдың һул яғында урынлашҡан тауҙың битләүе ҡараһыу төҫтәге таштар менән ҡапланғанға, уны Ҡутырҙытау тип йөрөтәләр. Был тауҙа икенсе донъяға сыға торған мөғжизәле ҡапҡа бар, тиҙәр. Ошо турала ул бына ниҙәр һөйләй: “Бынан бер нисә йыл элек беҙ, дүрт уҡытыусы, әлеге тауҙың түбәһенә күтәрелдек. Күк салт аяҙ. Уның матурлығына һоҡланып, барыбыҙ ҙа зәп-зәңгәр күк йөҙөнә текәлдек. Ҡапыл ҡайҙандыр ап-аҡ болот пәйҙә булды. Иң ғәжәбе шул: беҙ күҙәткән болот, кинәт әллә ҡайҙа төшөп киткән һымаҡ, күҙ алдыбыҙҙа юҡ булды”.
Йәнә бер осраҡ хаҡында уҡытыусы Рәсилә Мотаһар ҡыҙы хәбәр итте:
– Ташҡыя ауылынан Зәйнәкәй мәктә­бенә көн һайын йәйәү йөрөп эшләгән саҡ. Бер шулай Сораман ауылының Тәпәкбил тигән үрен артылғас, мине бер ят машина ултыртып алды. Водителдең янында башына ҡалпаҡ кейгән бер ҡатын да бар ине. Үҙен тотошо менән ул миңә ни өсөндөр бик сәйер тойолдо. Әммә шоферҙың оятһыҙ рәүештә, етмәһә, йәп-йәш ҡыҙ бала алдында ҡысҡырып һүгенгәненә аптырай ҡуйҙым. Айырмаға еткәс, машина туҡтаны. Ир һаман һүгенә. Ә теге ҡатын бер ни булмаған ҡиәфәттә ултыра биргәс, еләк ҡарайым тип, машинанан төшөп китте. Кинәт башыма “Май айында ниндәй еләк булһын” тигән уй килде. Ир йәнә ҡаты итеп һүгенергә тотондо. Мин шунда ғына аңғарып ҡалдым: беҙҙең тарафтарҙа бары яман көстәр менән осрашҡанда ғына шулай ҡаты һүгенәләр. Кабинанан нисек атылып сыҡҡанымды ла хәтерләмәйем. Ауырыу-фәлән һуғылмаһын тип хатта артыма ла әйләнеп ҡараманым…
– Урал Хажин (хәҙер инде мәрхүм) тигән директор беҙҙең Сораман мәктәбендә эшләй ине, – тип һөйләй Эльвира Урал ҡыҙы. – Ҡыҙы менән ул да билдәһеҙ йән эйәләренә юлыҡҡан. Сентябрь айының бер сихри төнөндә ул оло ҡыҙы Эльвира менән Ҡобағош ауылынан “Запорожец” машинаһында ҡайтып килгән. Юлда туҡтап, бер аҙ ғына иген тейәп алырға булалар. Ҡыҙы тоҡто тотоп тора, ә атаһы ураҡ менән ура башлай. Тап шул мәлдә, прожекторҙан һибелгән кеүек, тирә-яҡ сағыу яҡты­лыҡҡа күмелә. Баштарын ҡалҡытһалар, ни күрәләр: уларҙан бер нисә аҙымда ғына телеграф бағанаһы бейеклегендәге мөһабәт һындар быларға ҡарап тора. Эльвира уларҙың хәрбиҙәрҙеке кеүек баҙлап торған көмөш төҫөндәге кейемдәрен, шаҡтай киң яурынлы булғандарын, кәүҙәләренең аҫҡа табан тарая барғанын да абайлап өлгөрә. Ағай ҙа, уның ҡыҙы ла бер нисә минутҡа шулай аптырашып, юғалып ҡала.
Аңдарына килгәс, әллә ҡыҙыҡһыныуҙан атай кеше уларға табан бер нисә аҙым яһай (һуңынан ул, теге йән эйәләре мине үҙҙәренә тартҡан кеүек тойолдо, тип һөйләр). Шул саҡ ҡыҙы әсе итеп сәрелдәп ебәрә. Уның “сыр” итеп ҡалыуынан атай кеше ҡапыл айнып китә. Ҡыҙыҡай үҙе белгән бер генә һүҙҙе – “бисмилла”ны ҡабатлай-ҡабатлай, атаһы менән юл ситендә торған машинаға табан ыңғайлайҙар. Әммә машинаны тиҙ генә ҡабыҙа алмайҙар. Бер аҙҙан ғына ҡуҙғалып китәләр.
Ә ихата эсендә быларҙы йәнә бер сюрприз һағалап торған. Ирен, ҡыҙының өйгә ҡайтып инеүҙәрен түҙемһеҙлек менән көткән Рафиға Хәбир ҡыҙы, ҡапҡаны шар асып, үҙе күтәрмәлә тора икән. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә. Төнгө күлдәктә, етмәһә, ай яҡтыһында ҡулдарын ҡаушырып торған һынды күргәс, Урал ағай, ҡото осоп, тегеләр бында уҡ килеп еткән, тип ҡысҡырып ебәрә… Ҡатыны тауыш биргәс кенә, аталы-ҡыҙлы тыныслана төшә. Үҙҙәре менән булған хәлде икенсе көнөнә улар кешеләргә һөйләһә лә, уларға ышаныусылар булдымы икән?! Юғиһә серле урынға Рәшиҙә менән Алмас Шакирйә­новтарҙы алып барып күрһәтмәҫтәр ине. Барһалар, улар бағана янында тапалып бөткән үләндәрҙе һәм түңәрәк эҙҙәрҙе күрә…
Әхмәт Хәйруллин, Талип Ишморатов күргәндәрҙән: төнгө сәғәт бер тирәһендә көтөүҙән айырылып ҡалған бәрәстәрҙе былар фермаға ҡыуып алып китеп барған. Ҡапыл Төлкөлөғырҙа буйында шар күренә. Ул тирә-йүнде яҡтыртып һауала бара биргәс, Яңы Байрамғол – Янтыҡбаш йүнәлешендә осоп бара ла күҙҙән юғала.
Илгизәр Зиннур улы Ҡәләмов күргәндәрҙән: “Яҙғы каникул башланғас, Өфө автобусынан төшөп, Сораманға барған юлдан ҡайтыу яғына атлайым. Кинәт ни күрәм: алда ут шары пәйҙә булды. Тәүҙә трактор, аҙаҡ комбайн тип уйлап, һаман атлай бирәм. Килә биргәс, уның һауала эленеп торған ҙур шар икәнлеген аңғарып ҡалдым… һәм, доғаларҙы уҡый-уҡый, Зәйнәкәйгә кире йүгерҙем.
Сабынлыҡ, йәйләү биләмәләре…

Сабынлыҡ, йәйләү биләмәләрен борон-борондан хужаларының исеме менән йөрөтөү һөҙөмтәһендә лә яңынан-яңы географик атамалар тыуған. Мәҫәлән, Усман, Хәтирә, Ҡоруйнаған, Бисәмбикә, Яхъя, Әҡлимә, Муйылбикә ҡыуаҡтары. Урындағы халыҡтың йәшәйешен, ғөрөф-ғәҙәтен сағылдырған топонимдар ҙа бар. Әйтәйек, Әүлиә шишмәһе, Аптыраҡай күпере. Образлылыҡ та айырым урын биләй. Мәҫәлән, ҡая таштарҙы бына нисек атағандар: Ташморон, Йомроташ, Өйташ, Эт ояһы Ҡараташ. Тәбиғәтте йәнле итеп күҙ алдына килтереү һөҙөмтәһендә лә яңы терминдар килеп сыҡҡан: Тирмән, Оҙонғор морондары. Билдәр: Текәбил, Тәпәкбил, Әүәлбил, Бурҙыбил, Батмабил. Үҙәктәр: Тәрәнүҙәк, Харис үҙәге, Әлмәш үҙәге, Өсүҙәк, Ҡаралайғыр еге, Күҫәк еге.
Бер урындың икенсеһенә ҡарата нисек урынлашыуына ҡарата бирелгәндәр ҙә байтаҡ: Зыяратөҫтө, Тәпәкбил аръяғы, Шаңҡаҫты һ. б. Иҫәп-хисапҡа нигеҙләнгән төшөнсәне аңлатҡандар ҙа бер нисәү: Өсүҙәк, Өскисеү, Яңғыҙҡайын.
Бөгөнгө көндәрҙә ул-был хәлгә ҡарата килеп тыуған атамалар: Заһит күле, Ыссыҡкүл (яһалма быуаны шулай тип атау ғәҙәткә кергән), Николай кисеүе, Фонтан, Карьер. Бейек тауҙар элек-электән ҡәлғәләр, йә булмаһа, маяҡ урындары ролен үтәгән. Оҙонғор тауының иң бейек нөктәһендә йыуан-йыуан бүрәнәләрҙән эшләнгән маяҡ була торғайны. Ул сереп ауһа ла, халыҡ телендә Маяҡ аҫты, Маяҡ тапҡыры тигән һүҙбәйләнештәр ҡалды.

Иғыт сабынлығы

Сораман бүлексәһе управляющийы Юлай Нәсим улы Ямалов ҡасандыр Кәримә әбейҙең үҙенә һөйләгән тарихы менән дә ихлас уртаҡлашты. Борон Сораман ауылында “Догонка” ҡушаматлы Иғыт тигән бәһлеүән йәшәгән. Уға бәйле риүәйәттәр әле лә халыҡ хәтерендә һаҡлана.
Элек ауыл кешеләре йыш ҡына Верхнеуралға утын һатырға йә иһә баҙарға бара торған булған. Сәфәр сыҡҡанда, айырыуса ҡыш юлдарҙы көрт ҡаплағанда, улар төрлө хәлдәргә лә юлыҡҡан. Мәҫәлән, ҡаршы осраған юлаусылар, тар баҫмала осрашҡан кәзә тәкәләре ишеләй бер-береһенә юл бирмәй маташҡан. Һөҙөмтәлә ике арала ыҙғыш-талаш ҡуба торған булған. Ә Иғыт күп һөйләшеп тормаған. Ҡаршыһына килеүсе юл бирмәй ҡырталашһа, тегеләрҙе аты-йөгө менән күтәреп алған да юлдан ситкә алып быраҡтырған.
Вәзир Сибәғәт улы Мөхәмәтовтың Ҡаръяуған аръяғындағы сабынлығын борон Иғыт сабынлығы тип атап йөрөткәндәр. Вятка яғынан килгән кешеләр менән Иғыт араһында әлеге бесәнлек өсөн гел талаш-тартыш булып торған. Ғауғаға сик ҡуйыр өсөн Иғыт берәүһенә үҙ-ара көс һынашырға тәҡдим яһаған. Теге ризалашҡас, Иғыт күбә дәүмәле ҙурлығындағы ташты күтәреп, уны бер өй янына алып барып һалған (ҡасандыр ул өйҙә Әнисә апай Йомағужина йәшәне). Башҡорттоң көс еткеһеҙ ҙур таш күтәргәнен күргән шаһит башҡаса Иғытты борсомаған.

Гидронимдар

Ҡарайылға, Ҡаран йылғаһы, Соңғор йылға, Үрге Ҡаран, Түбәнге Ҡаран. Мулла ҡойоһо, Шәкәр ҡойоһо, Мөҙәрис ҡойоһо, Ямал ҡойоһо, Дәүем, Енле ҡойо, Ҡаҙанҡойо (Ҡара йылға ағып сыҡҡан урын), Бүләк ҡойоһо. Сәлим кисеүе, Николай кисеүе, Өскисеү, Таҡтаярған кисеүе, Сыбарат кисеүе, Шаңҡаҫты кисеүе, Тәрәнүҙәк кисеүе. Соҡот кисеүе, Кинйәбай кисеүе (һуңғыһы Ҡара йылға менән Ҡаран йылғаһы ҡушылған ерҙә). Ташҡаҙған, Яңғыҙғайын соҡорҙары. Керәкә, Соҡот һаҙы, Иген һаҙы, Түтә тумар, Йыланды һаҙ, Йылы төбәк, Муйылбикә, Әбей сабыны һаҙлыҡтары. Таҡтаярған юлы, Тәпәкбил, Текәбил, Әүәлбил, Бурҙыбил, Оҙонғор, Ҡаран юлдары. Керәкә аръяғы, Ҡаршы, Сатра, Ҡарабил, Һаруй, Яйыҡ буйы, Бурташ яланы, Ялан баҫыуҙары.
– Әсәй Иҫтамғол ауылына Мәрхәбә апайҙың хәлен белергә киткәйне, – ти Рәфидә Вәлит ҡыҙы Нәҙершина. – Ә беҙҙең Сораман ауылында көнө-төнө ямғыр биҙрәләп ҡоя ғына. Бер ваҡыт әсәй берәү артынан, оҙайлы ямғырҙы нисек туҡтатыу тураһында өйрәтеп, миңә сәләм ебәрә. Уның өйрәтеүенсә, беҙ икәүләп бата-сума Ҡаралайғыр егенә юлландыҡ. Шунда ятҡан сөгөндө эҙләп тапҡас, уны шишмә эсенә түңкәрҙек. Яйлап тыма барған ямғыр тора-бара шып туҡтаны... Әсәй, ҡоролоҡ йонсотһа ла, яуын-төшөм һорап, тағы шул изге шишмә башына юл ала торғайны. Ике рәҡәғәт намаҙ уҡып бөтөүгә, бер-ике тамсы ямғыр күҙе төшә. Аллаһ Тәғәлә үҙенең хикмәте менән ана шул рәүешле тиҙҙән ямғыр яуасағы тураһында аңғарта ине.

Ташҡаҙған-Таҡтаярған

Ауыл ҡарттарының һөйләүе буйынса, элек был урындарҙа ҡуйы ҡарағаслыҡ булған. Революцияға тиклем тау аръяғында инглиздәрҙең шахтаһы эшләгән (әлеге көндәрҙә лә шахтаның барлығын һиҙҙерткән урындар бар, тиҙәр). Айбулат Ямалов әйтеүенсә, ат арбаһы менән үткән урындарҙа ер аҫтындағы бушлыҡ “даң-доң” итеп һиҙелеп ҡала. Бөгөн дә күҙгә бәрелеп торған соҡор-саҡырлы урындар – шул элекке шахталарҙан ҡалған күренеш. Шуға күрә был урынды Ташҡаҙған тип тә атайҙар. Һуңынан был урында ағас эшкәртеү промыслаһын ойошторғандар. Йыуан-йыуан ағастарҙы соҡоп, хужалыҡ кәрәк-ярағы ла эшләгәндәр.
Фәләх Аллабирҙе улы Кинйәбаевтың хәтерләүе буйынса, хәҙерге көндә ташландыҡ хәлдәге мәктәп баҡсаһы янындағы тау битләүендә лә борон йыуан-йыуан ҡарағастар үҫкән. Бында ла ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр. Әлеге әйберҙәрҙе, ағас-таштарҙы Верхнеурал яҡтарына алып барып һатҡандар. Ат, сусҡа һарайҙары ла ҡарағастан төҙөлгәйне, тип иҫкә ала Фәләх ағай.

Ҡаръяуған

Хәҙерге Ҡаръяуған тауы битләүе борон Сәлим атлы байҙың йәйләүе булған. Бер осор көҙ бик йылы килгән, шуға күрә йәйләүҙәгеләр ҡышлауға ҡайтыуҙы һаман һуҙған. Ә бер төндә аршындан ашыу ҡалынлыҡта ҡар яуған да ҡуйған. Байтаҡ мал, ваҡ бәрәстәр ныҡ ҡырылған. Шунан бирле был тауҙы Ҡаръяуған тип атап йөрөтәләр.

Урыҫүлгән түбәһе

1921 йот йылында Тирләндән килгән бер урыҫ, өй һайын һоранып йөрөһә лә, бер һыныҡ икмәк тапмай. Мәҫкәү юлы аша Верхнеуралға барам тип ул яңылыш кире яҡҡа китә һәм юлда туңып вафат булып ҡала. Уның кәүҙәһенә яҙ ғына барып сығалар. Шул аяныслы хәлдән һуң әлеге түбәне Урыҫүлгән тип йөрөтәләр.

Аптыраҡай күпере

Кисеү аша һалынған күперҙе әллә нисәмә тапҡыр көслө ташҡын ағыҙып алып китеп, халыҡты аптыратҡан, шуға күрә уға “Аптыраҡай күпере” тип исем биргәндәр.

Ҡышлау урындары

Ауыл халҡы бөгөнгө урынына килеп төпләнеп йәшәгәнгә тиклем өс урында Ҡышлау ҡорғандар, тип һөйләй торғайны атайым Әғзәм, тип иҫкә ала ине Әхмәҙиә Шәрипов. Хәтерҙә ҡалғанса, тәүге Ҡыштау – әлеге түбән остағы элекке тиҙәклек урынында, икенсеһе – Көсөккә бара торған юлдағы Торба күперҙең аҫҡы яғы, йылғаның һул яҡ яры. Һыуағыҙған ҡойоһо әле лә бар. Йәнә боронғо Ҡыштау урындары Шаңҡа буйында, йәғни Яланды биләгән. Һәр береһендә яҡынса 50-шәр йыл ғүмер кисергән хәлдә лә (Шаһишәриф олатай – 75, атай ҡарт 85 йәшендә донъя­нан киткән), шуларҙан самалағанда, ауылға 300 йыл, тип әйтә алам… Был турала Фәләх Кинйәбаевтың фекерҙәре иғтибарға лайыҡ. Уның һөйләүе буйынса, ауыл халҡы борон Янтыҡбашты ла биләгән.

Тиләүҙәр тураһында хикәйәт

Учалы районының Сораман ауылы Табын-Тиләү ырыуына ҡарай. Ғалимдар әйтеүенсә, Тиләү ырыуы тарихы ҡасандыр Алтайҙа йәшәгән Теле ырыуына барып тоташа. Борон Алтай тауының иң бейек түбәһендә Тау хужаһы йәшәгән. Уның Умай исемле ҡатыны, ике улы һәм ҡыҙҙары ла булған. Улар Яҡты көстәр менән бәйләнешкә кереп, был тарафтарҙа гелән изгелек таратып көн иткән. Ләкин Ҡара көстәргә идара итеүсе Уҫал зат эйәһе киләсәктә үҙен Тау хужаһының балаларын үлтерәсәген асыҡ тойомлай. Ул мәкерле хәйлә ҡора һәм Тау хужаһының ғаиләһен юҡ итергә теләп, уңайлы мәлде һағалай.
Йылдар үткән. Тау хужаһының да көс-ҡеүәте кәмей барған. Үҙенең үлеменән һуң ғаиләһенә Ҡара көстәр яғынан хәүеф янағанын яҡшы белгән Тау хужаһы балаларын һәм уларҙың әсәһен яҙмыш ихтыярына ташлап ҡалдырғыһы килмәй.
Нисек кенә ауыр булһа ла, үҙенә генә билдәле алымдар ярҙамында, яҡында­рының йәнен үҙе алырға ҡарар итә. Ике уланының йәндәрен таш ҡыуышы эсенә йәшереп, уларҙың һындарын үҙенең ҡул һуҙымындағы араға, көнсығыш яҡҡа урынлаштыра. Ул замандағы ҡанундар буйынса, таш һындарға хатта Ҡара көстәр ҙә ҡағылырға тейеш булмаған. Тау хужаһына ҡатыны менән дә бәхилләшергә ваҡыт етә. Битенән үбеп, уның менән хушлашҡас, Умайҙы Катунь (Ҡатын) йылғаһына, ҡыҙҙарын уның ҡушылдыҡтарына әүерелдергән. Ғаиләһенән айырылғас, уға бик тә яманһыу була, шуға күрә ул үҙе лә яҡындарынан алыҫ китергә теләмәй, мәғрур тау ҡиәфәтен ала. Ул тауҙы Белуха тип атайҙар.
Бөгөн Алтайҙа тиләүҙәрҙең тоҡомдары йәшәй. Мәҫәлән, 1959 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса, ундағы теленгит, телес, телеут тигән халыҡ төркөмдәренең дөйөм һаны 44654 кеше булған. Кемерово өлкәһендә Челухоево тип аталған ултыраҡ бар. Ул төбәктә лә телеут халҡы йәшәй. 2002 йылда алынған халыҡ иҫәбе буйынса, бында барлығы 2650 кеше булғаны билдәле. Шул өлкәнең Беково ауылында “Чолкой” тип аталған тарих-этнография музейы эшләй. Ҡасандыр ул тарафтарҙа йәшәгән тиләүҙәрҙең тарихын, мәҙәниәтен тергеҙеү йәһәтенән, музей директоры В.И. Челухоев һәм уның фәнни хеҙмәткәре Л.Г. Челухоева тарафынан оло эштәр атҡарыла.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873