Йәшме, тәжрибәме?11.10.2016
Күп кенә ойошма етәкселәре инаныуынса, һәр быуындың үҙ өҫтөнлөктәре бар: йәш белгестәр булдыра алмағанды уларҙың өлкән коллегалары бик еңел башҡара йәки, киреһенсә, тәжрибәһеҙҙәр бығаса иң ауыры тип һаналған ниндәйҙер эшкә тәүәккәллек менән тотона ла, оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткәндәрҙе хайран ҡалдырып, уңышҡа өлгәшә.
Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, эш биреүселәр йәштәрҙең күндәм һәм оҙаҡ уйлап тормаусан (39%), әүҙем һәм маҡсатҡа ынтылыусан (38%), зирәк һәм ҡалыплашмаған аңлы булыуын бик мөһим сифаттар тип һанай. “Шул уҡ ваҡытта, – ти улар, – яңы ғына эшкә килгәндәр, ни тиклем шәп хеҙмәткәр икәнлегенә ҡарамаҫтан, олораҡ хеҙмәттәштәре һымаҡ күп аҡсаға дәғүә итмәй, үҙҙәренә юғары баһа ҡуймай”. Бынан тыш, ойошма етәкселәре билдәләүенсә, әлеге категория вәкилдәренең эшкә һәләте көнләшерлек: алһыҙ-ялһыҙ тырышалар (35%), эргә-тирәһендә тыныс, көсөргәнешһеҙ мөхит тыуҙыралар (27%).
Ҙур стажлыларға килгәндә, компания башлыҡтары тәү сиратта уларҙың тотороҡлолоғон һәм оҙайлы хеҙмәттәшлек яҡлы булыуын (77%), бай тәжрибә һәм үҙенсәлекле белем туплағанлығын (69%), эш буйынса йөкмәтелгән һәр бурысҡа яуаплы ҡарауын (52%), һөнәри даирәләге бәйләнештәре киңлеген (50%) атай. Өлкәндәр белгәнен йәштәр менән ихлас уртаҡлаша (33%), йылдар дауамында яуланған абруйын файҙаланып, башҡаларға йоғонто яһай ала, шулай уҡ эштең ниндәй һөҙөмтә бирергә тейешлеген һәм уға өлгәшеү юлдарын белә (22%).
Йәмәғәтселек фекерен өйрәнгәндә, әйткәндәй, штатында төрлө быуын кешеләре булған компанияларҙың етәкселәре ҡатнашҡан. Улар араһынан ҡул аҫтындағыларҙың уртаса йәшен 30 тип күрһәткәндәрҙең 56 проценты хеҙмәткәрҙәр сафында 45 йәштән олораҡтар ҙа барлығын билдәләгән. Һәм, киреһенсә, коллективы башлыса 41 йәште үткәндәрҙән тупланған ойошмаларҙың яртыһынан күбеһендә 23 йәштән кесерәктәр ҙә теркәлгәне асыҡланған. Был эш биреүселәрҙең йәште, енесте һәм башҡа социаль-демографик күрһәткестәрҙе түгел, ә тәжрибәне, белемде, һөнәри сифаттарҙы өҫтөн итеп ҡуйыуын тағы бер мәртәбә дәлилләй.