Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер аҫты йәнлеге
Ер аҫты йәнлеге Йомрандар кимереүселәрҙең тейендәр ғаиләһенә ҡарай, үҙҙәренең әллә нисәмә төрө була. Кәүҙәһенең оҙонлоғо – 14 – 40 сантиметр, ҡойроғо – 4 – 25 сантиметр. Артҡы аяҡтары алғыһына ҡарағанда аҙ ғына оҙонораҡ. Ҡолаҡтары ҡыҫҡа, еңелсә һәленеп төшкән. Арҡаһының төҫө төрлөсә: йәшкелттән алып зәңгәрһыуға тиклем. Йыш ҡына буйҙан-буйға ҡараһыу һыҙыҡ үтә, бәләкәс “таптар” йәки аҡһыл-сыбар төҫтәр бар. Ҡабырға яҡлап та тәне буйлап аҡһыл һыҙыҡтар үтеүе мөмкин. Ҡорһаҡ өлөшө бысраҡ-һары йәки аҡһыл төҫтә. Ҡышҡылыҡҡа йомрандың тәне йомшаҡ һәм ҡуйы йөн менән ҡаплана. Ә йәйгеһен ул һирәк һәм йәмһеҙерәк. Бала имеҙер өсөн дүрттән алып алты парға тиклем имсәге була.


Йомрандар дала, урмандарҙа, туғайлыҡтарға бай ерҙәрҙә йәшәй. Туғайлыҡтар буйлап улар поляр һыҙығына, дала яҡлап ярым сүллеккә, хатта сүллеккә тиклем барып етә. Таулы урындарҙа, диңгеҙ кимәленән 3500 метрға саҡлы оя ҡоралар. Тормоштары ер өҫтөндә үтә, үҙҙәре өң ҡаҙып йәшәй. Өңдәрҙең оҙонлоғо йәшәгән тәбиғәт шарттарына һәм йомрандарҙың төрөнә бәйле. Ҡомло тупраҡта, мәҫәлән, ояларының оҙонлоғо – 15, тәрәнлеге өс метрғаса етә. Ҡаты тупраҡлы ерҙә иһә өңдө биш-ете метрғаса ҡаҙалар. Өң эсендә йәшәү өсөн айырым бүлмә яһайҙар, ҡоро үлән түшәйҙәр.
Йомрандар башлыса өңдәренән алыҫ булмаған ерҙә үлән тамыры, үлән менән туҡлана. Ҡайһы бер төрҙәре бөжәк ашай. Аҙыҡ туплағанда үлән орлоҡтары, яҡын баҫыуҙарҙа иген йыялар. Көндөҙ өң эсендә ятһалар, иртәле-кисле тышта “эш” менән мәшғүлдәр. Һалҡындар төшөү менән йоҡоға талалар. Ҡайһы бер төрҙәре хатта йәйен дә йоҡлап ала, был аҙыҡ ҡытлығы булған ерҙәрҙә күҙәтелә. Улар уртаса 6,5-7 ай йоҡлай.
Йомрандар ҡышҡы йоҡонан уянғас аталана. Инә йомран йылына бер тапҡыр 2 – 13 бала килтерә. Йөклөлөгө 23 – 28 көнгә саҡлы һуҙыла. Эре йомран тиреһен сәнәғәттә файҙаланалар. Йомрандарҙы иген ҡарағы булараҡ ғәйепләйҙәр. Был игенселек менән шөғөлләнгән райондарҙа күҙәтелә. Мәҫәлән, оҙон ҡойроҡло йомран йылына алты килограмғаса, ә бәләкәс иҫәпләнгән төрткөлө йомран 700 грамм иген йыя.

Һары йомран

Иң эре төр: тән оҙонлоғо 38 сантиметрғаса етә, ҡойроғо – 12-гә. Арт аяғының табандары яланғас. Йөнө һары ҡом төҫөндә, ара-тирә остары ҡара йөнө лә осрай. Волганың һул ярынан башлап төньяҡ Иран һәм Афғанстанғаса таралған. Ярымсүллек һәм балсыҡлы сүллектәрҙә йәшәй, ләкин ҡоро ҡомло ерҙе үҙ итмәй. Өңдәрҙе төркөм-төркөм итеп ҡаҙалар. Был төркөмдәрҙе фәндә “колония” тип атайҙар. Ошондай колонияларҙың араһы – унар, хатта йөҙәр километрға етә. Өңдәре ике – вертикаль һәм горизонталь – киҫәксәнән тора. Бер өңдөң дөйөм оҙонлоғо 106 метрғаса етә. Уртаса тәрәнлеге – 210 сантиметр. Бер гектарға ошондай 25-әр өң булыуы мөмкин. Арал диңгеҙенең төньяҡ ярҙарында һары йомрандар бәләкәй йомрандар менән аралаш йәшәй. Был йәнлектәргә дала бөркөттәре һәм ҡәбер бөркөттәре (орел-могильщик) артыҡ үрсергә бирмәй, сөнки улар башлыса йомран ите менән туҡлана. Һары йомрандар 1–15, хатта 17 (ғәҙәттә 6–8) бала таба. Улар дала алабутаһы, ҡаҙ һуғаны, йәш әрем һәм башҡа дала, сүллек үҫемлектәре тамырҙары, үҙәктәре менән туҡлана.
Етерлек майҙы тиҙ туплап, олораҡ йомрандар сүллектәрҙә июнь аҙағы – июль баштарына уҡ йоҡоға тала. Ә төньяҡта июль аҙағында ҡышҡы йоҡоға сумалар. Көньяҡта – февралдә, ә төньяҡтараҡ мартта уяналар, һары йомрандар ауыл хужалығына артыҡ зыян килтермәй. Тиреһе бик ҡиммәт һанала. Тире әҙерләүселәр терминында уны “ҡом йомраны” тип йөрөтәләр.

Бәләкәй йомран

Был йәнлектең оҙонлоғо 19 – 21 сантиметр булһа, ҡойроғо – дүрт. Алғы тәпәйҙәренең табаны яланғас. Йөнө ҡыҫҡа, төҫө аҡһыл, көрән-һоро, аҡһыл төрткөләр менән ҡапланған. Башлыса Европа һәм Ҡаҙағстан ярымсүллек­тәрендә йәшәй, урында үҫкән ҡый үләндәрен, уларҙың тамырҙарын ашай. Бәләкәй йомрандың ояһы горизонталь рәүештә башланып, яйлап 1,5–2 метр тәрәнлеккә төшә. Яҙын ер өҫтөнә сығыр өсөн нәҙек кенә вертикаль тишек тишеп ҡуя. Шуның өсөн был тишекте “яҙға сығыу юлы” тип йөрөтәләр. Сығыуына өс-дүрт көн үтеүгә, өң хужаһы ҡышҡы йоҡоға талыр алдынан горизонталь юлды эске яҡлап күмеп ҡуйған “бөкө”нө аса. Өңдә ун йылдар самаһы йәшәгән йомрандар йәшәү бүлмәһе яғына 30 – 40 вертикаль һәм горизонталь (ауыш) юл яһай. Йомран оялары тирәләй 45 – 60 сантиметр бейеклегендәге ҡалҡыулыҡ­тар барлыҡҡа килә. Улар йомрандар үҙ итмәгән тоҙло матдәләрҙән тора. Тәүҙә уларҙа бер ни үҫмәй, бер нисә йылдан тоҙҙарҙы үҙ итеүсе үҫемлектәр менән ҡаплана. Был әремде йорт хайуаны ла, йомрандар ҙа ашамай. Йомрандар йәш үлән менән туҡлана, ә бөртөклө культураларҙан тик һолоно ғына һайлай.
Йоҡонан тәүҙә ата йомрандар уяна, бер аҙ торғасыраҡ – инәләре. Һуңынан аталаныу уйындары башлана. Инәләре 22 – 26 көн йөклө йөрөй. Балалары тыуғанда 3,5 – 4 грамм ғына булһа, өс аҙналыҡ саҡтарында иһә 25 грамғаса етә.
Йомран балаһына 20 – 25 көн тигәндә, өңдән үҙаллы сығалар. Шул уҡ ваҡытта үҫемлек менән туҡлана башлайҙар. Ә әсәһе иһә балалары өсөн яңы өң ҡаҙырға тотона. Бер аҙҙан ул балаларын бөтөнләй ташлай. Яңғыҙ ҡалған бәләкәстәр әсәләре төҙөгән өйгә урынлаша. Бер нисә ғаиләнән сыҡҡан йәштәр буш урындарға тула. Ҡайһы саҡ хатта бер ояға бер нисә ғаилә балалары йыйыла, ләкин был ваҡытлыса ғына. Тора-бара улар һәр береһе үҙҙәренә айырым өң таба.
Был арала йомрандарға, бөркөттәрҙән тыш, хатта һайыҫҡандарҙың да һөжүме йышая. Йәштәр мәж килгән, бушамаған саҡта улар араһында ауырыуҙар ҙа күбәйә. Сирле йәнлек башҡаларға йоҡтора. Бигерәк тә чума (тағун, үҙенә бер төрлө етди йоғошло ауырыу, ул һауа, аҙыҡ аша йәки бөрсә эйәләштереүҙән тарала) ҡурҡыныс. Шулай итеп, бер-береһенә сир йоҡтороп, был ауырыу тотош ғаиләләрҙе биләп ала. Йәш йомрандар бер-береһе менән аралашҡан саҡта ул нығыраҡ тарала. Был ваҡыт кеше өсөн дә хәүефле.
Бәләкәй йомран беҙҙең фаунаның иң зарарлы йәнлектәре иҫәбенә инә. Берҙән, алда телгә алынған ауырыу таратыусылар булһа, икенсенән, ер аҫтынан тоҙло ҡатламдарҙы сығарып, файҙалы үләндәрҙе бөтөрөп, көтөүлектәргә ҙур зыян килтерәләр. Уның тағы бер хәүефле яғы бар: һыйыр-һарыҡты бруцеллез (кешелә һәм малда бруцелла бактерияһы йоғоуҙан килгән оҙайлы йоғошло сир) ауырыуын йөрөткән талпандар менән зарарлай.

Һоро йомран

Был төр йәнлектәрҙең тәндәре уртаса оҙонлоҡта 23,5 сантиметрға етә, ҡойроғо – ете сантиметр. Артҡы тәпәйҙәре ҡуйы йөн менән ҡапланған. Тиреһе бер төҫлө – һоро һәм ҡуйы һоро. Көнбайыш һәм Урта Европала киң таралған. Был төр йомрандар тигеҙлекте лә, ҡалҡыу­лыҡтарҙы ла үҙ итә. Һөрөнтө ерҙәрҙә ваҡытлыса ғына өң яһаһа, ә бына башҡа (хатта ташлы) урында ул оҙаҡҡа туҡтала. Даими тороу өсөн иҫәпләнгән өңдәренең оҙонлоғо 14 метрҙан 105 метрға саҡлы (уртаса 40 метр) етә. Күпселектә бер-ике бүлмәһе була. Тәрәнлеге – 80 сантиметр. Был иһә ҡыш сығырлыҡ тигән һүҙ, сөнки унда ер тик 25 – 30 сантиметрға саҡлы ғына туңа.
Яҙын һоро йомрандарҙың төп аҙығы – үлән һәм үлән тамырҙары. Июнь аҙағына инде ошо уҡ үләндәрҙең орлоғо өлгөрә. Шулай уҡ еләк, ҡара бөрлөгән менән туҡланалар. Кукуруз баҫыуын улар әллә ҡайҙан тоя. Шуға ла өңдәренән 200 метрҙан ашыу ерҙән дә ошонда ашығалар. Баҫыу ситенән 10 – 18 метр киңлектә уларҙың бөтә уңышты тиерлек ашап бөтөүе мөмкин.
Һоро йомран йылына ике – һигеҙ бала килтерә. Йәштәре яҙын май аҙағына өңөнән сыға. Улар яңы ояларға тән оҙонлоғо 13 – 15 сантиметрға, ауырлыҡтары 50 – 60 грамға еткәс урынлаша. Июлдең тәүге ун көнлөгөндә ҡышҡы йоҡоға талалар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528