Йәш киноактер Никита Ефремовты халыҡ тиҙ арала үҙ итеп өлгөрҙө. Бигерәк тә былтыр зәңгәр экранға сыҡҡан “Тихий Дон”, “Лондонград” телесериалдарынан һуң уның абруйы бермә-бер артты. Ефремовтар – кино сәнғәтендә киң билдәле династия. Никитаның атаһы – Михаил Ефремов – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, танылған актер һәм тележурналист. Ә инде олатаһы Олег Ефремов – СССР-ҙың халыҡ артисы, легендар киноактер. Ғөмүмән, был нәҫелдән унлап кеше сәнғәт донъяһында үҙ урынын тапҡан, мәҙәниәтебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән.
Никита Ефремовтың атаһы яғынан нәҫел-нәсәбен бөтәһе лә белә тиерлек. Тик йәш актерҙың әсәһе яғынан тамырҙары Башҡортостанға барып тоташҡанын күптәр ишетмәгәндер ҙә әле. Никита – танылған башҡорт ғалимы Роберт Бикмөхәмәтовтың ейәне!
Роберт Ғата улы Бикмөхәмәтов – билдәле әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Илеш районында тыуып үҫкән ғалим хеҙмәт юлын СССР Фәндәр академияһының М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында башлай. Артабан “Дружба народов” журналында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй, күп йылдар Мәскәү дәүләт университетында уҡыта, әҙәбиәт тарихы кафедраһының сектор мөдире вазифаһын башҡара.
Роберт Ғата улының ғилми хеҙмәттәре Рәсәй халыҡтары милли әҙәбиәттәренең бер-береһенә йоғонтоһо, әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт ғилеменең методологияһына арналған.
– Роберт Ғата улын яҡшы белә инем, осрашып аралашҡан мәлдәр ҙә булды, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты уның яҡташы, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин. – Ул шул тиклем ябай, тәрән белемле шәхес ине. Башҡорт һәм татар әҙәбиәтен пропагандалауға ғәйәт ҙур көс һалды.
Ысынлап та, Илеш районынан сыҡҡан ғалимыбыҙ – Ғабдулла Туҡай, Ғәлимйән Ибраһимов, Муса Йәлил тормошо һәм ижадына арналған монографиялар, Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Назар Нәжми, Ким Әхмәтйәнов кеүек шәхестәрҙең ижадына арналған мәҡәләләр авторы. Роберт Бикмөхәмәтовтың хеҙмәттәре инглиз, немец, поляк телдәренә тәржемә ителгән.
Ғалимдың ҡыҙы Асия Бикмөхәмәтова ла филология фәнен үҙ итә. Ул, Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Мәскәүҙең “Современник” театрында әҙәби мөхәррир вазифаһында эш башлай. Асия шул осорҙа Михаил Ефремов менән таныша ла инде. Күп тә үтмәй, уларҙың Никита исемле улдары донъяға килә. Бына ниндәй данлыҡлы ҡоҙалары бар илештәрҙең!
Тик артист халҡының тормошо ал да гөл булып тормай. Йыш ҡына һөнәре арҡаһында ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар ҙа килеп сыға. Никита белдереүенсә, ул бәләкәй сағында атаһы менән әсәһе айырылыша, әммә улар Ефремовтар менән һәр саҡ бәйләнештә йәшәй.
– Беҙҙең нәҫелдән бөтәһе лә тиерлек энциклопедияға ингән, – тине бер интервьюһында Никита Ефремов. – Шулай ҙа әсәйемдең атаһын бөтәһенән дә нығыраҡ яратам. Роберт олатайым менән бергә йәшәнек, ул миңә яҡшы тәрбиә бирҙе.
Бөгөн Никита Ефремов – Рәсәйҙең иң уңышлы актерҙары рәтендә. Мәскәүҙең “Современник” театрында байтаҡ спектаклдәрҙә ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта төрлө фильмдарҙа ла уйнай. Инде экрандан Никитаны күреп ҡалһағыҙ, тамырҙарының Илеш еренә барып тоташҡанын иҫкә алырһығыҙ.