Күптән түгел яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов Грецияның Тинос утрауында үткән “Алиһәләр янына сәйәхәт” (“Визит к Музам”) халыҡ-ара ижад фестиваленән ҡайтты. Ул сараға жюри рәйесе булараҡ саҡырылған.Фестивалде үткәреү урыны итеп Греция юҡҡа ғына һайланмаған. Тинос утрауы был илдең тарихында айырым урын биләй. Өс мең йыл дауамында утрау билдәле грек рәссамдары һәм скульпторҙарының тыуған ере, ижад кешеләре йыйылған урын булып һанала. ЮНЕСКО тарафынан Тинос асыҡ һауа аҫтындағы музей тип тә иғлан ителгән.
Фестивалгә донъялағы билдәле яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, музыканттар, рәссамдар һәм скульпторҙар йыйылған. Рәсәй, Канада, Бельгия, Украина, Грузия, Латвия һәм башҡа илдәрҙән вәкилдәр әҙәби конкурстарҙа көс һынашҡан. Марсель Сәлимовҡа яҙмаларының юғары рейтингы өсөн “Гомер дипломы” тапшырғандар. Бының менән генә бүләктәр иҫәбе тамамланмай әле. Фестиваль сиктәрендә яҙыусыларҙың халыҡ-ара форумы ла үткәрелгән. Был сарала Халыҡ-ара мәҙәниәт академияһы булдырыла. Уның президенты итеп “9 Муза” журналы мөхәррире, Тиноста үткән Халыҡ-ара ижад фестивале президенты Ирина Анастасиади һайлана. Ә бына уның ярҙамсыларының береһе – яҡташыбыҙ Марсель Сәлимов!
Бәхетленең ҡунағы бергә тигәндәй, был мәртәбәле фестивалдә “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” әҙәбиәт премияһын да тапшыралар. Экологик темаларға яҙылған сатирик һәм юмористик хикәйәләре өсөн был бүләккә лә лайыҡ була Марсель Сәлимов.
Яҙыусы ҡала китапханаларына үҙенең төрлө телдәргә тәржемә ителгән китаптарын тапшыра. Рәсәй һәм Греция араһындағы дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға индергән хеҙмәте өсөн Тинос ҡалаһы мэры ҡулынан Почет грамотаһы ала.