Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшме, тәжрибәме?
Күп кенә ойошма етәкселәре инаныуынса, һәр быуындың үҙ өҫтөнлөктәре бар: йәш белгестәр булдыра алмағанды уларҙың өлкән коллегалары бик еңел башҡара йәки, киреһенсә, тәжрибәһеҙҙәр бығаса иң ауыры тип һаналған ниндәйҙер эшкә тәүәккәллек менән тотона ла, оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткәндәрҙе хайран ҡалдырып, уңышҡа өлгәшә.


Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, эш биреүселәр йәштәрҙең күндәм һәм оҙаҡ уйлап тормаусан (39%), әүҙем һәм маҡсатҡа ынтылыусан (38%), зирәк һәм ҡалыплашмаған аңлы булыуын бик мөһим сифаттар тип һанай. “Шул уҡ ваҡытта, – ти улар, – яңы ғына эшкә килгәндәр, ни тиклем шәп хеҙмәткәр икәнлегенә ҡарамаҫтан, олораҡ хеҙмәт­тәштәре һымаҡ күп аҡсаға дәғүә итмәй, үҙҙәренә юғары баһа ҡуймай”. Бынан тыш, ойошма етәкселәре билдәләүенсә, әлеге категория вәкилдәренең эшкә һәләте көнләшерлек: алһыҙ-ялһыҙ тырышалар (35%), эргә-тирәһендә тыныс, көсөргәнешһеҙ мөхит тыуҙыралар (27%).
Ҙур стажлыларға килгәндә, компания башлыҡтары тәү сиратта уларҙың тотороҡлолоғон һәм оҙайлы хеҙмәттәшлек яҡлы булыуын (77%), бай тәжрибә һәм үҙенсәлекле белем туплағанлығын (69%), эш буйынса йөкмәтелгән һәр бурысҡа яуаплы ҡарауын (52%), һөнәри даирәләге бәйләнештәре киңлеген (50%) атай. Өлкәндәр белгәнен йәштәр менән ихлас уртаҡлаша (33%), йылдар дауамында яуланған абруйын файҙаланып, башҡа­ларға йоғонто яһай ала, шулай уҡ эштең ниндәй һөҙөмтә бирергә тейешлеген һәм уға өлгәшеү юлдарын белә (22%).
Йәмәғәтселек фекерен өйрәнгәндә, әйткәндәй, штатында төрлө быуын кешеләре булған компанияларҙың етәк­селәре ҡатнашҡан. Улар араһынан ҡул аҫтындағыларҙың уртаса йәшен 30 тип күрһәткәндәрҙең 56 проценты хеҙмәткәрҙәр сафында 45 йәштән олораҡтар ҙа барлығын билдәләгән. Һәм, киреһенсә, коллективы башлыса 41 йәште үткәндәрҙән тупланған ойошмаларҙың яртыһынан күбеһендә 23 йәш­тән кесерәктәр ҙә теркәлгәне асыҡ­ланған. Был эш биреүселәрҙең йәште, енесте һәм башҡа социаль-демографик күрһәткестәрҙе түгел, ә тәжрибәне, белемде, һөнәри сифаттарҙы өҫтөн итеп ҡуйыуын тағы бер мәртәбә дәлилләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә