“Беҙ эйәрҙә тыуған халыҡ
инек...
Беҙ – эйәрҙә үлгән халыҡбыҙ...”Был һүҙҙәрҙе ҡасандыр даһи шағирыбыҙ Рәйес Түләк башҡорт халҡына ҡарата яҙғайны... Бөгөн уларҙы төрки ҡәрҙәштәремә ҡарата ҡулланғым килә. Ни өсөнмө? Сөнки төрки халыҡтар тарихта бөйөк, дәһшәтле яуҙарҙы кисергән, ҡаһарман яугир булараҡ танылған. Хәйер, үткәндәрҙе үткәндә генә ҡалдырып, бөгөнгөбөҙгә күҙ һалһаҡ та, башта әйтелгән һүҙҙәр күңел төпкөлөндә бер сәйер хисте ҡуҙғытып ебәргәндәй. Тик беҙ эйәрҙә үлгән халыҡ түгел, һаман эйәрҙәбеҙ. Именлек, дуҫлыҡ, берҙәмлек юлында...
Дөрөҫ тә, беҙҙең яҡты донъялыҡтағы барлыҡ ғүмеребеҙ халҡыбыҙ тип йән атыуҙан, ул тип янып-көйөүҙән ғибәрәт. Ә кем һуң азатлыҡты һөймәй, кемдең һуң үҙен сикләүҙәргә, бер ҡалыпҡа һалыуҙарға күнгеһе килә? Тәбиғәт балаһын тәбиғәттән ситләтеп, тәбиғәттән сикләп кем һуң яҡшылыҡ күрә? Төрки ҡәрҙәштәрҙе бер-береһенән айырып, кем уны үҙ мәнфәғәтендә ҡуллана? Былар барыһы ла беҙҙе тәрәндән уйландырырға мәжбүр. Ул ғына түгел, үрҙә һанап үткәндәремдән сығып, беҙҙе азат булырға һәм ҡәрҙәштәр менән бергә-бергә йәшәргә этәрә...
Был һүҙҙәр, әлбиттә, һүҙҙә генә ҡалмай, ысынбарлығыбыҙ шулай, беҙ – үҙ ҡалыбыбыҙға һалып, бөтә донъяның төрки йәштәрен берләштереү өсөн тыуған йәштәр!
Ошо арала Ҡазан ҡалаһында III Төрки йәштәр фестивале уҙҙы. Унда Башҡортостан исемен яҡларға З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты, Рәсәй Ҡурайсылар союзы ағзаһы Айҙар Байтимеров һәм “Башҡортостан” гәзите менән Яҙыусылар союзы исеменән миңә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының фатихаһы менән ебәрелгәйнек. Әлбиттә, Башҡортостан исеменән тағы ла сығыш яһарға “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хәбәрсеһе һәм шағирә Гөлнара Хәлфетдинова һәм “Кызыл таң” гәзите хәбәрсеһе Нурлан Ғәниев тә ҡатнашты.
Иң ҡыҙығы – гүзәл Ҡазандың Ҡол-Шәриф мәсете янында йөрөгәндә беҙҙең эргәнән китеп барған бер егет: “Минең дә әсәйем Өфөлә “Спорт” туҡталышы тәңгәлендә йәшәй!” – тип әйтеп һалды. Баҡтиһәң, ул Өфө егете Айнур Әхмәтов икән.
Шулай итеп, сара сиктәрендә, Татарстандың Яҙыусылар союзында уҙған “Шиғри фестивал”дә беҙҙән бер түгел, дүрт шағир сәхнәгә бер-бер артлы күтәрелеп, тел, тарих, башҡортлоҡ хаҡында шиғыр уҡығас, ҡатнашыусыларға күҙ алдына килтереүе ҡыйын булмағандыр Башҡортостанда рухлы һәм илһөйәр, иң мөһиме – милләтенә, тарихына битараф булмаған йәштәр йәшәгәне.
Әйткәндәй, фестиваль төрки донъя даирәһенең йәш шағирҙарын һәм йәмәғәтселәрен туплау ниәтенән уҙғарылды. Унда Рәсәй төбәктәренән һәм Рәсәйгә яҡын төрки илдәрҙән иллеләп йәш кеше ҡатнашты. Бер аҙна буйы барған был байрамды асыу тантанаһы Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы бинаһында үтте һәм, ҡатнашыусыларҙы Парламент етәксеһе Фәрит Мөхәмәтшин исеменән ҡотлап, уның урынбаҫары Римма Ратникова сығыш яһаны. Уларҙың сығышында татар халҡының бөгөнгө йәшәйеше, һулышы, йәштәренең эшмәкәрлеге сағылдырылды. Шул уңайҙан мин Башҡортостандағы ойошмалар һәм бөгөн уңышлы эшләп килгән проекттар хаҡында уйланмай ҡалманым. Ә бит йәмғиәтебеҙҙә бөтә йәштәге милләттәштәребеҙ ҙә йөрөрлөк ойошмалар һәм шөғөлдәр бар. Хатта ифрат күп... Мәҫәлән, әгәр һин бала икәнһең, ҡушыл “Шаяниум”дарға, ҡушыл Мәрйәм Бураҡаева ойошторған “Йәйләү”гә, йөрө “Беҙ – Башҡортостан киләсәге”нә. Әгәр һин йәш кеше икәнһең, берләш “Башҡорт”ҡа, “Ҡош юлы”на, “Башҡорт асыҡ КВН-лигаһы”на, “Башҡорт йәштәре иттифағы”на, “Йәштәр Советы”на, “Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы”на, “Сатыр”ҙарға, “ӨфөФорум”дарға. Әгәр һин йәш кеше һәм дини юҫыҡты көҫәйһең икән, йөрө әйҙә ДУМ-дың йәштәр бүлегенә, әгәр һин ҡатын-ҡыҙ икәнһең, “Һомай” студияһына, “Ағинәйҙәр ҡоро”на рәхим ит, әгәр һин оло йәштәге ир-егет икәнһең, “Аҡһаҡалдар советы” һине көтә.
Бик күп байрамдар, проекттар бар беҙҙә, баш ҡалабыҙҙа ғына түгел, һәр район-ҡалаларыбыҙ үткәрә ундай сараларҙы. Ата-бабаларҙың йолаһын онотмайым, ошо ерҙә лайыҡлы йәшәйем тигән кешегә “ЭтноФорум”, “Мәргән уҡсы”, “Салауат көндәре”, “Һөйәнтөҙ” экспедициялары ла, ҡурайсылар байрамдары ла хаттин ашҡан. Хәйер, был хаҡта, башҡорттоң тарихына төшөп китеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында фестивалдең өсөнсө көнөндә сығыш яһаным. Сығышымдың аҙағында Айҙар Байтимеров, Башҡортостан ҡурайсылары хаҡында һөйләп, һәр башҡорт күңел түрендә йөрөткән гимныбыҙ “Урал”ды уйнаны. Эй, һеҙ белһәгеҙ икән шунда башҡа милләттәрҙең беҙгә һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарағанын! Һүҙ тейҙергеһеҙ данлыҡлы тарихыбыҙ, асыҡ күңелле, ихлас халҡыбыҙ бар, ул халҡыбыҙҙың бәҫен күтәреүсе алтын аҡыллы аҡһаҡалдарыбыҙ, ағинәйҙәребеҙ бар, милләтебеҙ ғәмен иңдәрендә күтәргән шағир-яҙыусыларыбыҙ, йырсы-бейеүселәребеҙ, рәссам һәм башҡа шәхестәребеҙ бар, унан да бигерәк бөтә донъяға билдәле, башҡа илдәрҙә һис бер аналогы булмаған солоҡ балыбыҙ бар, алтын-көмөштән генә торған меңйәшәр Уралыбыҙ, ул Уралдың ҡан тамыры булып урғыған саф һыулы Ағиҙелебеҙ бар, ожмахтай еребеҙҙе телдәренән төшөрмәй маҡтар сәсәндәребеҙ, сәсәндәрҙең әйтеп еткермәгәнен еткерер таҡыя баш ҡурайыбыҙ бар...
Һәр хәлдә, фестивалдә йыйылған йәштәрҙең күбеһе тәүге тапҡыр күрҙе ҡурайҙы һәм ҡыҙыҡһынып өрөп ҡараусылар ҙа, һоҡланыуҙарын йәшермәй ҡурайсыбыҙҙың ҡабат-ҡабат ҡулдарын ҡыҫыусылар ҙа булды. “Башҡорт теле – ҡайһылай матур тел ул, йомшаҡ ҡына итеп, йырлаған һымаҡ ҡына һөйләйһегеҙ”, – тигәндәрен тағы бер тапҡыр ишетеп ҡыуандыҡ.
Ә инде беҙҙең фестиваль ҡатнашыусыларына бер аҙнаға йәшәргә бирелгән “Волга” йәштәр үҙәге ял йортона ҡайтҡас, беҙҙең вәкәләтлекте Төркиәнән килгән Окан һәм Сөмәйә исемле төрөк йәштәре эҙләп тапты. Улар, бөтәбеҙҙе лә сикһеҙ аптыратып, тап-таҙа башҡортса һөйләшә ине. Был, әлбиттә, башҡортса “һинән-минән һәйбәтерәк” һөйләшкән филология фәндәре кандидаты, төрөк ғалимы Исмәт Бинәрҙең хеҙмәте. Истанбулда ул төрөк балаларын, шул иҫәптән Окан менән Сөмәйәне лә башҡортса һөйләшергә өйрәткән. Был йәштәрҙән башҡорттар тураһында бик күп яҡшы һүҙҙәр, шул иҫәптән шундай батыр халыҡ булыуыбыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре лә ишеттек.
Шулай фестивалдә үткән алты көнөбөҙ ҙә яҡшы кешеләр менән танышып, фәһемле әңгәмәләр һәм осрашыуҙар менән үтте. Яҙыусылар союзы рәйесе Данил Сәлиховтан һәм “Иҙел” йәштәр үҙәге директоры Ләйсән Сафинанан алған “Шиғриәт фестивале” лауреаты дипломдары, Фәрит Ғибәтдиновтан йыр аутентикаһы һәм бейеүҙәр буйынса алған оҫталыҡ дәрестәре, яҙыусы, йәмәғәтсе Рабит Батулла, Татарстандың премьер-министры Вәсил Шәйхрәзиев менән осрашыуҙар, Боронғо болғар ҡалаһына сәйәхәт, Аҡ мәсеткә инеп намаҙ-доғалар ҡылыу, Болғар ерендә урынлашҡан һәм беҙҙең көндәргә тик емерек диуарҙары, нигеҙе генә ҡалған мәсет тупһаһында, Сыңғыҙ хандың төп тирмәһе урынлашҡан нигеҙҙә тороп Айҙарҙың ҡурайҙа уйнаған боронғо Башҡорт халыҡ көйҙәре, Ҡазандың төрки халыҡтарҙың талабына ярашлы яһалған “Сөләймән” ҡунаҡханаһының ресторанында фестивалде ябыу тантанаһы, төрки ҡәрҙәштәремдең ут сәсрәтеп төшөп бейеүе, һәр кемеһенең һиңә “туғаным” тип өндәшеүе, шундай һәләтле йәштәр булғаныбыҙ өсөн һәр кемдең йөҙөнә сыҡҡан ғорурлыҡ, һоҡланыу – былар барыһы ла илаһи бер мәл генә булды.
Иң мөһиме – фестиваль сиктәрендә, “Татарстан Республикаһының йәштәр ойошмалары советы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Руфиә Мөхәмәҙиева уҙғарған семинар нигеҙендә беҙгә бик ҙур эш башларға мөмкинлек тыуҙы. Йәғни, “Социаль проекттар технологияһы” әңгәмәһенән сығып, командалар барлыҡҡа килде. Ҡарасәй егете Артур Долаев, сыуаш егете Дмитрий Степанов, керәшен ҡыҙы Алена Сапожникова, ҡаҙаҡ милләте вәкәләтлегенән Ырымбур егете Константин Алексеев, ҡырғыҙ егете Санжар Тойболатов һәм мин 1-се командаға индек. Беҙ барыбыҙ ҙа төрки йәштәр араһындағы бәйләнеште яҡшы күҙ алдына килтерә инек һәм шул сәбәптән дә, милләт-ара мәҙәни һәм социаль эшмәкәрлекте киңәйтеү йәһәтенән дә “Төрки – төркигә терәк” булырҙай проектты тәҡдим иттек. Был тәҡдим фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм Руфиә Рәфҡәт ҡыҙына ла оҡшаны, улар бер тауыштан күтәреп алды. Был беҙҙең башланғыс өсөн иң кәрәкле баһа ине. Әле был проект эшләнеү, үҫеү өҫтөндә...
III Төрки йәштәр фестивале юҡҡа уҙғарылманы. Уның инде өсөнсө йыл рәттән уңдырышлы эшләп килгән ерлегендә беренсе тос башаҡтар күренде. Улар тик Рәсәй Федерацияһында ғына түгел, бөтә төрки халыҡтар йәшәгән төбәктәргә донъя буйлап камиллыҡ, дуҫлыҡ һәм яҡтылыҡ эҙләп юлға сыҡты. Уңыштар һеҙгә, туғандаш аҫыл милләттәрҙең батыр һәм аҡыллы балалары! Нисәмә быуат буйына барған ҡан ҡойош, үлтереш-ҡыйралыштар аша имен-һау үтеп, бөтә төрки ҡәрҙәштәрҙе берләштерер рухығыҙҙың ныҡ булыуына иманым камил!
Ҡырғыҙстан Хөкүмәтенең йәштәр эше, физик культура һәм спорт дәүләт агентлығы баш белгесе Санжар ТОЙБУЛАТОВ: – Был фестиваль – төрки халыҡтарҙың йәштәре өсөн үҙенсәлекле майҙан. Улар бында таныша, аралаша, тәжрибә уртаҡлаша, социаль проекттар өҫтөндә бергә эшләргә өйрәнә. Бына миңә, мәҫәлән, алты милләт вәкиленә бер командала проект эшләү оҡшаны. Әйткәндәй, мин быға тиклем башҡорт тигән милләт барлығы, уларҙың иң боронғо халыҡ икәне һәм Урал тауҙарында йәшәгәндәрен белһәм дә, улар менән яҡындан аралашҡаным юҡ ине.
Бөгөн йәштәребеҙҙең төп бурысы үҙенең миллилеген һаҡлап ҡалып, уны киләһе быуынға еткереү булһа, бөгөн бына беҙҙең ошо фестиваль арҡылы эшләгән проектыбыҙ бөтә төрки халыҡтарҙың дуҫлығы, миллилеге һағында тора.
М. Аммосов исемендәге төньяҡ-көнсығыш федераль университетының Педагогика
институты студенты, Саханың төбәк корпоратив эштәре рәйесе урынбаҫары Айархаана ГЕРАСИМОВА:– Минең төрки йәштәр сараларында ҡатнашҡаным булһа ла, фәҡәт шағирҙар фестивалендә беренсе тапҡыр. Шул арҡылы төрки йәштәрҙең ижады менән таныша алдым. Бик оҡшаны. Мәҫәлән, мин башҡортса шиғырҙарығыҙҙы уҡып ҡараным. Әлбиттә, бер нәмә лә аңламаным әлегә, әммә тиҙҙән аңлай башлармын, тим, сөнки иғтибар менән уҡыһаң, таныш һүҙҙәр осрай. Миңә төрки халыҡтар араһында айырыуса башҡорттар оҡшай. Бигерәк тә ҡурай уйнап иҫемде китәрҙеләр. Ҡурай тигән үләндең урманда үҫкәнен, уны ҡырҡып алып, моң сығарып уйнап булғанын ишетеп аптыраным. Ҡурай моңо бик оҡшаны. Милләттәшем Айаал менән дуҫлашып алған башҡорт егете Айҙар бүләк иткән ҡурайға бик ҡыуандыҡ. Башҡорттарҙың киң күңелле, ихлас кешеләр икәнен күрҙек. Айаал да хәҙер тырышып-тырышып ҡурай һыҙғыртырға өйрәнеп килә. Сыуашстандың “Хубар” баҫма йорто баш мөхәррире урынбаҫары Дмитрий МОИСЕЕВ: – Бындай фестивалдәр кәрәк. Мине бөтә төрки халыҡтарҙың бер-береһен белеп етмәүе борсой. Туғандаш халыҡтарҙың мәҙәниәтен, телдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен бөтөнләй белмәйбеҙ тиерлек, беҙҙекенә оҡшаған, тип кенә сикләнәбеҙ. Был фестиваль төрки йәштәрҙе бер-береһе менән таныштыра, мәҙәни бәйләнеш булдыра. Бына мин үҙем, мәҫәлән, бындай сарала өсөнсө тапҡыр ҡатнашам. Үткән йыл Йәш яҙыусылар фестивалендә ҡатнаштым. Унда Айгиз Баймөхәмәтов менән таныштым. Уның повесын сыуашсаға тәржемә итеп, йәштәр гәзитендә баҫтырҙыҡ. Ул әҫәрҙәрҙе беҙҙә бик яҡшы ҡабул иттеләр. Беҙҙең йәш яҙыусылар араһында бындай теманы күтәреүселәр юҡ ине әле. Һеҙҙә йәш яҙыусы-шағирҙар эшләй, улар күп. Яҙыусылары, шағирҙары булмаған милләт милләт түгел, тигән фекергә килһәк, һеҙҙә ижад бик үҫешкән, миңә оҡшай милли әҙәбиәтегеҙ. Әйткәндәй, Башҡортостан беҙгә бик күп сыуаш классиктары, яҙыусылары, шағирҙары бирҙе. Был йәһәттән беҙҙең республикаларҙың бәйләнеше тотороҡло.