Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡалыуайрының айырылмай ҡалғаны…
Ҡалыуайрының айырылмай ҡалғаны… Сәфәр ҡыласаҡ ауылға алдан шылтыратып килеү-ҡайтыу мәсьәләһен хәл иткән мәлдә: “Нисек барып етермен инде, “Нива”м юҡ бит әле”, – тип ысҡындырҙым. Бәйләнештең теге осонда: “Көлмә, беҙҙә хәҙер юлдар бынамын ул”, – тигән яуап ишеткәс, уңайһыҙланыу урынына ҡыуанып ҡуйҙым. Юҡ, үҙем өсөн түгел, район үҙәгенән 85 километр алыҫлыҡта ятҡан ауылда йәшәгәндәрҙе уйлап.


Акушерҙары ла бар, уҡытыусылары ла

Һүҙемде осраҡлы ғына юл пробле­маһынан башламаным. Нисек кенә бул­маһын, йәшәйешебеҙҙең бер күрһәткесе шул “ҡан тамырҙары”. Ҡайһы берҙә маҡсатыңа өлгәшер өсөн ҙур юл түгел, һуҡмаҡ та файҙаға. Ә бит, уйлай китһәк, заманында был яҡтарға үтеүе, ысынлап та, гүр ғазабы менән сағыштырырлыҡ ине. Һуҡмаҡ тигәндән, Маҡар – Ҡолғона ауылдары араһында еңел машина түгел, “Урал”дар, тракторҙарҙың да “ҡорһағына ултырғандарын” күргән булды. Бына ни өсөн мөһим был юл тауҙар араһында йәшәүсе әҙәм балаларына! Улай ғына ла түгел, Ҡалыуайрыла, мәҫәлән, “ҙур донъя” менән бәйләнеш тотор өсөн был күренеш ҡайһы саҡта берҙән-бер сара – тауҙар араһында кеҫә телефоны хаҡында хыялланаһы түгел, интернет та киң таралған тип әйтеп булмай. Юлдаш (спутник) антеннаһы, стационар телефон элемтәһе лә боҙолоп китә.
…Эйе, күптән юл төшмәгәс, донъянан артта ҡалаһың икән. “Тимер ат”ыбыҙ кинәнеп ҡом түшәлгән тигеҙ Стәрлетамаҡ – Белорет юлынан сапҡанда башҡа ошондай уйҙар килә. Тик Ҡолғонаға етеү – бер, бына ауыл биләмәһе үҙәгенән Ҡалыуайрыға тиклем нимә көтә бит әле? Хәйер, бында ла һуҡранырға форсат юҡ, ауылдың урамдары ла тигеҙләнеп ҡалған.
– Ҡалыуайрыны бәләкәй ауыл тип атарға була, әммә бөтә барғандар рәтенә һис тә индерергә ярамай, – ти урындағы староста Шәрифулла Хәйҙәров. – Эш урындары юҡ кимәлдә, әммә гөрләтеп донъя көтөр өсөн ҡайҙа ла шарттар табырға мөмкин. Яҡты миҫал итеп дүрт бала баҡҡан Айгөл менән Фларид Ишмөхәмәтовтарҙы атар инем. Балаларын да ҡарайҙар, хужалыҡтарын да үҫтерәләр, – тип фекерен нығытып ҡуя ул.
Ысынлап та, ни бары 180 кешене үҙенә һыйындырған был төпкөл тигеҙ юлдары менән генә маҡтанмай: башланғыс мәктәбе лә бар, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла эшләп килә, мәсеттә аҙан яңғырай, клубта геүләп концерттар үтә, аҙыҡ-түлек, ваҡ-төйәк кәрәк-яраҡ алырға ла күрше ауылға сабаһы түгел. Тик бына һыуҙы ғына ҡоҙоҡтан алалар һәм утын яғалар. Артабан барыһына ла айырым туҡталып үтәйек.
Яңы мәктәп бынан алты йыл элек кенә асылған. Уның ҡарауы, мөһабәт бинаға бағып, кисә генә уҡыусыларҙы ҡабул итә башлаған тип уйларлыҡ. Шуныһын да билдәләге килә: кирбестән ҡоролған белем усаҡтарын күреп өйрәнгән кешегә был йорт нисектер йәмлерәк тойола, ирекһеҙҙән ауыл балаһының тыуған йортон хәтерләтеп ҡуя.
Яңы мәктәптә, әлбиттә, йыһаз да яңыса ҡоролған, ә ҙур пластик тәҙрәләр кабинетҡа көндөң барлыҡ яҡтылығын тапшырып тора. Ошондай белем усағы барлығына ҡалыуҙар шатланып бөтә алмай һәм уны төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәткән ауылдаштары, республиканың элекке урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллинға рәхмәттәр уҡый. Ауылын күтәрер, ауылдаштарына ярҙам итер шәхестәр күберәк булһын, тип өҫтәргә генә ҡалалыр.
Шуныһы йәл: бөгөнгө көндә мөһабәт бинала ни бары биш кенә уҡыусы белем ала. 2-селә бер малай менән бер ҡыҙ булһа, быйыл мәктәп тупһаһын тәүге тапҡыр өс малай атлап ингән. Уның ҡарауы, белем усағының киләсәгенә өмөт бар.
– Алдағы йылда беренсе класҡа һигеҙ баланың килеүе көтөлә, – ти, мәҫәлән, утыҙ йыллыҡ уҡытыусылыҡ стажы булған Айһылыу Камалова.
…Кластарында егерме бишәр бала булған уҡытыусылар был юлдарҙы уҡығас, ни бары ике-өс сабыйға белем биргән коллегаларына “эштәре еңел” тип көнләшеп тә ҡарайҙыр. Тик миҙалдың икенсе яғына күҙ һалайыҡ әле: Айһылыу Камалова менән Альбина Батталованың балаларҙы уҡытып, сәй эсереп, һуңынан мәктәпте үҙҙәре йыуып ҡайтып киткәнен күптәр күҙ алдына ла килтермәйҙер. Ярай әле был остаздарҙың йөҙөнә ҡыҫҡартыу-ябыу хәүефе сыҡмаған. Шулай, тормош бер яҡтан ни тиклем еңелләшһә, икенсе тарафтан шул ҡәҙәр ауырлаша һымаҡ.
Еңелләшеү тигәндән, заман үҫешен генә күҙ уңында тотмайым. Элек ауыл халҡы урман хужалығы предприятиеһы бар саҡта аныҡ эш урыны менән тәьмин ителһә, хәҙер үҙ йүнен үҙе күрергә мәжбүр. Бюджет эш урындары бармаҡ менән һанарлыҡ кешеләр иҫәбендә генә. Уның ҡарауы, мөмкинлектәр заманы бит, бура бураһаң да, таҡта бысһаң да – үҙеңдең кеҫәгә. Хәйер, был тарафтан да ҡаршылыҡтар хәҙер сүпләп бөткөһөҙ – ағасты үҙеңә генә файҙаланырға тейешһең, һатырға хаҡың юҡ!
– Ғәмәлдә, төпкөлдә иркендә кинәнеп йәшәйҙәр, тиһәләр ҙә, кешеләрҙең өҫтөнә ауып килгән урмандан ҡулланыу мөмкинлеге тар, бынан тыш хәҙер барыһына ла тик ҡарағай ғына кәрәк, – тине, мәҫәлән, күп йылдар урман хужалығында эшләгән Риф Солтанбаев. – Өҫтәүенә был яҡтарҙа мал менән дә алға китеп булмай шул – һөт ҡалаға барып еткәнсе ҡаймаҡҡа әйләнә, бесәнде лә халыҡ ялан яҡтарынан һатып алырға мәжбүр.
Шуға ҡарамаҫтан, өйөр-өйөр ат тотоу­сылар, һыйырҙарын ишәйтергә теләүселәр табыла. Бына ҡайҙа ул тормошҡа яраҡлашыу, бына ҡайҙа ул йәшәү көсө!
Эйе, көслө рухлы кешеләр йәшәүенә инандыра сәфәр, шул уҡ ваҡытта уларҙың ябайлығына ла хайран ҡалырлыҡ. “Нисек ҡайтырға икән?” тип өндәшһәң, бер һүҙһеҙ, һуңғы аттарын атландырып ебәрерҙәр ине. Төпкөлдә төңөлмәй, дәрт табып йәшәп ятҡан кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Башҡа тарафтарҙа ошондай ауылдарҙың мәҙәни усағы һүнеп ҡалғанда, мәҫәлән, бында клуб гөрләп эшләй. Уның мөдире Рәшиҙә Солтанбаева йәш-елкенсәктең дә, оло быуын вәкилдәренең дә берҙәй күңелен күтәрерҙәй саралар ойоштора. Һәүәҫкәр артистар өсөн, йыйылып, ауылдар буйлап гастролгә сығып китеү ҙә бер ни тормай.
Рухи күтәренкелек, иманлылыҡ мәҙәни усаҡ менән генә сикләнеп ҡалмай, ауыл мәсетендә гөрләп дини байрамдар үтә, мулла Рәмзил Хәйҙәров ярҙамы менән намаҙға баҫыусылар ишәйә. Бынан тыш, ауыл халҡы берҙәмлектәрен күрһәтеп, һуңғы төйәктәре булыр урын – зыяратты тәртиптә тота: йыйыштыра, кәрәк урынын кәртәләп ҡуя.
Тик тулы тормош алып барыуҙа рухи яҡтан сәләмәт булыу менән берҙәй тән һаулығы ла мөһим. Был йәһәттән дә ҡалыуҙарға артыҡ борсолаһы түгел – Ҡолғонала алты койка-урынлыҡ участка дауаханаһы эшләй, ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.
– Газлы ҡаланан алыҫта йәшәйбеҙ, урман-тауҙың саф һауаһы үҙе дауа тигәндәй, шулай ҙа көнөнә биш-алты кеше мөрәжәғәт итә, – тип таныштыра эш көнө менән фельдшер Лилиә Шәрипова. – Күберәк оло быуын вәкилдәре йөрөй, башлыса ҡан баҫымы күтәрелеүгә зарланалар, ашҡаҙанға бәйле сирҙәр борсой.
Эш көнө тигәс, ауыл табибы хаҡында һүҙ барғанда, хеҙмәтенең сикһеҙ баһаға лайыҡ икәнлегенә инанып ҡуяһың. Сир эш сәғәтен көтөп тормай шул – көнмө-төнмө, фельдшер ауырыу янына йүгерә. Ә Лилиә Абдулхалиҡ ҡыҙы Ҡолғонанан йөрөп эшләй, ҡаты һыуыҡта ла, күҙ асҡыһыҙ буранда ла килеп етә. Ысынын әйткәндә, бындай апай миҙалға лайыҡ: ас бүренән дә, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарынан да ҡурҡмай биш саҡрым алыҫлыҡтағы юлды көн дә тапай бирә. Ә бит ауыл фельдшерҙары бөгөн – ярты окладҡа, санитарҙар бөтөнләй 0,25 ставка эш хаҡына дауалай…
Лилиә Шәрипованың эш стажы утыҙ йылға яҡын, хаҡлы ялға ла күп ҡалмаған. Ошо айҡанлы алмаш хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, әңгәмәсем баҙап ҡалды. Тимәк, Ҡалыуайрының киләсәктә фельдшерһыҙ ҡалыуы ихтимал. “Ауыл табибы” программаһын йүгәнләп, бер миллион һумлыҡ аҡсаға эйә булып, бушлай ер алып, ошо урында төпләнер фельдшер килеренә өмөтләнергә генә ҡала.
…Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡ йәйелдергән булдыҡлылар менән күп аралашыу форсаты көтә. Уларҙан: “Ауылда ниңә магазин асмайһың?” – тип һораһаң, йыш ҡына бының табышһыҙ тармаҡ икәнлеген иҫбатларға тотоналар. Ә ҡайһы берҙә Ҡалыуайрынан күпкә ҙурыраҡ ауылдарҙы миҫал итеп алалар.
– Йәй, әлбиттә, кеше күберәк була, Бөрйән яҡтарынан килгән юлсылар ингеләй – шуның менән бер аҙ аҡса төшә, – ти тауар әйләнешенең тиҙлеге тураһында Розалия Сөләймәнова. – Ауыл ере булғас, сер түгел, көтәсәккә лә таратаһың, аҡсалар пенсия өләшкән көндә әйләнеп ҡайта, – тип тә өҫтәй һатыусы.
Баҡтиһәң, магазинды Розалия апайҙың бер туған ҡустыһы Илдар Ильясов асҡан. Булдыҡлы егет үҙе ҡалала йәшәү сәбәпле, тармағының ни тиклем отошло икәнлеге тураһында төпсөнөп булманы. Һәр хәлдә, Илдарға ауылдаштарын күрше ауылға йөрөү һымаҡ проблеманан азат иткәненә “Афарин!” тип кенә әйтергә кәрәктер.
…Өҫкә ишелеп торған ағас тураһында һүҙ булды баштараҡ. Тимәк, утынға ҡытлыҡ юҡ, шулай ҙа ауылдың бер нисә километр ситтә генә үткән “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылмауы күңелде ҡыра. Хәйер, “ғүмер буйы утын яғып йәшәнек, артабан да шулай көн күрербеҙ”, тиеүселәр ҙә юҡ түгел икән. Ғөмүмән, газ кәрәкме, әллә юҡмы, отошломо-түгелме, үтеүе ихтималмы-өмөтһөҙмө – барыһы ла әлегә асыҡ ҡала. Уның ҡарауы, һуңғы йылдарҙа район етәкселеге хәстәре менән ауылда һыу мәсьәләһе хәл ителгән – бер нисә урында ҡоҙоҡ ҡаҙытылған.

Таҡта ярып, сыр яһап…

Ауыл халҡы башлыса үҙ ихатаһында, урында табыш ала, тигәйнек инде. Ағасҡа өмөт аҙ булһа ла, күптәр һаман да ғүмере буйы шөғөлләнгән эшмәкәрлегенән айырылмай. Ҡалыуайрыла, мәҫәлән, өс ағас бысыу цехы эшләп килә. Урал Ғөбәйҙуллин, Ринат Хәйҙәров, Ришат Батталовтар үҙҙәренә лә табыш килтерә, ауылдаштарын да хеҙмәт урыны менән тәьмин итә. Улай ғына ла түгел, Уралға, мәҫәлән, Ҡолғонанан бажаһы йөрөп эшләй. Нимә генә тимәһендәр, туғандар менән бергә донъя көтөү һаман да еңелерәк шул, үҙ кешеңә ышаныс һаман да күберәк.
– Айына уртаса 18-20 мең һум эш хаҡы сыға. Ауыл ерендә хеҙмәтеңдең ошондай суммала баһаланыуы насармы ни? Шуға егеттәр менән тырышып эшләйбеҙ, заказдар, Аллаға шөкөр, сират тороп тигәндәй, – тип ҡәнәғәтлек белдерә, мәҫәлән, Урал Ғөбәйҙуллинда ағас бысыусылар Фидан Әминев, Ғәлимйән Йомағолов һәм Азамат Хужәхмәтов. Нисек кенә булмаһын, был яҡтарҙа йәшәү кимәлен ағас билдәләй, тип ышаныслы әйтергә булалыр. Һәр хәлдә, әйтеүебеҙсә, һыйырҙан әллә ни табыш алып булмай ҙа. Атап әйткәндә, кинәнеп йөрөтөрлөк көтөүлек тә юҡ, һағалап торған айыу-бүре тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Уның ҡарауы, аҙ ғына һөттән дә файҙа алып йәшәргә тырыша урындағы халыҡ. Лилиә Иҙрисова, мәҫәлән, сыр яһай, ҡаҙылыҡ әҙерләй. Бер ниндәй ҙә сит ил технологияһын да ентекле өйрәнмәгән, махсус курстар ҙа тамамлап ҡайтмаған.
– Бер килограмм эремсеккә бер килограмм һөт һалаһың, шунан ике йомортҡа ҡушаһың, аш тоҙо, май, сода өҫтәйһең, – тип технологияһының яп-ябай сере менән дә уртаҡлашты хужабикә. Нисек кенә булмаһын, Лилиә апайҙың телеңде йоторлоҡ сыры ҡаланыҡынан һис тә ҡалыш түгел, хәүефһеҙерәк, осһоҙораҡ икәнлеген дә иҫбатлап тороу артыҡтыр.
…Ауыл кешеһенең баҡҡаны шул урман да мал инде. Ошо ике күренеште берләштереүсе умартасылыҡ та киң таралған ҡалыуҙар араһында. Был йәһәттән кемделер айырып ҡына күрһәтеү уңайһыҙ ҙа һымаҡ, сөнки һәр йортта тиерлек бал ҡорттары гөжләй. Хәйер, урман-тау араһында йәшәгән башҡорт та бул, бал ҡорто ла тотма ти. Күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел!

* * *

Бәхетлеме ҡалыуҙар? Ошо һорау быраулай мейене. Һәр хәлдә, әлегеләй ҡайһы бер ауылдар бер ниндәй ҙә социаль объекттарға дәғүә итмәгән мәлдә үҙ мәктәптәре, табипҡа күренеү урындары, аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлектәре, бейер сәхнәләре, хәйер һалыр йорттары балҡыуы был һорауға яуап биреп ҡуйған да һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта етешмәгән күренештәр ҙә байтаҡ әле. Хәйер… матди етешлек бизмәненә һалып үлсәнәме һуң бәхет?! Иҫ китмәле тауҙар-ҡаялар, ҡара урмандар уратып алған тәбиғәттең саф һауаһын һулап йәшәү һәр кемгә лә тәтемәй ул. Бына, исмаһам, бәхет… Һирәк бәхет!





Ҡалыуайры ауылының тарих башы, урындағы ололар әйтеүенсә, XVIII быуатҡа барып тоташа. Ҡасандыр бында Ғафури районының боронғо башҡорт ауылы Ташбүкән кешеләре йәйләүгә йөрөгән. Бер мәл йәйләүҙән ҡайтмай ҡалыусылар ҙа табылған. Ауылдың исеме ошонан ҡалған.
Бында элек ағастан аҙыҡ һаҡлау өсөн һауыттар етештерелгән. Был эште башҡарыу өсөн Миәкә-Әлшәй яҡтарынан кешеләр ҙә килтерелгән. Уларҙың да бер өлөшө төпләнеп ҡалған. Яңы кешеләрҙе “биш тары” тип тә исемләгәндәр. “Пищевая тара” һүҙенән алынған.

lБөгөнгө көндә ауылда 180 кеше йәшәй. Уларҙың араһынан 47-һе – 18 йәшкә тиклемге балалар. 100 кеше – хеҙмәт йәшендә, ҡалғандар – хаҡлы ялдағылар.
lАуылда 56 йорт иҫәпләнә.
lМалдар һаны: һыйыр малы – 74, аттар – 45, умарталар – 228.
lҠалыуҙарҙың 7 еңел автомобиле, 3 тракторы, 6 йөк машинаһы бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873