Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Донъялары түңәрәк
Ҡайһы бер оло быуын кешеләре күп осраҡта йәштәргә ышанып етмәй. “Эшләй алмаҫ, йәш, тәжрибәһе лә юҡ” тигән фекерҙә. Дилбегәне тоттороп ҡарамайынса, ашығыс ҡарарға килергә ярамайҙыр.


Һуңғы һайлауҙа Белорет районына ҡараған бер нисә ауылда хакимиәт башлығы итеп йәштәр һайланды. Уларҙың бәғзеләре үҙҙәрен булдыҡлы етәксе итеп күрһәтте. Был иһә белемле, киң ҡа­рашлы, яңыса фекер йөрөткән йәштәрҙе күтәрергә кәрәк тигән фекерҙең нигеҙле булыуын дәлилләй.
Шундай йәштәрҙең береһе – Ишле ауылы хакимиәте башлығы, үҙ бурысына етди ҡараған, һәр эшендә уңышҡа өлгәшкән Фәнис Данъянов хаҡында һүҙем. Бына икенсе йыл рәттән был ауыл хакимиәте “Реаль эштәр” программаһына эләгә. Фәнис Рәшит улы әйтеүенсә, проект ауыл ерҙәрендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә, төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға ярҙам итә.
– Былтыр ошо программа буйынса Олойылға мәктәбенең ҡыйығы яңыртылды. Әле ауылда һыу менән тәьмин итеү – ҙур проблема. Шуның өсөн смета төҙөп, “Реаль эштәр” программаһына эләктек. Быйыл Йылға аръяғы урамына 350-400 метр оҙонлоғондағы һыу үткәргес һуҙыласаҡ.
Ҡоҙашман ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Бындай саралар халыҡ­ты берләштерә, төбәк төҙөкләнә, йолаларҙы тергеҙеп, быуындар бәйләнешен нығытыуға булышлыҡ итә, – ти ул, атҡарылған эштәрҙе барлап.
Үлсәп эшләһәң генә, тырышлығың һөҙөмтә бирә. Фәнис Данъянов һәләтле, уңған, ярты һүҙҙән аңлап торған хеҙмәткәрҙәре булыуы менән бәхетле.
– Район хакимиәте етәкселеге һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Тырышһаң, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлы табылып тора. Күп йөрөргә тура килә, аҡса юҡ тип ултырһаң, эшең алға бармай. Төрлө өмәләр, саралар үткәрәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер кешеләр бындай сараларға битараф ҡарай. Ошондай мөнәсәбәт, битарафлыҡ хөкөм һөргәндә эшләүе еңел түгел. Әммә үҙ иңебеҙгә яуаплылыҡ алып, ауыл биләмәһендә тәртип булдырыуға бар көстө һалырға бурыслыбыҙ. Ә инде эшеңде халыҡ күрһә, баһалаһа, күңел күтәрелә, дәрт, көс, ҡеүәт өҫтәлә. Эшләгән һа­йын эшләге килә. Тормош ауыр, тип төшөнкө­лөккә бирелмәй, бергәләп ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығыу күпкә еңел, – ти етәксе.
Күрше менән күрше, ауыл менән ауыл татыу, берҙәм, бер һүҙҙән булғанда, ҙур эштәр башҡарыла. Кеше эше менән матур, тиҙәр. Ысынлап та, хаҡ һүҙҙәр. Фәнис Рәшит улы талапсан, алдына ҡуйған бурысты һәр ваҡыт үтәп сыға. Ошондай ныҡыш, уңған, тырыш кешеләр ҡулында бит ул тормош.
Әйткәндәй, Фәнистең ҡатыны Айгөл – эшҡы­уар. Күңелдәренә ятышлы шөғөл табып, кеше­ләргә игелек ҡылып йәшәгәс, донъялары ла түңәрәк, күңелдәре лә һил уларҙың. Ҙур уңыш­тары ла алда әле. Эшһөйәр, үҙ маҡсаттарына табан ышаныслы атлаған был йәштәргә бер ниндәй кәртәләр ҙә ҡамасауламаҫ.





Автор: Фәриҙә МӘХМҮТОВА. Район: Белорет районы, Ишле ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә