Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡоштар китә... Китә ир-егеттәр...
Ҡоштар китә...  Китә ир-егеттәр... Гармун моңо... Әсәйҙең моңһоу ҡарашы... Атайҙың ғорурлыҡ менән арҡанан ҡағыуы... Дуҫтарҙың ҡыҫып ҡосаҡлауы... Һөйгән ҡыҙыңдың күҙҙәре сыланыуы... Ә алда – яңы донъя... Яңы дуҫтар... Кирза итек... Автомат... Тревога... Марш-бросок...

Быларҙың барыһы ла һәр егеттең яҙмышындағы бер миҙгел. Әрме – тән һәм йән сынығыуы, рухтың нығыныуы, дуҫлыҡ­тың ҡәҙерен белеү, илең һәм халҡың өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙер булыу мәктәбе ул.
Борон-борондан яугирлек даны яулаған башҡорт ир-егеттәре бөгөн дә анттарына тоғро ҡалып, икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙҙәрҙә, зәңгәр күктәрҙә, йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урмандарҙа, эҫе сүллектәрҙә, һалҡын тундраларҙа ил алдындағы хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.
Быйылғы көҙ айҙарында Башҡорт­остандан алты мең егет хәрби хеҙмәткә алына. Ҡоро ер ғәскәрҙәрендә – 3100, Һауа-космос көстәрендә – 230 самаһы, Хәрби-диңгеҙ флотында – 320-нән ашыу, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә – 370, Һауа-десант ғәскәрҙәре сафында – 70, Эске ғәскәрҙәрҙә 490 яҡташыбыҙ хеҙмәт итәсәк. Башҡа төр ғәскәрҙәрҙе 1400 самаһы ир-азаматыбыҙ тулыландырасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Игорь Харченко әйтеүенсә, яҙ алынмай ҡалған егеттәр иң беренсе сиратта китәсәк. Быйылғы саҡырылыштың бер үҙенсәлеге лә бар: Рәсәй Федерацияһының Милли гвардияһы тулыландырыла башлаясаҡ.
Шулай итеп, егеттәр республиканың йыйылыу пунктынан 20 октябрҙәр тирәһендә оҙон һәм яуаплы юлға сыға. Сәфәрегеҙ имен, юлығыҙ уң булһын, ил азаматтары!


Автор: С. НӘЗИРОВ. Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә