“Тел – ул милләт йәшәүе”11.10.2016
Батшалар телен киҫкәндә лә,
Башҡортом бит телһеҙ булмаған.
Рауил БИКБАЕВ.
***
Мең-мең йылдар үткән тел ул;
Мең киҫелеп, үҫкән тел ул;
Ҡылды ҡырҡҡа киҫкән тел ул;
Дуҫлыҡты аманат иткән тел ул –
Һай, афарин, башҡорт теле!
Хәким ҒИЛӘЖЕВ.
***
Әсә теле – бишек йыры, әсәләрҙең үҙ балаларын күкрәгенә ҡыҫып яратыу, һөйөү, наҙлау теле; өләсәйҙәр һөйләгән әкиәттәр, риүәйәттәр, хикәйәттәр теле; бәйеттәр, ҡобайырҙар һәм героик эпостар теле, олатайҙар хикәйәләгән сал тарих, сәсәндәр ижад иткән мәҙхиәләр теле; кейәүгә оҙатылған йәш ҡыҙҙарҙың сеңләүе. Әсә теле – тыуған яғыңдағы сылтырап аҡҡан шишмәләр, яҙ көндәре шашып һайрашҡан ҡоштар моңо. Үҙ төйәгеңдәге һәр әйберҙең исемен, атамаһын, уның бик күп төрлө билдәләрен, эскән һыуыңдың, һулаған һауаңдың, әсәләрҙең күкрәк һөтөнөң һәм үҙ ереңдең икмәгенең тәмен әсә телендә тоя, әйтә белеү кешегә бирелгән иң ҙур бәхет ул.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ.
***
Телдән дә көслө нәмә юҡ. Тел ул ҡылыстан үткер. Бер һүҙ берәүҙе үлтерә икән, икенсеһе терелтә ала. Тел йыуата ла, илата ла, уттарға ла һала, тартып та ала.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
***
Ерҙә һәр тел – ғүмер буйы йыйған
Бөйөк хазинаһы халыҡтың.
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.
***
Яҡтырт юлды, күңелдәрҙе,
Арттыр аҡыл-белемдәрҙе,
Мәңге йәшә, байы һәм үҫ,
Башҡорт теле – халҡым теле,
Дәүләт теле, туған телем,
Быуаттарҙан быуатҡа күс!
Гөлфиә ЮНЫСОВА.
***
Тел – аралашыу сараһы ғына түгел ул, иң беренсе нәүбәттә милләттең рухи байлығын, меңдәрсә йыллыҡ тәжрибәһен йыйған бөтмәҫ хазина.
Шамил АНАҠ.
***
Телен юғалтҡан халыҡ –
Табала ятҡан балыҡ.
Рамаҙан ШӘҒӘЛИЕВ.
***
Тел – диңгеҙ... Диңгеҙ төптәрендә – ынйы-һүҙ.
Рәшит ШӘКҮР.
***
Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай,
йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт,
олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор,
зирәк һин,
Әй хикмәтле, әй ҡәҙерле
башҡорт теле.
Зәйнәб БИИШЕВА.
***
Әсәм телен әгәр ҡыйырһытһам,
Әйтер һүҙем иңрәп тотлоғор.
Ул бит сабый саҡтан аңға һеңгән
Сәңгелдәктә отҡан моңло йыр.
Яҡуп ҠОЛМОЙ.
***
Аҡһаҡалдар аҡылындай хаҡлыҡ телем,
Сабыйҙарҙың сафлығындай
намыҫ телем,
Атам теле, әсәм теле, сәсән теле –
Уралымдай йәшә мәңге, башҡорт теле!
Ҡәҙим АРАЛБАЙ.
***
Тәбиғәт биргән иҫ китмәле мөғжизә ул – туған тел. Туған тел – ул тойғо теле, моң теле. Беҙ туған телдә һөйләшеп туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап беҙ шатлыҡ ишәйтәбеҙ, ҡайғы таратабыҙ, күңел сафландырабыҙ.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.