Гармун моңо... Әсәйҙең моңһоу ҡарашы... Атайҙың ғорурлыҡ менән арҡанан ҡағыуы... Дуҫтарҙың ҡыҫып ҡосаҡлауы... Һөйгән ҡыҙыңдың күҙҙәре сыланыуы... Ә алда – яңы донъя... Яңы дуҫтар... Кирза итек... Автомат... Тревога... Марш-бросок...
Быларҙың барыһы ла һәр егеттең яҙмышындағы бер миҙгел. Әрме – тән һәм йән сынығыуы, рухтың нығыныуы, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеү, илең һәм халҡың өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙер булыу мәктәбе ул.
Борон-борондан яугирлек даны яулаған башҡорт ир-егеттәре бөгөн дә анттарына тоғро ҡалып, икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙҙәрҙә, зәңгәр күктәрҙә, йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урмандарҙа, эҫе сүллектәрҙә, һалҡын тундраларҙа ил алдындағы хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.
Быйылғы көҙ айҙарында Башҡортостандан алты мең егет хәрби хеҙмәткә алына. Ҡоро ер ғәскәрҙәрендә – 3100, Һауа-космос көстәрендә – 230 самаһы, Хәрби-диңгеҙ флотында – 320-нән ашыу, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә – 370, Һауа-десант ғәскәрҙәре сафында – 70, Эске ғәскәрҙәрҙә 490 яҡташыбыҙ хеҙмәт итәсәк. Башҡа төр ғәскәрҙәрҙе 1400 самаһы ир-азаматыбыҙ тулыландырасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Игорь Харченко әйтеүенсә, яҙ алынмай ҡалған егеттәр иң беренсе сиратта китәсәк. Быйылғы саҡырылыштың бер үҙенсәлеге лә бар: Рәсәй Федерацияһының Милли гвардияһы тулыландырыла башлаясаҡ.
Шулай итеп, егеттәр республиканың йыйылыу пунктынан 20 октябрҙәр тирәһендә оҙон һәм яуаплы юлға сыға. Сәфәрегеҙ имен, юлығыҙ уң булһын, ил азаматтары!