Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туғандарҙың татыулығы байлыҡтан артыҡ
Туғандарҙың татыулығы байлыҡтан артыҡ Башҡортостан — бик күп ҡәүемдәр өсөн изге ер

Илтифат итеп күҙәтеп барғанда, Рәсәйҙең тышҡы һәм эске сәйәсәтен баһалаусыларҙың әүәл-әүәлдән күп булыуына ышанаһың. Хәҙер улар бермә-бер ишәйҙе. Сәйәси аналитиктарҙың әүҙемләшеүен, бәлки, ниндәйҙер тарихи осорға бүлергә лә ярамайҙыр. Әүҙемлектең йә һүрелеүҙең үҙ сәбәптәре, алға этәргән йә тотҡарлаған көстәре барҙыр. Тик уларҙы күреп алыу, баһалау һәм алдағы хәлдәрҙе күҙаллау һәләте генә бөтәһенә лә бирелмәгән. Шул уҡ ваҡытта һәр кемгә үҙ фекерен әйтеү форсаты ҡала. Нәүбәттәге Республика көнөн билдәләгән мәлдәрҙә беҙ ҙә шул мөмкинлектән файҙаланып ҡалайыҡ. Был Башҡортостанға автономиялы республика статусы бирелеүҙең 100 йыллығына әҙерлек башланған ваҡытта айырыуса мөһим.

“Беҙҙе үҙегеҙҙең кимәлгә күтәрегеҙ”

Америка Ҡушма Штаттарының киң вәкәләттәргә эйә булған штаттар федерацияһы көсөргәнешле эске сәйәси һәм ҡораллы көрәш һөҙөм­тәһе булараҡ формалашҡан. Бөгөнгө федератив Германияның нигеҙендә канцлер Отто фон Бисмарк берләш­тергән кенәзлектәр, дәүләттәр, граф­лыҡтар ята. Уртаҡ телле, тышҡы сә­йәсәттә, оборонала, дөйөм иҡтисади йүнәлештә берҙәм булған дәүләттә лә алман ерҙәре үҙаллы дәүләтселек атрибуттарына эйә.
Аңлашылалыр, федератив мө­нә­сә­бәттәргә ҡоролған дәүләтте ойош­тороуҙа төп маҡсат кем­деңдер дәү­ләтселек амбицияларын ҡәнәғәт­лән­дереүҙә түгел. Ғөмүмән, күп мил­ләтле илдә һәр ҡәүемдең иҡтисади, мөлкәти, мә­ҙәни ихтыяждарын ҡәнә­ғәтлән­дереү өсөн көрәш һис ҡасан да тынмай, бары уларҙың формаһы һәм ҡырҡыулығы ғына үҙгәреүе мөмкин. Ошо йәһәттән 1905 йыл­дың 17 октябрендә булдырылған Рәсәй Дәүләт Думаһына һайланған Баш­ҡортостан депутаттарының эшмәкәр­легенә күҙ һалайыҡ. Әйткәндәй, бер нисә саҡырылыш ҡына эшләп ҡалған Дума депутаттары аҙ һанлы ҡәүем­дәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлауҙа бай­таҡ эш башҡарып өлгөргән.
Ә инде Башҡортостан тура­һында һүҙ алып барғанда, Дәүләт Дума­һын­да башҡорт депутаттары күтәр­гән байтаҡ мөһим мәсьәлә 1919 йыл­дың мартында Үҙәк хөкүмәт менән Башҡортостан араһындағы автономия тураһын­дағы килешеүҙә лә иҫәпкә алынған.
Мәҫәлән, Башҡортостан депутаттары батша хөкүмәтенән баш­ҡорт­тар­ҙан алдаҡ һәм көс менән тартып алынған ерҙәрҙе ҡайта­рыуҙы талап иткән. Беренсе саҡы­рылыш Дәүләт Думаһы сессия­һында сығыш яһап, Өфө губернаһы вәкиле, Рәсәй мосолмандар союзы ағзаһы Шәйхәйҙәр Сыртланов батша хөкүмәтен баш­ҡорт ырыуҙары Рәсәйгә ҡушылған саҡта алған бурыстарын үтәмәүҙә ғәйепләгән. III Дума депутаты, әлеге Шәйхәйҙәр Сыртлановтың улы юрист Ғәлиәс­кәр Сыртланов һәр халыҡтың үҙенсәлеккә һәм хөрлөктә үҫеүгә хоҡуҡлы булыуын талап ит­кән. “Һеҙгә мәғлүмдер, әфәнделәр, ифрат тыйнаҡ булғанда ла, һәр халыҡ айырым, тыумыштан килгән хоҡуҡ­тарға эйә, – ти ул. – Һәр халыҡ­тың бүтән­дәргә оҡшап та етмәҫлек һыҙаттары була, әммә улар баш­ҡа­ларға бер ниндәй ҙә зыян килтермәй, ә шул һыҙаттар милли, күңелгә оҡ­ша­ған, ғәҙәтләнелгән икән, халыҡ­ты­ҡы булып һаҡлап ҡалынырға тейеш”.
Шул уҡ ваҡытта, мосолмандар хоҡуҡтарын яҡлауға баҫым яһаған бүтән депутаттарҙан айырмалы рәүештә, 4-се саҡы­рылыш Думаһы депутаты, эсер Иб­ниәмин Әхтәмов икен­се­рәк йүнәлештәге мәсьә­ләләрҙе күтәрә. Сығыш те­маһының мө­һим­леген иҫәпкә алып, мин уны ки­ңерәк кил­те­рергә булдым: “...дәү­ләт төҙөлө­шө мәсьә­ләһендә ва­тандаш­та­рыбыҙ рус­тар менән тулыһынса берҙәм­лек һаҡлап, беҙ, мосолмандар, мәҙәни-ағартыу бурыстарын ғәмәл­ләш­тер­гәндә милли үҙен­сәлегебеҙҙе оно­топ ҡал­дыра ал­май­быҙ... үҙенсә­лек­ле үҫеш аша ғына беҙ заман дәү­ләте граждандары өсөн мот­лаҡ булған мәҙәни ки­мәл­гә өлгәшә алабыҙ. Земство һәм ҡала үҙидаралыҡ­та­рын­да мосолман халыҡта­ры мөм­кин ҡәҙәр киң ҡатнаш­лыҡ итһен өсөн за­кондарҙы реформалау кәрәк, сөнки урын­дағы үҙидара­лыҡта әүҙем ҡатна­шыуҙы халыҡты тәр­биәләү­ҙәге ғәйәт мөһим сара тип иҫәп­ләй­беҙ”. Һәм сығышын тамам­ла­ған­да депутат Әхтә­мов: “Һеҙгә мөрәжәғәт итәм, әфәнделәр, Дәүләт Ду­маһы ағзалары, беҙҙе икенсе разрядлы граждандар хәленән сығарығыҙ, үҙегеҙҙең ки­мәл­гә күтәре­геҙ”, – ти.
Йөрәкһеп әйтелгән ошо һүҙҙәрҙе килтереп, дөйөм бер һығымтаға ла килергә булалыр: Рәсәй Дәүләт Ду­маһына Башҡортостандан һай­ланған депутаттарҙың сы­ғыштары сәйәси автономия өсөн 1917 йыл­дың йә­йендә Әх­мәт­зәки Вәлиди менән Шәриф Манатов етәксе­легендә йәйелдерелгән көрәшкә башланғыс булды.
Рәсәй федератив дәүләте составында Башҡортостанға, автономия статусын алып, вәкәләттәре сикләнгән булһа ла, дәүләтселек атрибуттарына эйә булып йәшәп китеү юлында бихисап кәртәне үтергә тура килгән. Әгәр автономия Совет власы өсөн киҫкен мәлдә, башҡорт ғәскәрҙәренең ҡораллы ҡапма-ҡаршы тороуҙа һиҙелерлек урынын иҫәпкә алып иғлан ителһә, Үҙәктә власть нығына барған һайын, Мәскәүҙең йәш автономияға, уның хоҡуҡтарына мөнәсәбәте үҙгәргән.
Рәсәй үҙе халыҡ-ара хоҡуҡи субъект булып, сос­тавына ингән республикалар, крайҙар, өлкәләр, милли округтар менән мөнәсәбәттәрҙе уңайлы хәлгә килтергәнсе байтаҡ ғүмер уҙған. Ошо ике тиҫтә йыл эсендә федератив мөнәсәбәттәр, милли республи­каларҙың “йота алырлыҡ” суверенитетынан башлап, ғәмәлдә элеккесә үҙәкләштереүгә ҡайтып ҡалған борма-борма юл үтте. Һүҙ юҡ, демократик төҙөлөшкә ең һыҙғанған федераль дәүләттә субъекттар Крылов мәҫәлендәгесә Аҡҡош, Суртан һәм Ҡыҫала ролен уйнарға тейеш түгел. Теге йәки был республиканың, өлкәнең Федераль үҙәк менән мөнәсәбәттәрендә субъект эсендә йәшәгән рус булмаған милләттең һаны йәки боронғолоғо түгел, бәлки шул субъекттың федераль дәүләттә тотҡан иҡтисади ҡеүәте, мәҙәни урыны төп урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта Үҙәк менән республикалар араһындағы вәкәләттәр системаһын, бюджет-финанс мөнәсәбәттәрен көйләү барышында власть үҙәге Мәскәүгә генә күсергә тейеш түгел. Мөнәсәбәттәр гармонияһының боҙолоуы, республика закондарын федераль закондарға яраҡлаштырыу менән бергә, илдә авторитар хакимлыҡҡа килтереүе ихтимал. Бындай тенденцияның ғәмәлдә икәнлеген инҡар итеп булмай.
Икенсе яҡтан, федераль властың нығыуы ил менән идара итеүгә ыңғай йоғонто яһаған һымаҡ. Әммә федераль округтар булдырыу, үҙәктәге һәр ведомствоның урында идаралыҡтарын асыу чиновниктар армияһын ифрат арттырҙы, ябай халыҡ өсөн буталсыҡтар тыуҙырҙы. Мәскәү, округ өсөн бындай система властың нығыныуы булып күренәлер, әммә урындарҙа үҙәк вәкилдәренә саҡырылмаған ҡунаҡ, наместник итеп ҡарайҙар. Ошондай үҙәккә тартыу шарттарында ла Башҡортостан етәкселеге Мәскәү ведомстволары менән уртаҡ тел табып, килешеп эшләргә тырыша...


“Рус менән тормош кисерҙек һайрашып...”

Быны татар халҡының бөйөк шағиры әйткән. Ғөмүмән, Туҡай ижадында Рәсәйгә мөхәббәт, уның халыҡтары араһында быуаттар буйына килгән яҡын дуҫлыҡ, рухи берҙәмлек мотивтары айырыуса ныҡ кәүҙәләнде. 90-сы йылдар башында, донъялар болғанып китеп, күмелеп тә төптә серемәй ятҡан сүп-сар тиҙәк өҫкә ҡалҡып сыҡҡас, Мостай Кәримдең “Россиянмын” тип аталған классик шиғырына ла тел тейҙерә башланылар. Ярай әле әҫәр, шағир үҙе лә, сағылдарҙа үҫкән имән кеүек, ныҡлы ине. Тарих иләге аша үтеп, утта янмай, һыуҙа батмай ҡалған хәҡиҡәтте осраҡлы ел генә йыға алмай ул. Әммә “демократия”, “мөстәҡиллек” кеүек юғары идеалдарҙың йәмғиәткә ниндәй хәтәрҙәр алып килеү ихтималы барыбыҙ өсөн дә һабаҡ булды.
Донъяла бер генә халыҡ та, бүтәндәрҙән айырылып, яңғыҙы йәшәмәй. Уның янында теле, ғөрөф-ғәҙәттәре, дине, шөғөлө, тормош рәүеше менән айырылһа ла, шулай уҡ ҡыуана һәм һыҙлана белгән, йөҙөн шундай уҡ йылмайыу яҡтыртҡан, хыялланған һәм хафаланған, һөйгән һәм һөйөлгән, ниндәй шарттарҙа ла сабыйына күкрәк һөтө биргән кемдер барыбер була. Шунһыҙ донъя ниндәйерәк булыр ине икән?
Кешенең тәбиғәте сәйер: ул ете диңгеҙ аръяғында йәшәгән кемдеңдер яҙмышы тураһында хафаланыуы ихтимал, әммә янында ғүмер иткән яҡынының кәйефенә, ниндәй уйҙар менән йәшәүенә илтифат итмәүе мөмкин. Пафослыраҡ итеп әйткәндә, был — беҙҙең менталитеттың бер өлөшө. Татар кешеһе, мәҫәлән, бер көйҙө көйләп, һүҙҙе берҙәй үк тип әйтерлек һөйләп йәшәгән күршеһенең башҡорт милләтенән булыуына иғтибар итә тиһегеҙме? Бигерәк тә — ябай хеҙмәт кешеһе. Телдәр, ғөрөф-ғәҙәттәр, диндәр яҡын булмаһа ла, рус халҡының нисәмә быуаттар буйына йәнәшә генә йәшәүенә шул тиклем өйрәнгәнбеҙ, хатта уларһыҙ донъяның булыу мөмкинлеген дә күҙ алдына килтермәйбеҙ.
Бөгөн Башҡортостанда йәшәгән рус ҡәрҙәштәре­беҙҙең ергә түккән тире һәм республикала ғүмер кисергән башҡа халыҡтарға яһаған йоғонтоһо тураһында уйланғанда, уның шул тиклем дә күп яҡлы һәм тәрән булыуына хайран ҡалаһың.
“Тәрбиәләнеүсе үҙен тәрбиәләгәндәрен һиҙмәҫкә тейеш, сөнки ул процесс тормоштоң үҙе кеүек үк тәбиғи булғанда ғына һөҙөмтә бирә”, — тигән раҫлау бар педагогтарҙа. Шуның кеүек, русса һөйләшеү, русса уйлау — Рәсәй мөхитендә бергә ҡайнап йәшәгән һәр кеше өсөн ғәҙәти хәл. Хәҙер: “Мин русса һөйләшә беләм”, — тигән кешегә ғәжәпләнеберәк ҡарарҙар ине, сөнки татарса йә башҡортса һөйләшкән кешенең рус телен белмәүе — һирәк осрай торған күренеш.
Тарих өсөн дә дүрт быуаттан артыҡ ваҡыт — байтаҡ ғүмер. Рус сәйәсәтселәренең, эшҡыуар­ҙары­ның, крәҫтиәндәрҙең, зыялы һәм хәрби кешеләрҙең башҡорттар тупланыбыраҡ йәшәгән Көньяҡ Урал тарафтарында күренә, күсенеп ултыра, ошо ерҙә яңынан тормош ҡора башлауына шул ара үткән. Урындағы халыҡтың нисек, ниндәй шөғөл менән көн күреүенә иң тәүҙә шаһит булған рустарҙа хәл төрлөсә тәьҫир ҡалдырған. Кемдер башҡорттоң балаларса бер ҡатлы, ышанып барыусан, ярҙамсыл булыуына һоҡланһа, икенселәр ҡәүемдең бөлгөн хәлдә, ҡараңғылыҡта, ике тарафтағы цивилизациялар уртаһында юғалыбыраҡ көн күреүенә үкенгән.
Әгәр Оло Иҙел менән Тубыл араһында күсенеп йөрөгән башҡорт ҡәбиләләренең ХVI быуатҡа тиклем булған хәлен күҙ алдына баҫтырырға тырышһаҡ, әле милләт булып ойошоп өлгөрмәгән ырыу-ҡәбиләләрҙең төрлө яҡтан уратып алған көслө ханлыҡтар араһында хәүефле тормошта көн күреүенә ышаныу ауыр түгел, Көньяҡтан һәм Көнсығыштан янаған ҙур ҡурҡыныс алдында башҡорт ырыуҙарының тәүҙәрәк — Бөйөк Болғар дәүләте менән арҡаҙаш булырға, һуңынан Рәсәй дәүләте ҡанаты аҫтына ынтылыуы халыҡтың үҙен һаҡлап ҡалыу маҡсатында эшләгән инстинктив аҙымы тип баһалана. Ул аҙымға сәйәси төҫ һуңынан бирелә.
Тарихтағы ҡоласлы һәр ваҡиғаның башында, сәйәсәт менән бергә, халыҡтың теләге, уй-хыялы тора. Хәҡиҡәткә тура ҡарап әйткәндә, дәүләттәр, халыҡтар бер-береһе менән ниндәйҙер союзға инер алдынан ябай кешеләр дәрәжәһендә яҡынлашыу, бер-береһен белеү, ҡәрҙәшлек башлана. Рустарҙың хәҙерге Башҡортостан еренә күсенеп, төпләнеп йәшәп алып китеүе халыҡтарҙың бер-береһен оҡшатыуы, хөрмәт итеүе, бер-береһенә ҡулдаш итеп ҡарауы арҡаһында мөмкин булған. Әгәр ҡайһы бер мәлдә ер, мөлкәт мәсьәләләрендә аңлашылмау­санлыҡ килеп сыҡҡылаған икән, бында йә админис­тратив органдарҙың эшләп етмәүе, йә закондарҙың камил булмауы ғәйепле.
Күптән артта ҡалып, хәтерҙә инде тоноҡланды тигән йылдарға, хәл-ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтһаң, уҙған юлыңда, һине саҡырып, йәнә шәм ҡабынғандай тойола. Оноттом, юғалттым тигән шәхестәр, улар менән уртаҡ башҡарған эштәр зиһендең ҡайһы бер мөйөшөндә һаҡлана ла, ваҡыты еткәс, зарураты булғанда тауыш бирә икән. Бала саҡ тәьҫораттары, йәшлек осорондағы белгән-күргәндәр йылдар үткән һайын икенсерәк төҫ, башҡасараҡ яңғыраш ала. Ҡайһы саҡ ниндәйҙер ваҡиғаларға һәм ғәмәлдәргә үҙеңдең ҡатнашлығың булыуға ышанмай ҙа башлайһың. Ләкин, үткән ваҡытта нисек кенә аҙашып йөрөмә, йәшәгән йылдарың һине бөгөнгө көнөң менән бәйләп, уҙғандар һиңә һабаҡ та бирә, кеше ғүмеренең баһалап бөтөргөһөҙ хазина булыуын да тәҡрарлай.
Уҙған быуаттың 50-се йылдарында сыҡҡан гәзиттәрҙе аҡтарып ултырғанда “Советская Башкирия” гәзитендә Мостай Кәрим менән Әнүәр Бикчәнтәевтең 1954 йылда Әбйәлил районына сиҙәм күтәрергә килгән кешеләрҙең тәүге мәлдәре тураһында яҙылған күләмле очеркына юлыҡтым. Үҙҙәре лә әле 35-40 йәш тирәһендәге яу юлдарын үткән яҙыусылар илдең һәр тарафынан йыйылған егет һәм ҡыҙҙар менән осрашҡанда ниндәй хис-тойғо эсенә сумды икән? Буласаҡ “Урал” совхозының икһеҙ-сикһеҙ, ҡар менән таш ҡатнаш далаларын гиҙгәндә уларҙың күҙ алдына йәнә фронт, яу яланы килгәндер. Сиҙәмселәрҙең эште, көнкүреште ойошторорға тырышып мәж килеүҙәре, кем белә, һуғышта ҙур һөжүмгә әҙерләнеү мәшәҡәттәрен хәтерләткәндер.
Маһир яҙыусылар ҡалдырған очерк геройҙары менән мин ун йылдан күберәк ғүмер үткәс, районым гәзитенә ҡайтып эшләй башлағас, таныштым. Сиҙәм ерҙәрҙе күтәреү ул саҡта Башҡортостандың байтаҡ төбәктәрендә бер юлы башланғайны бит. Һуғыш бөтөп ун йыл да үтмәҫтән ошо тиклем эште ҡуҙғатып ебәреү өсөн ил етәкселәренән сәйәси ихтыяр талап иткәндер, халыҡҡа йәһәтерәк икмәк биреү теләге, совет халҡының ҙур маҡсаттар хаҡына үҙен ҡорбан итергә әҙерлеген күрһәтеү теләге лә булғандыр инде. Ундай уй-ниәттәрҙең нигеҙендә, ғәҙәттә, ябай кеше тиҙ генә асылына төшөнә алмаған глобаль сәйәсәт ята.
Ә миңә “Урал” совхозының балҡып күтәрелгән, күкрәп йәшәгән йылдарын күреү бәхете тейҙе. Әбйәлилемдә башҡорттар, рустар һәм татарҙар ҡатнашып донъя көткән ауылдар күп. Иҙел башы тауҙарынан күсеп, Оло Ҡыҙыл буйы, Ирәндектең көнсығышындағы далаларға һибелеп ултырған Гусев, Михайловка, Селивановка, Борисов, Маркин ауылдарында рустар уҡмашып, урындағы халыҡтан тәүге мәлдәрҙә генә айырымыраҡ йәшәгән. Тора-бара донъя ихтыяждары милләттәрҙе бер-береһе менән тәүҙә знакум, белеш, ә инде йәшәй бирә дуҫ, ҡәрҙәш, туған яһаған. “Бер күргән — белеш, ике күргән — таныш, күп күргән — дуҫ” тигән әйтем юҡтан ғына килеп сыҡмаған инде. Башҡорт яҙыусыһы Мөхөтдин Тажиҙың бер әҫәрендәге “Питрә знакум, был мин... Карамалинский Тәнзилә”, — тип танышыуы ла әле күптәрҙең хәтерендәлер.
Йылдар үтә, әллә нисәмә ҡәүем вәкилдәренең бер хужалыҡта татыу, ығы-зығыһыҙ йәшәүенә миҫал кәрәк булһа, әйләндек тә “Урал”ға барҙыҡ. 1929 йылда республикала тәүгеләрҙән булып ойошторолған “Красная Башкирия” совхозында ғүмер баҡый рустар, башҡорттар, татарҙар йәшәүе уйыбыҙға ла инеп сыҡмаған. Был хужалыҡтан бүленеп, айырым хужалыҡ булып эшләгән “Йәнгел” совхозында ла рус кешеһе генә төпләнмәгән. Тимәк, кемдең ниндәй телдә һөйләшеүе, ҡайһы ғәҙәттәргә өҫтөнлөк биреүе күршеләренең күңелен ҡытыҡламай, тартындырмай һәм кәмһетмәй. Һәр хәлдә, әллә гел яратып яҙғанға, “Урал”да мин ун биш төрлө милләт вәкилдәре араһында бер проблема ла күрмәй торғайным.
Ныҡлабыраҡ фекерләй китһәң, шул тормош үҙе бер һабаҡ булған икән дәбаһа. “Урал”, бер саҡ ныҡлап ҡеүәтләнеп китеп, район етештергән бөтөн игендең сиреген бирә башланы. Хужалыҡҡа ҡаты ҡуллы, шул уҡ ваҡытта кеше күңелле Миңнислам ағай Мирсаяпов етәкселек итә. Сиҙәмгә ул Мәләүез районының Айтуған ауылынан килгәйне. Әллә рус ҡыҙына өйләнгәнгә, Миңнислам Нурислам улы башҡортса һирәк һөйләште. Хәйер, күп милләтле хужалыҡта ҡайһы телдә аралашыу мөмкинлеге һәр беребеҙгә мәғлүм. Районыбыҙҙағы тәүге Социалистик Хеҙмәт Геройы, күрше ауыл Амангилделә тыуып үҫкән Вафир ағай Тайсиндың уландары “Урал” совхозында йә рус, йә башҡорт, йә алман ҡыҙҙарына өйләнеп бөттө.
Дүртөйлөнән килеп, иң данлыҡлы комбайнсы һәм шофер булып киткән Рәзих менән Фәнәүиҙең ғаиләләрендә лә шундай уҡ хәл. Мин бөгөн рус кешеләре Николай Азанов менән Николай Карповты, татар егете, сая һәм шаян баш агроном Наил Ҡорбановты, украин, беҙҙең ғаиләнең яратҡан знакумы, тракторсы Сергей Музыканы, алман кешеләре Генрих Вильдейс менән Яков Тейхребты, мордва Кузьма Комаровты һағыныуымды йәшермәйем. Байрамдар етһә, Сиҙәм ҡасабаһы урамдарында хәҙер нисәмә халыҡтың моңо яңғырамай, ниндәй генә милли аштар тәме ашъяулыҡ янына саҡырмай...
Был ерҙең уртаҡ тир менән һуғарылыуын һәм алтын йондоҙҙарға лайыҡ батырлыҡ менән яҡтыртылыуын раҫлар миҫалдар күп. “Урал” совхозында сиҙәмдең тәүге яҙында тәүге бураҙнаны ярырға ваҡыт еткәс, ул бәхет Әбйәлил егете Сафа Истамғәлин менән ситтән килгән тракторсы Павел Мокроусовҡа тәтегән. Башҡорт һәм рус механизаторҙары был эште, әлбиттә, ябай задание тип ҡабул иткәндер, әммә осраҡлылыҡта ла законлылыҡтың булыуы хаҡ.
Икенсе хәл Кузьма Комаровтың улы Савелий менән булды. Ул комбайнын ремонтлағанда ҡазаға осрап, бер аяғынан яҙғайны. Ни эшләйһең, бәлә ағас башынан йөрөмәй, әҙәм балаһының кемлеге шундай мәлдә һынала. Һүҙ һөйләүе генә еңел, яҙмышыңа яҙылғанды күтәреү ауыр. Савелий иһә протез менән йәнә комбайнға ултырҙы, Рәзих Ғабдрахманов кеүек арыҫландар менән тиң йөрөнө. Артабан институт тамамлап, совхозда инженер булып эшләне.
Әбйәлилемдә йәшәгән халыҡтың 90 процентҡа яҡыны — башҡорт. Шул уҡ ваҡытта уның тарихында, хужалығының һәр тармағын үҫтереүҙә башҡа халыҡтың телен, ғөрөф-ғәҙәтен үҙенеке иткән меңдәрсә кеше ҡатнашты. Һәм әле лә шулай. Ләкин мин хәтерем төпкөлдәрен яҡтыртып торған кешеләрҙе айырыуса яҡын күрәм. Урыҫтар Иван Дмитриевич Суворов менән Иван Филиппович Орлов икеһе ике хужалыҡты алып барҙы. “Красная Башкирия” совхозы директоры Суворов йөҙөндә мин ифрат аҡыллы һәм киң күңелле рус кешеһе образын күрәм. Иван Дмитриевич үҙ заманынан уҙыбыраҡ атлаған етәксе ине шикелле. Бер мәл уҡытыу эшенә һәр даим иғтибары өсөн Суворовҡа “Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән исем бирҙеләр. Игенсе булһа ла, Иван Дмитриевич ысын мөғәллим дә ине.
Уйлай китһәң, нисәмә милләт кешеләре бер ергә ерегеп, тел һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе уртаҡлаштырып, хәүеф-хәтәрһеҙ ғүмер кисергәнбеҙ икән. Алексей Ишутин “Йәнгел” совхозында директор булһа, Көҫәмеш ауылында — татар Азат Хәйеров, Гусевта рәйес — алман Исаак Пеннер. Был ағайҙарҙың һәр береһе тураһында китап яҙырлыҡ. Хәйер, рәхмәт әйтеү бер ҡасан да һуң булмай. Беренсе мөғәллимәм, татар милләтле күрше Хафаса өләсәйем, артабанғы кластарҙа үҙемә һабаҡ биргән уҡытыусыларым Әминә Кирәева, Мәйсәрә Ильясова апайҙарҙы оноторлоҡмо һуң?! Башҡорт төбәгенә килеп, улар, беҙҙең бәхеткә, ташлап китмәне.
Берҙәм булыу халыҡҡа берәгәйлек бирә, татыулыҡ ризыҡтарыбыҙҙы татлы итә. Туғанлыҡтың төҫтәре лә, тәмдәре лә шуларҙан бар булалыр. Донъя байлығы килә лә китә, бергә йәшәү бәхетенә үлсәүҙәр юҡ.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист,
Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Салауат Юлаев ордены кавалеры.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873