Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы күпер – яңы шатлыҡ
Яңы күпер – яңы шатлыҡ Түҙемһеҙләнеп көткән мәл етте – Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша Затон биҫтәһенә яңы күпер файҙаланыуға тапшырылды. Юғиһә саҡрымға һуҙылған тығындар тамам теңкәгә тейҙе бит! Кемдер – эшкә, икенселәр уҡыуға һуңланы. Беҙҙең ҡыуанысты уртаҡлашырға Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов үҙе килде.

Яңы күпер – яңы шатлыҡОҙонлоғо 836 метр тәш­кил иткән күпергә 2013 йылда тәүге бағаналар ултыртыла. Төҙөлөшкә биш миллиард һум тирәһе аҡса то­тонолған. Тәүҙә ул республика иҫәбенә сафҡа инергә тейеш була, был маҡсатҡа 3,5 миллиард һум бүленә. Бәхеткә күрә, Рәсәй Хөкү­мәте ҡарары менән эште теүәлләп ҡуйыуға үҙәктән 1,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.
Максим Соколов, мөһим ваҡиға ме­нән ҡотлап, күпер­ҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙө­гән “Уралмостострой” ком­панияһы уңғандарына рәх­мәт бел­дерҙе.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хә­митов үҙ сығы­шында Максим Соко­ловҡа, күперҙе сафҡа инде­реүҙә ҡатнашҡан барлыҡ эшсе­ләргә рәхмәт әйтте, йыйы­лыусыларҙы Республика көнө менән ҡотланы.
– 2018 йылда файҙаланыу­ға тап­шы­рырға тип уйлаған күперҙе 2-2,5 йылда сифатлы һәм ышаныслы итеп төҙөүҙә барығыҙҙың да өлөшө ҙур, – тине ул.
Яңы күперҙә өс һыҙатлы хәрәкәт ойошторолған. Ул М-5 “Урал” һәм М-7 “Волга” федераль трассалары ара­һында уңайлы транспорт бәй­ләнешен тәьмин итәсәк.

Яңы күпер – яңы шатлыҡ***
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов ҡараған объекттар араһында Өфө аэропорты ла булды.

Бында улар аэродром ком­плексын үҙгәртеп ҡо­роуҙың икенсе этабын күр­һәткән макет менән танышты, икенсе осоу-төшөү һыҙа­тын ҡараны. Үҙгәреш­тәрҙең тәүге этабы 2015 йылдың июнендә тамамланғайны, йыл ярым дауам иткән был төҙөлөшкә федераль ҡаҙна­нан ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Ә ха­лыҡ-ара терминалды үҙгәр­теп ҡороуҙы ла иҫәпләһәң, федераль, республика ҡаҙ­наларынан һәм бюджеттан тыш фондтарҙан дүрт миллиард һумдан ашыу сумма тотонолған.
– Яңыртып ҡороу барлыҡ аэродром объекттарын фай­ҙаланыу коэффициентын арттырасаҡ һәм алдағы 15-20 йылға аэропорттың пас­сажирҙар үткә­реү һәлә­тен тиҙ­ләтеүҙе тәьмин итәсәк, – тине “Өфө” халыҡ-ара аэропорты” акционер­ҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Андреев. – Бөгөн Өфө Рәсәйҙең технологик мөмкин­лектәре иң алдынғы булған аэро­порттарҙың береһенә эйә тип әйтергә лә мөмкин.
Былтыр төҙөлә башлаған яңы терминал аэропорттың пассажирҙар үткә­реү тиҙле­ген сәғәтенә 600 кеше­нән 1 200-гә еткерергә генә түгел, хеҙмәт­ләндереү сифатын яҡшыр­тырға ла мөмкинлек бирәсәк. Элеккеһе менән берҙәм архитектура комплексына берләшәсәк икенсе өлөштө төҙөп бөтөү 2019 йылға планлаштырылған.
– Яңы осоу-төшөү һыҙаты ла тейешле кимәлдә башҡа­рылған. Мәскәү­ҙән осоп кил­гәндә беҙҙең самолет тап ошонда төшөп ултырҙы, бик шыма эшләнгән, – тип баһа бирҙе министр.
Яңы һыҙатты уҙған йыл йәй генә йәйә башлағай­нылар, ул тотҡарлыҡ­һыҙ башҡарылды. Ҡалын һәм сифатлы япма ошо һыҙатты фай­ҙаланыу ваҡы­тын кә­мендә 20 йылға оҙайтасаҡ икән. Бер юлы само­леттарға теләһә ниндәй һауа шарттарында ла төшөп ултырыу форсаты тыуҙырған заманса яҡтыр­тыу-сигнал биреү системаһы ла ҡорол­ған, ямғыр һәм ҡар һыуын ситкә ағыҙыу ҡу­лайламалары алмаштырылған, ҡоштарҙы ҡурҡытҡан туғыҙ биоакус­тика ҡоролмаһы урынлашты­рылған. Тимәк, Өфө баҙар иҡтисадының ҡы­рыҫ­лана барған шарттарында күберәк кешене ҡабул итеү һәм оҙатыу мөмкинлеген яҡшырта.

***
Өфөлә мөһим инфраструктура объекты – Машина эшләүселәр урамынан алып Вологда урамына тиклемге биләмәлә Интернационал урамының дауамы асылды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡала халҡын ошо шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы.

Яңы участканы файҙаланыуға тапшырыу Өфөнөң төньяғында хәрәкәтте кәметергә һәм ҡаланың географик үҙәген (Октябрь проспекты) Өфө – Шакша трассаһы менән тоташтырырға мөмкинлек бирә. Шул рәүешле авто­транспорттың Силәбе яғынан ҡаршы­лыҡһыҙ хәрәкәте өсөн шарттар булдырылды.
Венер ИСХАҠОВ,
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.



Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә