Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ни эшләргә миңә, әсәй?..”
“Ни эшләргә миңә, әсәй?..” Бер психологтың һөйләгәне хәтерҙә: “Ни өсөн үҙ-үҙеңә ҡул һалырға булдың?” – тип һорайым дауаханала өлкән класс уҡыусыһынан. “Мин үлгәс тә атай-әсәйем ныҡ ҡайғырасаҡ, теләктәремә гел ҡаршы төшкәндәренә үкенәсәк һәм артабанғы тормошомда (!) аҙым һайын үҙҙәренсә эшләтергә тырышмаясаҡ”, – тине ул. Сабый аҡылы – ваҡытлы күренеш, үҫә бара үҙгәрәсәк, тик бына ни өсөн ололарҙың аҡылы был осраҡта бер төрлө ҡала?


Балалар суициды... Был ҡот осҡос социаль хәл-ваҡиға тура­һында һуңғы йылдарҙа йыш һөйләйҙәр һәм яҙалар. Яҙмай ҙа булмай шул – балаларҙың донъя­нан үҙ теләге менән китеү осраҡтары уғата йышайҙы. Ә элегерәк ни өсөн улай түгел ине? Әле ғәмәлдә йәшәй ҙә башла­маған быуындың тормоштан туйыу осраҡтары үтә аҙ булдымы икән? Әллә статистика быны йәшерҙеме? Баҙар иҡтисадына күсеү мәхшәре аҫтында быны һиҙмәнекме икән? Ә ни өсөн бөгөн шундай фажиғә көсәйә?
Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа был пробле­маға арналған кәңәшмә булды. Яҙғы сессия тамамланыр алдынан ғына парламент Рәйесе Константин Толкачевтың күрһәтмәһе буйынса Башҡортостанда балалар суицидының сәбәптәрен өйрә­нергә һәм быйыл көҙ бәлиғ бул­мағандарға ҡарата көс ҡулла­ныуҙы иҫкәртеү буйынса тәҡдим­дәр әҙерләп бирергә тейешле эш төркөмө төҙөлгәйне. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова етәкселегендәге был төркөмгә депутаттар ғына түгел, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, хоҡуҡ буйынса ҙур вазифалы белгестәр ҙә индерелде. Төркөмдөң беренсе ултырышында уҡ эшлекле һөйлә­шеү ойоштороу маҡсатында йәйге каникул осоронда уға әҙерлек алып барҙылар.
Күр­һәткестәр һис тә өмөт­ләндермәй: донъяла балалар суицидынан йыл һайын бер миллионға яҡын сабый вафат була, үҙенә ҡул һалырға маташып та быны аҙағынаса еткерә алмағандар һаны – 20 миллиондан ашыу... Ә Рәсәй менән Башҡортостанда?
– Бынан өс йыл элек Рәсәйҙең балалар суициды буйынса Европала беренсе урынды алыуы тураһында мәғлүмәт баҫылғайны, хәл әле лә бик киҫкен тора, һәм бында иң аяныслыһы шул: Башҡортостан ошо күрһәткес буйынса илебеҙ субъекттары араһында тәүге урындарҙың береһен биләй, – тип шаңҡытты йыйылғандарҙы Республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы, эш төркөмө ағзаһы Илгиз Тимербулатов.
Уның әйтеүенә ҡарағанда, был афәтте кәметеү һәм бөтөрөү буйынса аныҡ дәүләт сәйәсәте һаман да юҡ. Рәсәйҙә балалар суициды арҡаһында йыл һайын мең ярымдан алып ике мең ярым­ға тиклемге сабыйҙың ғүмере өҙөлә. Һуңғы биш-алты йылда һәр 100 мең балаға 19-20 суицид осрағы тура килде. Донъя буйынса был күрһәткес уртаса ете үлемде тәшкил итә. Кәңәшмәлә ҡатнашыу­сыларға балалар суицидының картаһын да күрһәттеләр: Башҡорт­останда был йәһәттән иң киҫкен хәл – Әбйәлил, Учалы, Белорет, Мәсетле райондарында. Дөрөҫ, беҙҙең республикала был аяныслы күренештәр һаны кәмеүгә табан бара: 2009 йылда балалар­ҙың үҙ-үҙҙәренә ҡул һалырға ынтылыу осраҡтары 246 тапҡыр була, һәм шуларҙың 33-ө үлем менән тамамлана, 2012 йылда был һандар нисбәте: 198 һәм 21, ә 2015 йылда суицид эшләргә маташыу 126 тапҡыр теркәлгән һәм шуның ун туғыҙы аҙағынаса еткерелгән.
Белгестәрҙең күҙаллауы буйынса, был күрһәткес йылына уртаса дүрт процентҡа түбәнәйә барырға тейеш. Тимәк, әлеге эш төркөмө төҙөлгәнсе үк балалар суициды күренештәре аҙайыуға киткән. Әммә был ғына тыныс­ландырмай, әлбиттә, сөнки иң мөһиме – был хәлдең киҫкенлә­шеү һәм йомшарыу сәбәптәренең аныҡ ҡына билдәле булмауы, алдан уҡ кемдәрҙең һәм ниндәй иҫкәртеү саралары күрергә те­йеш­легенең тәғәйен билдәлән­мәүе.
Балалар суицидының сәбәп­тәрен белгестәр шулай билдәләй:
* беренсе урында – ғаилә эсендәге ыҙғыштар;
* икенсе урында – шәхестең үҙенсәлектәре;
* өсөнсө урында – социаль-көнкүреш проблемалары;
* дүртенсе урында – яңғыҙлыҡ;
* бишенсе урында – психик сир;
* алтынсы урында – көслө соматик сир (тән ауыртыуы).
Ошо аяныслы хәлдең матди яҡтан етеш йәшәгән ғаиләләрҙә айырыуса йыш осрауы – күптәрҙе ғәжәпләндергән күренеш. Күрәһең, ярлыраҡ ғаиләләрҙә балалар тормош проблемалары менән көрә­шеп “сыныға”, ә ата-әсәһе бай булған һәм кескәйҙән үк һәр зауығын ҡәнәғәтләндереп өйрән­гән бала стресҡа тиҙ бирешеүсән.
Эйе, суицидтың сәбәптәрен логика менән генә аңлатып булмай. Бигерәк тә балалар суицидын. Балалыҡ һәм үҫмерлек осоро – тәүге мөхәббәт, осрашыуҙар, асыштар, хыялдар дәүере. Һәр күренеш яңылығы менән ҡыҙыҡ­һындыра, төрлө таныш булмаған нәмә алға әйҙәй, маҡсаттар барлыҡҡа килә. Кешелә тәбиғәт тарафынан алдан уҡ үҙ-үҙеңде физик яҡтан һаҡлап ҡалыу инстинкты һалынған була. Ошо тәбиғәткә һәм әҙәм балаһының рухына ҡаршы килеүсе бик ҙур көс кенә был инстинктты емерә ала. Шуға күрә ғалимдарға кешене был көс алдында нимә яҡлауһыҙ ҡалдыра, ә нимә ҡаршы торорға ярҙам итә икәнлеген аңлау зарур.
Суицид проблемаһын өйрәнеү йыш ҡына социаль күренештәргә ҡайтып ҡала: үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙары бик ихтимал булған кешеләр ҙә бар, уларҙы алдан уҡ күрә һәм ваҡытында ярҙам күрһәтә белергә кәрәк. Мәҫәлән, суицидологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, үҙ-үҙенә ҡул һалыу баланың психик сире менән бәйле түгел. Был аҙым – баланың ниндәй ҙә булһа ауыр хәлдән сығыу юлын күрмәүендә. Уның бер кемдән дә ярҙам ала йәки кәңәш һорай алмауында, әлбиттә, ололар ғәйепле. Суицидты бик ҙур батырлыҡ итеп күрһәтергә тырышыусы интернет сайттарын да әле булһа тыя алмайҙар, дарыу­ханаларҙа йәки аҫтыртын рәүештә ярамаған психотроп матдәләр һатыуҙы тыйыу буйынса ла һөҙөмтәле эш юҡ.
– Балалар суицидының 53 проценты медикаменттар ярҙамында башҡарыла, – тине үҙ сығышында Башҡортостан Прокурорының закон сығарыу һәм башҡарма органдар менән хеҙмәттәшлек буйынса өлкән ярҙамсыһы, эш төркөмө ағзаһы Руслан Исмә­ғилев. – Утыҙ проценты бысаҡ менән ҡырҡыла, һигеҙ проценты бейектән һикереп йән бирә, биш проценты аҫылынып үлә.
“Бер генә проблема ла айырым түгел, ә йәмәғәтселектең дөйөм хәле һәм мәҙәниәте менән бәйлә­нештә генә ҡарала ала”, – тип йыш әйтәбеҙ һәм яҙабыҙ. Был, ғөмүмән, һәр кемгә мәғлүм. Ә, ошо йәһәттән ҡарағанда, балалар суициды кеүек аяныслы хәлде тыуҙыра алырлыҡ тәүшарт­тар етерлек: Рәсәйҙең Бала хоҡуҡ­тары буйынса элекке вәкиле Павел Астаховтың белдереүенсә, беҙҙең ил аборттар, балалар алкоголизмы, бик йәшләй тәмәке тарта башлау, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һаны, педофилдарҙың енәйәттәре буйынса ла донъяла тәүге урын­дарҙы биләй.
Был сәбәптәр араһында баҙар иҡтисадына күсеү осоронда рухи ҡиммәттәрҙең баһаһы кәмеп, төҫһөҙләнеп ҡалыуын да күрһә­тергә мөмкин. Был бигерәк тә ғаилә ҡиммәттәренә ҡағыла. Шуға күрә депутат Николай Никитин­дың: “Элек мәктәптә психолог вазифаһы булмай торғайны, уның ҡарауы, балалар суициды ла юҡ ине...” – тип әйтеүе менән дә килешмәй булмай.
Балалар һәм үҫмерҙәрҙең яҡты донъя менән бик иртә бәхиллә­шеүенә социаль (эскелек, ғаилә­ләрҙең тарҡалыуы һ.б.) һәм медицина (депрессия күренештә­рен алдан асыҡлай алмау һ.б.) сәбәптәре өҫтәлә.
– Заманға эйәреп өлгөрә алмаған, эшләп еткерелмәгән урындар ҙа байтаҡтыр, моғайын, – тине депутат Римма Үтәшева. – Бала ғаиләнән тыш мәктәптә, нигеҙҙә, класс етәксеһе менән аралаша, уныһы ла үҙ синыфында уҡыусылар, йәғни аҙ һанлы даирә менән көн дә осрашып торған шарттарҙа һәр баланың холоҡ-фиғелен, ғаилә хәлен белә. Ләкин шул уҡ ваҡытта һәр мәктәптә тиерлек психолог эшләй, бала уға – һирәк күрешкән ят кешегә – барып эс серҙәрен һөйләй аламы икән ни? Бәлки, был эште лә класс етәксеһенә йөкмәтергә кәрәктер? Ул да юғары уҡыу йортонда психология өйрәнгән бит, хеҙмәт хаҡына өҫтәмә алыуҙан бер педагог та баш тартмаҫ ине, моғайын...
– Мәғлүмәтҡә ҡытлыҡ та үҙен һиҙҙерә. Ике йыл самаһы элек, мәҫәлән, Учалы районында балалар суициды буйынса хәл киҫкенләшеп киткәс, унда “ҡулдан идара итеү” режимы индергәйнек, – тип өҫтәне Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова. – Хәҙер был төбәктәге тейешле кешеләр ошондай хәл тыуа ҡалғанда ҡасан һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икәнен аныҡ белә.
– Тап шуға күрә лә беҙҙең эш төркөмөнөң маҡсатын шунда күрәм: баланы суицидҡа алып килеүе ихтимал булған хәл тыуһа йәки ул фәҡәт һиҙемләнһә лә, ололарҙың эш-хәрәкәтенең алгоритмын эшләү. Ул хатта “а”, “б”, “в” һәм артабан дауам итеүсе пункттар рәүешендә булырға тейеш, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙә­ниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе, эш төркөмө етәксеһе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873