Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ИСЕМЕ БАШҠОРТОСТАН ТАРИХЫНА ЯҘЫЛҒАН
ИСЕМЕ БАШҠОРТОСТАН ТАРИХЫНА ЯҘЫЛҒАН Билдәле дәүләт эшмәкәре, журналист Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин был донъяла ни бары 28 йыл йәшәй. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерендә үҙ исемен ил тарихына яҙып ҡалдыра ул. Шәһит Хоҙайбирҙин Башҡортостан дәүләтселеген булдырыу хәрәкәтен етәкләй, ошо шанлы осорҙа республиканың үҙаллылығы өсөн күп көс һалған шәхестәрҙең береһе. Октябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 120 йыл тула.

Шәһит Хоҙайбирҙин Бесәнсе ауылында (хәҙерге Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылы) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыу­ған. Ауылдарындағы рус-башҡорт мәктәбендә белем ала. Ун бер йәшендә етем ҡалып, уҡыуын ҡалдырырға һәм ауыл байҙарына ялланып көн күрергә тура килә уға. 1909 йылда Шәһит Ырымбур ҡалаһының “Хөсәйениә” мәҙрәсә­һенә уҡырға инә, батраклыҡҡа ялланып, үҙ көнөн үҙе күреп йә­шәй. Шәһит башҡа һабаҡташ­та­рынан белем алыуға тырышлығы һәм зирәклеге менән айырылып тора. Әммә мәҙрәсә тәртибенә ҡаршы забастовкаларҙа hәм гәзиттәр яҙыуҙа ҡатнашҡаны өсөн уны уҡыуынан ҡыуалар.
Беренсе донъя һуғышы баш­ланғас, егет әрме сафына алына һәм, Ырымбур ҡалаһындағы ҡыҫ­ҡа ваҡытлы уҡыу курстарын тамамлап, рота фельдшеры вази­фа­һында фронтҡа китә. 1916 йыл­да Австрия фронтында яраланып, Өфө госпиталенә ҡай­тарыла. Февраль революцияһын ул Өфө ҡалаһында 144-се запас уҡсы полкы составында ҡар­шылай. Революциянан һуң Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормошонда яңы осор башлана. Ул илдәге һалдаттар хәрәкәтенә ҡушыла, империалистик һуғышты туҡта­тып, хөкүмәтте һалдат һәм эшсе-крәҫтиән депутаттары Советына биреү өсөн агитациялар алып бара. Яҡшы ораторҙың һәм үткер ҡәләмле яҙыусының гәзит-жур­налдарҙағы мәҡәләләре һалдат һәм эшселәр араһында тиҙ тарала һәм ыңғай ҡабул ителә. 1917 йылдың майында Өфө Мосолман хәрби советы ойошторола, Шәһит Хоҙайбирҙин ошо советтың башҡарма комитеты һәм президиумы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Ошонан һуң ул мәҙәни-ағартыу булеге етәк­сеһе, китапхана эштәре буйынса комиссияла эшләй, “Һалдат телә­ге” гәзитен ойоштороуҙа ҡатнаша.
1917 йылдың 29 октябрендә Хоҙайбирҙин етәкселегендәге Өфө Мосолман хәрби советы ултырышында мосолман ойошма­һының Октябрь революцияһын һәм Рәсәйҙә хөкүмәттең Со­вет­тарға күсеүен хуплау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ноябрҙә Хоҙайбирҙин Эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары советының III Өфө губерна съезында делегат булып ҡатнаша, Советтарҙың Өфө губерна башҡарма комите­тының һәм комитет ойошторған революцион трибуналдың ағзаһы итеп һайлана. Шул уҡ ваҡытта Шәһит Хоҙайбирҙин башҡорт эштәрен башҡарыу комиссариаты рәйесе урынбаҫары, 1918 йыл­дың башынан Өфө губернаһы­ның Милли эштәр буйынса комиссары урынбаҫары вазифаларын башҡара. Уға бөтә губерна кимәлендә дәүләт эштәрен алып барыу, халыҡты ойоштороу, төрлө көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү бурысы йөкмәтелә. Матбуғатта баҫылған мәҡәләләре аша үткер һүҙле етәксе халыҡҡа илдә барған сәйәси һәм ижтимағи ваҡиғаларҙы асыҡ аңлата.
1918 йылдың мартында ул һул яҡ эсерҙар партияһынан сығып, коммунистар партияһына керә. Ошонан һуң Шәһит Хоҙайбирҙин Өфө губревкомының мосолман бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Граждандар һуғышы башланғас, Өфөгә Юғары хәрби инспекция килә һәм аҡ чехтарға ҡаршы көрәш өсөн ҡыҙыл отрядтар ойоштора башлай. Шәһит Хо­ҙай­бирҙин Юғары хәрби инспекция эшендә ҡатнаша – мосолман­дарҙан торған отряд төҙөй һәм уның командиры итеп тәғәйен­ләнә. Бөгөлмә һәм Сарапул янындағы бәрелештәрҙә ҡаты яраланып, Пермь, Мәскәү ҡала­ларында дауалана һәм ошонан һуң бер аҙ Мәскәүҙә Үҙәк татар-башҡорт комиссариатында эш­ләй.
Ошонан һуң Шәһит Хоҙайбир­ҙинды Урал-Волга фронтына ебәрәләр. Бында ул 5-се армия­ның сәйәси бүлегендә хеҙмәт итә, “Ҡыҙыл яу” хәрби гәзитендә эшләй. Колчак армияһы сафында булған башҡорт ғәскәрҙәре 1919 йылдың февралендә Ҡыҙыл армия яғына сыға. Шәһит Хоҙай­бирҙин – 2-се башҡорт кавалерия полкы сәйәси комиссары, уға башҡорт ғәскәрҙәре араһында сәйәси-ағартыу эштәре алып барыуҙы йөкмәтәләр. Өфөнө аҡтарҙан азат итеү операцияһы ваҡытында Көнсығыш фронт командованиеһы уны В. Чапаев етәкселегендәге 25-се дивизияға Башвоенкоматтан вәкил итеп ебәрә. Аҙаҡ Хоҙайбирҙин Стәр­летамаҡ ҡалаһына күсерелә һәм Хәрби оборона советы ағзаһы итеп алына. 1919 йылдың 9 ию­нендә Өфө ҡалаһын аҡтарҙан азат иткәндән һуң Ваҡытлы Өфө губерна революцион комитеты төҙөлә һәм Хоҙайбирҙинды ошо эшкә йәлеп итәләр. Ул “25-се дивизияның сәйәси шөғбәһе хә­бәрҙәре”, “Ҡыҙыл юл” гәзиттәрен ойоштороуҙа ҡатнаша. 5-се армия сафында башта полк, аҙаҡ дивизияның сәйәси комиссары вазифаһында Колчак армияһын эҙәрлекләп, Петропавловск ҡала­һына барып етә. Ошонан һуң 23 йәшлек Шәһит Хоҙай­бирҙин дивизия командиры итеп тәғәйен­ләнә.
1919 йылдың аҙағында, Башревком юллауы буйынса, Бәләкәй Башҡортостанға ҡайтарыла. Бәләкәй Башҡортостан – 1917 йылда III Бөтә Башҡорт ҡорол­тайы тарафынан иғлан ителгән автономиялы территория. Бил­дәле булыуынса, Бәләкәй Баш­ҡортостанға Ә.-З. Вәлидов, Ш. Ма­натов, А. Йәғәфәров, Ғ. Ҡарамы­шев, М. Ҡулаев, Ш. Бабич һәм башҡа шәхестәр нигеҙ һалған. Автономиялы территория хәҙерге Башҡортостандың көнсығыш, Силәбе, Свердловск өлкәләренең көнбайыш, Ырымбур өлкәһенең көньяҡ өлөштәрен – күпселек башҡорт халҡы йәшәгән райондарын үҙ эсенә ала.
1917 – 1919 йылдарҙа большевиктар Башҡортостан Милли автономияһын таныуҙан баш тарта. 1919 йылдың мартында Үҙәк Совет хөкүмәте менән килешеү нигеҙендә Бәләкәй Башҡортостан Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы тип иғлан ителә.
Башҡортостанға ҡайтыу менән Шәһит Хоҙайбирҙинды Бөрйән-Түңгәүер кантонына ебәрәләр. Бында ул бер юлы кантон рәйесе, РКП(б)-ның кантон комитеты рәйесе, кантондың аҙыҡ комиссары вазифаларын башҡара. 20-се йылдарҙа Бөрйән-Түңгәүер һәм уға сиктәш кантондарҙа көсөргәнешле ваҡыт: аслыҡ, репрессиялар осоро була. Капкаев, Поленов кеүек коммунистарҙың баш-баштаҡлығы урындағы ха­лыҡ араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. БашЦИК исеменән йөрөгән ҡыҙыл отряд командиры Поленов кантон етәкселәренән, хөкүмәт ағзаларынан үҙен өҫтөн ҡуйып бойороҡтар бирә башлай, бандитизм һәм дезертирлыҡҡа ҡаршы көрәш һылтауы менән ҡоралһыҙ халыҡты язалай. Баш­ҡорт ауылдарын талау башлана, бер төркөм кантон хеҙмәткәр­ҙәрен Баймаҡ төрмәһенә килтереп аталар. Был ваҡиғалар Урал аръяғында баш күтәреүселәр хәрәкәте тоҡаныуына сәбәп була – Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы башлана. Шәһит Хоҙайбирҙинға үҙе кеүек коммунистарҙың урын­дағы халыҡты язалауҙарын күреү ауыр була. Ул кантон йыйылышында Поленовты ҡулға алырға тәҡдим итә, ләкин коллегалары араһында яҡлау тапмай. Хо­ҙай­бирҙиндың кантондағы ваҡиға­ларҙы БашЦИК-ка еткереү маҡ­сатында Стәрлетамаҡҡа барыу ниәте лә килеп сыҡмай. Поленов быны алдан һиҙеп, Темәстән сығырға тыя, ҡулына мылтыҡ тоттороп күпер һаҡларға бойороҡ бирә. Ҡасандыр дивизия командиры булған кантон башлығы Шәһит Хоҙайбирҙин ябай һал­датҡа әйләнә. Бер нисә айҙан кантондағы ваҡиғалар тураһын­дағы хәбәр баш ҡалаға барып етә, һәм Стәрлетамаҡтан Үҙәк Башҡарма комитеты ойошторған комиссия килеп төшә. Комиссия идаралағы эштәр һәм хәрәкәт менән танышып, килешеү юлын тәҡдим итә. Урындағы ихтилал туҡтатыла һәм кантонда тыныс­лыҡ урынлаштырыла. Поленов һәм уның бер нисә кешеһе ҡулға алына. Ләкин бер аҙ ваҡыт үткәс, Кананикольский, Юлыҡ, Маяҡлы һәм башҡа рус ауылдары крәҫтиәндәре Совет хөкүмәте үткәргән аҙыҡ разверсткаһына риза булмай баш күтәрә. Был хәрәкәткә ҡайһы бер башҡорт ауылдары ла ҡушыла. Хоҙай­бир­ҙин баш күтәреүселәр хәрәкә­тенең Совет хөкүмәте тарафынан ҡаты режим менән баҫтырыла­сағын аңлай. Халыҡты бәлә-ҡа­занан аялап, ҡан ҡойошто туҡ­татыу өсөн кантон рәйесе баш күтәреүселәр штабына бара һәм баш күтәреүселәргә хәрәкәттең буласаҡ һөҙөмтәләрен тыныс юл менән аңлата.
1921 йылдың мартында Шәһит Хоҙайбирҙин Советтарҙың I Бөтә Башҡортостан съезында һәм РКП(б)-ның Бөтә Башҡортостан конференцияһында сығыш яһай. БашЦик президиумы, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты президиумы ағзаһы итеп һайлана һәм Мәскәү ҡалаһында коммунистар партияһының Х съезында сығыш яһай. Съезд залынан 300 делегат Кронштадт ихтилалын баҫтырырға ебәрелә, шулар араһында Хоҙайбирҙин да була. Кронштадт ҡәлғәһенә һөжүм ит­кән саҡта ҡаты яралана, күрһәт­кән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Дауаланып ҡайтҡас, уны БашЦИК рәйесе, бер үк ваҡытта “Башпомголод” етәксеһе, Башҡортостан аҙыҡ-түлек халыҡ комиссариаты ағзаһы итеп тәғә­йен­ләйҙәр. 1921 – 1922 йылдарҙа РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе сәркәтибе, БАССР-ҙың Юғары кассацион трибуна ағзаһы булып эшләй. 1922 йылда ул ер эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары, 1923 йылдан ғүмеренең һуңғы көн­дәренә тиклем Башҡорт Совет Респуб­ликаһының эске эштәр халыҡ комиссары була.
Шәһит Хоҙайбирҙиндың, дәү­ләт һәм партия эшмәкәре була­раҡ, Башҡортостанда һәм СССР-ҙа абруйы ҙур: РКП(б)-ның Бөтә Рәсәй конференцияһы, Совет­тарҙың Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз съездары делегаты була, 1924 йылда СССР Үҙәк Баш­ҡарма комитеты ағзаһы, СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма комитетының Милләттәр советы ағзаһы итеп һайлана.
Билдәләп үтелеүенсә, Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин – Баш­ҡортостан дәүләтселеген булдырыу эшен алып барған дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе. Юғары вазифалар билә­гән ваҡытта ул Башҡорт телен ғәмәлгә ҡуйыу комиссияһы рәйе­се һәм 1922 йылда Оло Баш­ҡортостан сиктәрен билдәләү, уны кантондарға бүлеү админис­тратив комиссияһы рәйесе була­раҡ бик мөһим эштәр башҡара. 1921 йылдың 6 июнендә БашЦИК Президиумының рус теле менән берлектә башҡорт теленең БАССР-ҙың дәүләт теле тип иғлан ителгән беренсе ҡарары сығарыла. Башҡорт теленә дәүләт статусын биреү, дәүләт һәм партия ойошмаларында башҡортса эш алып барыу, тел кадрҙарын әҙерләү һәм башҡорт әҙәби телен булдырыу өсөн бөтә көсөн биреп эшләй.
1924 йылда Шәһит Хоҙай­бирҙиндың башланғысы менән “Башҡортостан” гәзите башҡорт телендә сыға башлай. 1922 йыл­дың 14 июнендә Бөтә Рәсәй башҡарма комитеты декреты нигеҙендә Бәләкәй Башҡортостан бөтөрөлөп, Оло Башҡортостан ойошторола. Оло Башҡортостан Өфө губернаһының күп ерҙәрен һәм Бәләкәй Башҡортостанды үҙ эсенә ала һәм яҡынса хәҙерге Башҡортостан республикаһының сиктәрен ҡабатлай. Яңы респуб­ликаның сиктәрен билдәгән ваҡытта күрше өлкәләр менән ер һәм файҙалы ҡаҙылмалар өсөн бәхәстәр тыуа. Оло Баш­ҡортостан сиктәрен билдәләү административ комиссияһы рәйесе Ш.Ә. Хоҙайбирҙин республика сиктәрен һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша, ул Башҡортостан ерҙәренә күрше өлкәләрҙең нигеҙһеҙ дәғ­үәләренә ҡаршы протест бел­дергән кешеләрҙең береһе. Шәһит Хоҙайбирҙиндың БАССР-ҙа юғары вазифалар биләгән ваҡытта һәм административ комиссияларҙа башҡарған эштә­ренең телебеҙҙең, халҡыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың үҫешенә йоғонтоһо ҙур.
Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбир­ҙиндың ғүмере операциянан һуң, 1924 йылдың 21 декабрендә, Мәскәү клиникаһында өҙөлә. Башҡортостан хөкүмәте Өфөлә мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыуҙы хөрмәтләп ойоштора, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләш­тереү өсөн ҡарар сығара. Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылына, Баймаҡ машиналар эшләү заводына, Өфө ҡалаһының Үҙәк балалар китапханаһына һәм I Башҡорт республикаhы балалар йортона уның исеме бирелде. Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Сибай, Күмертау, Темәс һәм башҡа ауыл һәм ҡалаларҙағы урамдар Шәһит Хоҙайбирҙин исемен йөрө­тә. 1981 йылда Матбуғат йорто алдында уға һәйкәл ҡуйыла, һәйкәлдәр шулай уҡ тыуған ауылында, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларында ла бар. Өфөлә һәм Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылында музейҙар эшләй. 1989 йылда республиканың Журналис­тар союзы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия булдырҙы, 1996 йылдан алып был премия хөкүмәт статусын алды. М. Кәрим, Р. Ниғмәти, М. Ғафури, Ғ. Рамаҙа­нов, Р. Алферов кеүек билдәле яҙыусылар Ш.Ә. Хоҙайбирҙинға бағышлап әҫәрҙәр яҙҙы. 1958 йыл­дан алып Шәһит Хоҙайбир­ҙиндың публицистик һәм әҙәби әҫәрҙәре тупланған китаптар сығарылды. 1996 һәм 2006 йыл­дарҙа уның тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған фильм­дар төшөрөлдө.

Динар БАЙЕГЕТОВ,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музей директоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 703

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 830

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 776

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 484

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 108

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 804

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 048

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 783

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 877