Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тел – ул милләт йәшәүе”
Батшалар телен киҫкәндә лә,
Башҡортом бит телһеҙ булмаған.
Рауил БИКБАЕВ.
***
Мең-мең йылдар үткән тел ул;
Мең киҫелеп, үҫкән тел ул;
Ҡылды ҡырҡҡа киҫкән тел ул;
Дуҫлыҡты аманат иткән тел ул –
Һай, афарин, башҡорт теле!
Хәким ҒИЛӘЖЕВ.
***
Әсә теле – бишек йыры, әсәләрҙең үҙ балаларын күкрәгенә ҡыҫып яратыу, һөйөү, наҙлау теле; өләсәйҙәр һөйләгән әкиәттәр, риүәйәттәр, хикәйәттәр те­ле; бәйеттәр, ҡоба­йыр­ҙар һәм геро­ик эпос­тар теле, ола­тайҙар хикәйә­лә­гән сал тарих, сәсәндәр ижад иткән мәҙхиә­ләр теле; кейәүгә оҙатылған йәш ҡыҙ­ҙарҙың сеңләүе. Әсә теле – тыу­ған яғың­дағы сылтырап аҡҡан шиш­мәләр, яҙ көн­дә­ре шашып һайрашҡан ҡоштар моңо. Үҙ төйәгеңдәге һәр әйберҙең исе­мен, ата­маһын, уның бик күп төрлө бил­дә­лә­рен, эскән һыуыңдың, һулаған һауаң­дың, әсәләрҙең күкрәк һөтөнөң һәм үҙ ерең­дең икмәгенең тәмен әсә телендә тоя, әйтә белеү кешегә бирелгән иң ҙур бәхет ул.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ.
***
Телдән дә көслө нәмә юҡ. Тел ул ҡы­лыстан үткер. Бер һүҙ берәүҙе үлтерә икән, икенсеһе терелтә ала. Тел йыуата ла, илата ла, уттарға ла һала, тартып та ала.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
***
Ерҙә һәр тел – ғүмер буйы йыйған
Бөйөк хазинаһы халыҡтың.
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.
***
Яҡтырт юлды, күңелдәрҙе,
Арттыр аҡыл-белемдәрҙе,
Мәңге йәшә, байы һәм үҫ,
Башҡорт теле – халҡым теле,
Дәүләт теле, туған телем,
Быуаттарҙан быуатҡа күс!
Гөлфиә ЮНЫСОВА.
***
Тел – аралашыу сараһы ғына түгел ул, иң беренсе нәүбәттә милләттең рухи байлығын, меңдәрсә йыллыҡ тәжрибәһен йыйған бөтмәҫ хазина.
Шамил АНАҠ.
***
Телен юғалтҡан халыҡ –
Табала ятҡан балыҡ.
Рамаҙан ШӘҒӘЛИЕВ.
***
Тел – диңгеҙ... Диңгеҙ төптәрендә – ынйы-һүҙ.
Рәшит ШӘКҮР.
***
Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай,
йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт,
олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор,
зирәк һин,
Әй хикмәтле, әй ҡәҙерле
башҡорт теле.
Зәйнәб БИИШЕВА.
***
Әсәм телен әгәр ҡыйырһытһам,
Әйтер һүҙем иңрәп тотлоғор.
Ул бит сабый саҡтан аңға һеңгән
Сәңгелдәктә отҡан моңло йыр.
Яҡуп ҠОЛМОЙ.
***
Аҡһаҡалдар аҡылындай хаҡлыҡ телем,
Сабыйҙарҙың сафлығындай
намыҫ телем,
Атам теле, әсәм теле, сәсән теле –
Уралымдай йәшә мәңге, башҡорт теле!
Ҡәҙим АРАЛБАЙ.
***
Тәбиғәт биргән иҫ китмәле мөғжи­зә ул – туған тел. Туған тел – ул той­ғо те­ле, моң теле. Беҙ туған телдә һөй­лә­шеп туғанлыҡ тойғоһон яҡынай­табыҙ, туған телдә йырлап беҙ шат­лыҡ ишәйтәбеҙ, ҡайғы тара­табыҙ, күңел сафландырабыҙ.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә