Түҙемһеҙләнеп көткән мәл етте – Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша Затон биҫтәһенә яңы күпер файҙаланыуға тапшырылды. Юғиһә саҡрымға һуҙылған тығындар тамам теңкәгә тейҙе бит! Кемдер – эшкә, икенселәр уҡыуға һуңланы. Беҙҙең ҡыуанысты уртаҡлашырға Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов үҙе килде. Оҙонлоғо 836 метр тәшкил иткән күпергә 2013 йылда тәүге бағаналар ултыртыла. Төҙөлөшкә биш миллиард һум тирәһе аҡса тотонолған. Тәүҙә ул республика иҫәбенә сафҡа инергә тейеш була, был маҡсатҡа 3,5 миллиард һум бүленә. Бәхеткә күрә, Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән эште теүәлләп ҡуйыуға үҙәктән 1,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.
Максим Соколов, мөһим ваҡиға менән ҡотлап, күперҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөгән “Уралмостострой” компанияһы уңғандарына рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында Максим Соколовҡа, күперҙе сафҡа индереүҙә ҡатнашҡан барлыҡ эшселәргә рәхмәт әйтте, йыйылыусыларҙы Республика көнө менән ҡотланы.
– 2018 йылда файҙаланыуға тапшырырға тип уйлаған күперҙе 2-2,5 йылда сифатлы һәм ышаныслы итеп төҙөүҙә барығыҙҙың да өлөшө ҙур, – тине ул.
Яңы күперҙә өс һыҙатлы хәрәкәт ойошторолған. Ул М-5 “Урал” һәм М-7 “Волга” федераль трассалары араһында уңайлы транспорт бәйләнешен тәьмин итәсәк.
***
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов ҡараған объекттар араһында Өфө аэропорты ла булды.
Бында улар аэродром комплексын үҙгәртеп ҡороуҙың икенсе этабын күрһәткән макет менән танышты, икенсе осоу-төшөү һыҙатын ҡараны. Үҙгәрештәрҙең тәүге этабы 2015 йылдың июнендә тамамланғайны, йыл ярым дауам иткән был төҙөлөшкә федераль ҡаҙнанан ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Ә халыҡ-ара терминалды үҙгәртеп ҡороуҙы ла иҫәпләһәң, федераль, республика ҡаҙналарынан һәм бюджеттан тыш фондтарҙан дүрт миллиард һумдан ашыу сумма тотонолған.
– Яңыртып ҡороу барлыҡ аэродром объекттарын файҙаланыу коэффициентын арттырасаҡ һәм алдағы 15-20 йылға аэропорттың пассажирҙар үткәреү һәләтен тиҙләтеүҙе тәьмин итәсәк, – тине “Өфө” халыҡ-ара аэропорты” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Андреев. – Бөгөн Өфө Рәсәйҙең технологик мөмкинлектәре иң алдынғы булған аэропорттарҙың береһенә эйә тип әйтергә лә мөмкин.
Былтыр төҙөлә башлаған яңы терминал аэропорттың пассажирҙар үткәреү тиҙлеген сәғәтенә 600 кешенән 1 200-гә еткерергә генә түгел, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға ла мөмкинлек бирәсәк. Элеккеһе менән берҙәм архитектура комплексына берләшәсәк икенсе өлөштө төҙөп бөтөү 2019 йылға планлаштырылған.
– Яңы осоу-төшөү һыҙаты ла тейешле кимәлдә башҡарылған. Мәскәүҙән осоп килгәндә беҙҙең самолет тап ошонда төшөп ултырҙы, бик шыма эшләнгән, – тип баһа бирҙе министр.
Яңы һыҙатты уҙған йыл йәй генә йәйә башлағайнылар, ул тотҡарлыҡһыҙ башҡарылды. Ҡалын һәм сифатлы япма ошо һыҙатты файҙаланыу ваҡытын кәмендә 20 йылға оҙайтасаҡ икән. Бер юлы самолеттарға теләһә ниндәй һауа шарттарында ла төшөп ултырыу форсаты тыуҙырған заманса яҡтыртыу-сигнал биреү системаһы ла ҡоролған, ямғыр һәм ҡар һыуын ситкә ағыҙыу ҡулайламалары алмаштырылған, ҡоштарҙы ҡурҡытҡан туғыҙ биоакустика ҡоролмаһы урынлаштырылған. Тимәк, Өфө баҙар иҡтисадының ҡырыҫлана барған шарттарында күберәк кешене ҡабул итеү һәм оҙатыу мөмкинлеген яҡшырта.
***
Өфөлә мөһим инфраструктура объекты – Машина эшләүселәр урамынан алып Вологда урамына тиклемге биләмәлә Интернационал урамының дауамы асылды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡала халҡын ошо шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы.
Яңы участканы файҙаланыуға тапшырыу Өфөнөң төньяғында хәрәкәтте кәметергә һәм ҡаланың географик үҙәген (Октябрь проспекты) Өфө – Шакша трассаһы менән тоташтырырға мөмкинлек бирә. Шул рәүешле автотранспорттың Силәбе яғынан ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәте өсөн шарттар булдырылды.
Венер ИСХАҠОВ,
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.