Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Эш эҙләйем. Аҡсаһы мөһим түгел”
“Эш эҙләйем. Аҡсаһы мөһим түгел” Кеше 30 – 40 йәшендә эш урынын алмаштырыу, йәшәү мөхитен үҙгәртеү тураһында уйлана башлаусан. Был йыш ҡына һайлаған һөнәреңдән ҡәнәғәтлек тоймауға бәйле. Бөтөн нәмәне лә аҡса менән үлсәп булмай бит. Йәшерәк ваҡытта, яҡшы түләйҙәр тип, күңелең ятмаған хеҙмәт урынына бараһың да йылдар үтеү менән үкенәһең, ниндәйҙер көрсөккә терәлә барыуыңды аңлайһың.


Эшмәкәрлек өлкәһен үҙгәртеүҙең бер нисә төрө бар. Көн дә бер үк нәмә менән шөғөлләнгән юрист, бухгалтер һымаҡ һөнәр эйәләре, мәҫәлән, күп осраҡта ижади мөхиткә тартыла һәм дизайнер, флорист, фотограф, кондитер, тимерсе йәки балта оҫтаһы булып китә. Мауығыуыңды төп кәсебеңә әйләндереү өсөн махсус уҡыу курсы үтеү йәки кемдеңдер тәжрибәһен уртаҡлашыу хәйерле. Тағы бер йүнәлеш – Интернет аша эшләүгә күсеү. Был осраҡта шул уҡ һөнәреңдә ҡалырға, тик заманса технологиялар ярҙамында уның яңы кимәленә сығырға мөмкин. Ҡайҙалыр өҫтәмә белем алыу һис тә зыян итмәҫ.
Һөнәр алмаштырыусыларҙың ниндәй аҙымға әҙер икәнен йәшенә ҡарап та тоҫмалларға була. Мәҫәлән, 30 йәшлектәр йыш ҡына, алда ғүмер бар әле, тип эшмәкәрлек йүнәлешен тамырынан үҙгәртеү маҡсатында юғары уҡыу йортона инергә лә, сит тарафтарға күсенергә лә тәүәккәлләй. Өлкәнерәктәр иһә туплаған тәжрибәһенән, таныш мөхиттән, хеҙмәттәштәре менән бәйләнештән баш тартырға ашыҡмай һәм саҡ ҡына бүтәнсәрәк ҡарар ҡыла: йә тулы булмаған ставкаға элекке урынында ла ҡалып, белеме буйынса дәрестәр, консультациялар бирергә тотона, йә ирекле эшләү өсөн ошо йүнәлештә бизнес аса. Әлбиттә, уларҙы вуз тупһаһын тапарға күндереүе ҡыйын, сөнки, беренсенән, илебеҙҙә хәҙер тәүге юғары белемде генә бушлай алырға мөмкин, икенсенән, пенсия йәшенә яҡынлашҡанда диплом хаҡына ифрат ҡәҙерле йылдарҙы ҡорбан итергә тура киләсәк, өсөнсөнән, ваҡыт уҙыу менән кешенең хәтере насарая, дүртенсенән, ғаиләлеләрҙең көнкүреш мәшәҡәттәре былай ҙа баштан ашҡан.
Иң ҡулай һәм сағыштырмаса арзан ысул – курс­тар. Уларҙың ҡайһы берҙәренә эштән һуң, ял көндәрендә генә лә йөрөргә була, Интернет аша уҡыу мөмкинлеге лә тәҡдим ителә. “Работа.ру” порталы асыҡлауынса, кондитер йәки ашнаҡсы булырға теләгәндәргә, мәҫәлән, ресторан кухняһын­да оҫталарҙан бер нисә дәрес алыу 5-6 мең һумға төшә. Шул уҡ йүнәлештә аҙналыҡ курс 10 – 15 мең һум торһа, ике-һигеҙ айлыҡ программа 20-нән 95 мең һумғаса баһалана икән. Кейем тегергә өйрәтеү буйынса ла хаҡтар шул сама: салбар, пинжәк, пальто бесеү серҙәрен белер өсөн ике-дүрт дәрестә булған хәлдә 10 – 15 мең һум түләй­һең. Тулыраҡ программалар ҙа ҡыйбат түгел: 9 – 12 мең. Әйткәндәй, бер нисә әйбер тегеп һатҡас та ул аҡсаң кире ҡайтасаҡ.
Хеҙмәт баҙарын анализлау һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, әле интерьер дизайны буйынса белгестәргә ихтыяж ҙур. Уларҙың иң аҙ тәжрибәле­ләре лә бинаның квадрат метры өсөн 500 һум ала, ти. Шул уҡ хеҙмәтте оҫтарған кеше башҡарһа – берәр, даны сыҡҡан дизайнерға мөрәжәғәт иткән осраҡта өсәр мең һумдан түләргә тура килә. Әммә был һөнәргә уҡыу курстары осһоҙ түгел: айына 15 мең һум булһа ла, ҡыҫҡа программалар юҡ, иң аҙы – йылға яҡын. Интерьерҙы 3D форматында күрһәтә белмәгәндәргә заказ табыуы ауыр, ә уныһына өйрәнеү өҫтәмә рәүештә 30 – 40 мең һумды сығарып һалыуҙы талап итә. Әлбиттә, йәш белгескә әлеге аҡсаны ҡайтарырға тәүге фатирҙың дизайны өсөн алған хаҡ та етәсәк.
Интернеттағы һөнәрҙәр буйынса ситтән тороп белем алыусылар ҙа күп хәҙер. Социаль селтәрҙәр администраторы булырға теләгәндәр һәр сайт өсөн 7 – 15 мең һум түләһә, ошо өлкәлә дизайн яһарға өйрәнеү кәмендә 6 мең һумға төшә. “Инстаграм”дағы аккаунттарҙы алға ебәреү серҙәрен беләм тиһәң дә, хаҡ 6 мең һумдан башлана. Сығымдар тиҙ үк аҡлана, сөнки был өлкәләге белгестәрҙең уртаса килеме айына 30 мең һум тирәһе тәшкил итә. Уҡыуҙы ла, эште лә Интернетҡа тоташтырылған өйҙәге компьютер аша алып барып булғас, әлеге мөмкинлекте декрет ялында ултырған ҡатындар бик әүҙем файҙалана.
Кеше яңы һөнәрҙе бушлай ҙа үҙләштерә ала. Был йәһәттән мәшғүллек үҙәге ярҙамға килер. Унда барып, ниндәй курстар барлығын белешеп ҡарарға кәрәк. Ғәҙәттә, тегенсе, ашнаҡсы, маникюр һәм педикюр яһау оҫтаһы, визажист, сәс алыусы, флорист һымаҡ хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур булған һөнәр эйәләрен әҙерләйҙәр. Тик был осраҡта мәшғүллек үҙәгендә эшһеҙ булараҡ теркәлеү мотлаҡ, сөнки ҡайҙалыр хеҙмәт иткәндәргә дәүләт иҫәбенә уҡып сығыу хоҡуғы тәтемәй.
Түләүһеҙ курстарҙың йәнә бер уңайһыҙ яғы – кешене юғары квалификациялы белгес итеү маҡсаты ҡуйылмауы. Унда бешеренеүселәрҙе рес­торан йәки заманса кафе түгел, ә ябай ашхана өсөн әҙерләйҙәр, кейем тегеүселәрҙе лә үҙ брендын булдырырлыҡ оҫта кимәленә еткермәйҙәр. Ә бына аҡсаға ҡоролған уҡытыу эшмәкәрлеге нәҡ юғары сифатты күҙ уңында тота. Түләүле курстарҙа яңы технологиялар һәм материалдар, бизнес ойоштороу серҙәре тураһында бик күп мәғлүмәт тупларға мөмкин, тимәк, аҙаҡ үҙ кәсебеңде асып, эшләй башлағанда хаталарың, икеләнеүҙәрең аҙыраҡ буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә