Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алиһәләр утрауында
Алиһәләр  утрауында Күптән түгел яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов Грецияның Тинос утрауында үткән “Алиһәләр янына сәйәхәт” (“Визит к Музам”) халыҡ-ара ижад фестиваленән ҡайтты. Ул сараға жюри рәйесе булараҡ саҡырылған.


Фестивалде үткәреү урыны итеп Греция юҡҡа ғына һайланмаған. Тинос утрауы был илдең тарихында айырым урын биләй. Өс мең йыл дауамында утрау билдәле грек рәссамдары һәм скульпторҙарының тыуған ере, ижад кешеләре йыйылған урын булып һанала. ЮНЕСКО тарафынан Тинос асыҡ һауа аҫтындағы музей тип тә иғлан ителгән.
Фестивалгә донъялағы билдәле яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, музыканттар, рәссамдар һәм скульпторҙар йыйылған. Рәсәй, Канада, Бельгия, Украина, Грузия, Латвия һәм башҡа илдәрҙән вәкилдәр әҙәби конкурстарҙа көс һынашҡан. Марсель Сәлимовҡа яҙмаларының юғары рейтингы өсөн “Гомер дипломы” тапшырғандар. Бының менән генә бүләктәр иҫәбе тамамланмай әле. Фестиваль сиктәрендә яҙыусыларҙың халыҡ-ара форумы ла үткәрелгән. Был сарала Халыҡ-ара мәҙәниәт академияһы булдырыла. Уның президенты итеп “9 Муза” журналы мөхәррире, Тиноста үткән Халыҡ-ара ижад фестивале президенты Ирина Анастасиади һайлана. Ә бына уның ярҙамсыларының береһе – яҡташыбыҙ Марсель Сәлимов!
Бәхетленең ҡунағы бергә тигәндәй, был мәртәбәле фестивалдә “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” әҙәбиәт премияһын да тапшыралар. Экологик темаларға яҙылған сатирик һәм юмористик хикәйәләре өсөн был бүләккә лә лайыҡ була Марсель Сәлимов.
Яҙыусы ҡала китапханаларына үҙенең төрлө телдәргә тәржемә ителгән китаптарын тапшыра. Рәсәй һәм Греция араһындағы дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға индергән хеҙмәте өсөн Тинос ҡалаһы мэры ҡулынан Почет грамотаһы ала.



Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә