Кеше 30 – 40 йәшендә эш урынын алмаштырыу, йәшәү мөхитен үҙгәртеү тураһында уйлана башлаусан. Был йыш ҡына һайлаған һөнәреңдән ҡәнәғәтлек тоймауға бәйле. Бөтөн нәмәне лә аҡса менән үлсәп булмай бит. Йәшерәк ваҡытта, яҡшы түләйҙәр тип, күңелең ятмаған хеҙмәт урынына бараһың да йылдар үтеү менән үкенәһең, ниндәйҙер көрсөккә терәлә барыуыңды аңлайһың.Эшмәкәрлек өлкәһен үҙгәртеүҙең бер нисә төрө бар. Көн дә бер үк нәмә менән шөғөлләнгән юрист, бухгалтер һымаҡ һөнәр эйәләре, мәҫәлән, күп осраҡта ижади мөхиткә тартыла һәм дизайнер, флорист, фотограф, кондитер, тимерсе йәки балта оҫтаһы булып китә. Мауығыуыңды төп кәсебеңә әйләндереү өсөн махсус уҡыу курсы үтеү йәки кемдеңдер тәжрибәһен уртаҡлашыу хәйерле. Тағы бер йүнәлеш – Интернет аша эшләүгә күсеү. Был осраҡта шул уҡ һөнәреңдә ҡалырға, тик заманса технологиялар ярҙамында уның яңы кимәленә сығырға мөмкин. Ҡайҙалыр өҫтәмә белем алыу һис тә зыян итмәҫ.
Һөнәр алмаштырыусыларҙың ниндәй аҙымға әҙер икәнен йәшенә ҡарап та тоҫмалларға була. Мәҫәлән, 30 йәшлектәр йыш ҡына, алда ғүмер бар әле, тип эшмәкәрлек йүнәлешен тамырынан үҙгәртеү маҡсатында юғары уҡыу йортона инергә лә, сит тарафтарға күсенергә лә тәүәккәлләй. Өлкәнерәктәр иһә туплаған тәжрибәһенән, таныш мөхиттән, хеҙмәттәштәре менән бәйләнештән баш тартырға ашыҡмай һәм саҡ ҡына бүтәнсәрәк ҡарар ҡыла: йә тулы булмаған ставкаға элекке урынында ла ҡалып, белеме буйынса дәрестәр, консультациялар бирергә тотона, йә ирекле эшләү өсөн ошо йүнәлештә бизнес аса. Әлбиттә, уларҙы вуз тупһаһын тапарға күндереүе ҡыйын, сөнки, беренсенән, илебеҙҙә хәҙер тәүге юғары белемде генә бушлай алырға мөмкин, икенсенән, пенсия йәшенә яҡынлашҡанда диплом хаҡына ифрат ҡәҙерле йылдарҙы ҡорбан итергә тура киләсәк, өсөнсөнән, ваҡыт уҙыу менән кешенең хәтере насарая, дүртенсенән, ғаиләлеләрҙең көнкүреш мәшәҡәттәре былай ҙа баштан ашҡан.
Иң ҡулай һәм сағыштырмаса арзан ысул – курстар. Уларҙың ҡайһы берҙәренә эштән һуң, ял көндәрендә генә лә йөрөргә була, Интернет аша уҡыу мөмкинлеге лә тәҡдим ителә. “Работа.ру” порталы асыҡлауынса, кондитер йәки ашнаҡсы булырға теләгәндәргә, мәҫәлән, ресторан кухняһында оҫталарҙан бер нисә дәрес алыу 5-6 мең һумға төшә. Шул уҡ йүнәлештә аҙналыҡ курс 10 – 15 мең һум торһа, ике-һигеҙ айлыҡ программа 20-нән 95 мең һумғаса баһалана икән. Кейем тегергә өйрәтеү буйынса ла хаҡтар шул сама: салбар, пинжәк, пальто бесеү серҙәрен белер өсөн ике-дүрт дәрестә булған хәлдә 10 – 15 мең һум түләйһең. Тулыраҡ программалар ҙа ҡыйбат түгел: 9 – 12 мең. Әйткәндәй, бер нисә әйбер тегеп һатҡас та ул аҡсаң кире ҡайтасаҡ.
Хеҙмәт баҙарын анализлау һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, әле интерьер дизайны буйынса белгестәргә ихтыяж ҙур. Уларҙың иң аҙ тәжрибәлеләре лә бинаның квадрат метры өсөн 500 һум ала, ти. Шул уҡ хеҙмәтте оҫтарған кеше башҡарһа – берәр, даны сыҡҡан дизайнерға мөрәжәғәт иткән осраҡта өсәр мең һумдан түләргә тура килә. Әммә был һөнәргә уҡыу курстары осһоҙ түгел: айына 15 мең һум булһа ла, ҡыҫҡа программалар юҡ, иң аҙы – йылға яҡын. Интерьерҙы 3D форматында күрһәтә белмәгәндәргә заказ табыуы ауыр, ә уныһына өйрәнеү өҫтәмә рәүештә 30 – 40 мең һумды сығарып һалыуҙы талап итә. Әлбиттә, йәш белгескә әлеге аҡсаны ҡайтарырға тәүге фатирҙың дизайны өсөн алған хаҡ та етәсәк.
Интернеттағы һөнәрҙәр буйынса ситтән тороп белем алыусылар ҙа күп хәҙер. Социаль селтәрҙәр администраторы булырға теләгәндәр һәр сайт өсөн 7 – 15 мең һум түләһә, ошо өлкәлә дизайн яһарға өйрәнеү кәмендә 6 мең һумға төшә. “Инстаграм”дағы аккаунттарҙы алға ебәреү серҙәрен беләм тиһәң дә, хаҡ 6 мең һумдан башлана. Сығымдар тиҙ үк аҡлана, сөнки был өлкәләге белгестәрҙең уртаса килеме айына 30 мең һум тирәһе тәшкил итә. Уҡыуҙы ла, эште лә Интернетҡа тоташтырылған өйҙәге компьютер аша алып барып булғас, әлеге мөмкинлекте декрет ялында ултырған ҡатындар бик әүҙем файҙалана.
Кеше яңы һөнәрҙе бушлай ҙа үҙләштерә ала. Был йәһәттән мәшғүллек үҙәге ярҙамға килер. Унда барып, ниндәй курстар барлығын белешеп ҡарарға кәрәк. Ғәҙәттә, тегенсе, ашнаҡсы, маникюр һәм педикюр яһау оҫтаһы, визажист, сәс алыусы, флорист һымаҡ хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур булған һөнәр эйәләрен әҙерләйҙәр. Тик был осраҡта мәшғүллек үҙәгендә эшһеҙ булараҡ теркәлеү мотлаҡ, сөнки ҡайҙалыр хеҙмәт иткәндәргә дәүләт иҫәбенә уҡып сығыу хоҡуғы тәтемәй.
Түләүһеҙ курстарҙың йәнә бер уңайһыҙ яғы – кешене юғары квалификациялы белгес итеү маҡсаты ҡуйылмауы. Унда бешеренеүселәрҙе ресторан йәки заманса кафе түгел, ә ябай ашхана өсөн әҙерләйҙәр, кейем тегеүселәрҙе лә үҙ брендын булдырырлыҡ оҫта кимәленә еткермәйҙәр. Ә бына аҡсаға ҡоролған уҡытыу эшмәкәрлеге нәҡ юғары сифатты күҙ уңында тота. Түләүле курстарҙа яңы технологиялар һәм материалдар, бизнес ойоштороу серҙәре тураһында бик күп мәғлүмәт тупларға мөмкин, тимәк, аҙаҡ үҙ кәсебеңде асып, эшләй башлағанда хаталарың, икеләнеүҙәрең аҙыраҡ буласаҡ.