Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тамырҙары Илештә
Тамырҙары Илештә Йәш киноактер Никита Ефремовты халыҡ тиҙ арала үҙ итеп өлгөрҙө. Бигерәк тә былтыр зәңгәр экранға сыҡҡан “Тихий Дон”, “Лондонград” телесериалдарынан һуң уның абруйы бермә-бер артты.


Ефремовтар – кино сәнғәтендә киң билдәле династия. Никитаның атаһы – Михаил Ефремов – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, танылған актер һәм тележурналист. Ә инде олатаһы Олег Ефремов – СССР-ҙың халыҡ артисы, легендар киноактер. Ғөмүмән, был нәҫелдән унлап кеше сәнғәт донъяһында үҙ урынын тапҡан, мәҙәниәтебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән.
Никита Ефремовтың атаһы яғынан нәҫел-нәсәбен бөтәһе лә белә тиерлек. Тик йәш актерҙың әсәһе яғынан тамырҙары Башҡортостанға барып тоташҡанын күптәр ишетмәгәндер ҙә әле. Никита – танылған башҡорт ғалимы Роберт Бикмөхәмәтовтың ейәне!
Роберт Ғата улы Бикмөхәмәтов – билдәле әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт­остандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Илеш районында тыуып үҫкән ғалим хеҙмәт юлын СССР Фәндәр академияһының М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында башлай. Артабан “Дружба народов” журналында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй, күп йылдар Мәскәү дәүләт университетында уҡыта, әҙәбиәт тарихы кафедраһының сектор мөдире вазифаһын башҡара.
Роберт Ғата улының ғилми хеҙмәттәре Рәсәй халыҡтары милли әҙәбиәттәренең бер-береһенә йоғонтоһо, әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт ғилеменең методологияһына арналған.
– Роберт Ғата улын яҡшы белә инем, осрашып аралашҡан мәлдәр ҙә булды, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты уның яҡташы, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин. – Ул шул тиклем ябай, тәрән белемле шәхес ине. Башҡорт һәм татар әҙәбиәтен пропагандалауға ғәйәт ҙур көс һалды.
Ысынлап та, Илеш районынан сыҡҡан ғалимыбыҙ – Ғабдулла Туҡай, Ғәлимйән Ибраһимов, Муса Йәлил тормошо һәм ижадына арналған монографиялар, Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Назар Нәжми, Ким Әхмәтйәнов кеүек шәхестәрҙең ижадына арналған мәҡәләләр авторы. Роберт Бикмөхәмәтовтың хеҙмәттәре инглиз, немец, поляк телдәренә тәржемә ителгән.
Ғалимдың ҡыҙы Асия Бикмөхәмәтова ла филология фәнен үҙ итә. Ул, Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Мәскәүҙең “Современник” театрында әҙәби мөхәррир вазифаһында эш башлай. Асия шул осорҙа Михаил Ефремов менән таныша ла инде. Күп тә үтмәй, уларҙың Никита исемле улдары донъяға килә. Бына ниндәй данлыҡлы ҡоҙалары бар илештәрҙең!
Тик артист халҡының тормошо ал да гөл булып тормай. Йыш ҡына һөнәре арҡаһында ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар ҙа килеп сыға. Никита белдереүенсә, ул бәләкәй сағында атаһы менән әсәһе айырылыша, әммә улар Ефремовтар менән һәр саҡ бәйләнештә йәшәй.
– Беҙҙең нәҫелдән бөтәһе лә тиерлек энциклопедияға ингән, – тине бер интервьюһында Никита Ефремов. – Шулай ҙа әсәйемдең атаһын бөтәһенән дә нығыраҡ яратам. Роберт олатайым менән бергә йәшәнек, ул миңә яҡшы тәрбиә бирҙе.
Бөгөн Никита Ефремов – Рәсәйҙең иң уңышлы актерҙары рәтендә. Мәскәүҙең “Современник” театрында байтаҡ спектаклдәрҙә ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта төрлө фильмдарҙа ла уйнай. Инде экрандан Никитаны күреп ҡалһағыҙ, тамырҙарының Илеш еренә барып тоташҡанын иҫкә алырһығыҙ.



Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә