Донъялары түңәрәк05.10.2016
Ҡайһы бер оло быуын кешеләре күп осраҡта йәштәргә ышанып етмәй. “Эшләй алмаҫ, йәш, тәжрибәһе лә юҡ” тигән фекерҙә. Дилбегәне тоттороп ҡарамайынса, ашығыс ҡарарға килергә ярамайҙыр.
Һуңғы һайлауҙа Белорет районына ҡараған бер нисә ауылда хакимиәт башлығы итеп йәштәр һайланды. Уларҙың бәғзеләре үҙҙәрен булдыҡлы етәксе итеп күрһәтте. Был иһә белемле, киң ҡарашлы, яңыса фекер йөрөткән йәштәрҙе күтәрергә кәрәк тигән фекерҙең нигеҙле булыуын дәлилләй.
Шундай йәштәрҙең береһе – Ишле ауылы хакимиәте башлығы, үҙ бурысына етди ҡараған, һәр эшендә уңышҡа өлгәшкән Фәнис Данъянов хаҡында һүҙем. Бына икенсе йыл рәттән был ауыл хакимиәте “Реаль эштәр” программаһына эләгә. Фәнис Рәшит улы әйтеүенсә, проект ауыл ерҙәрендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә, төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға ярҙам итә.
– Былтыр ошо программа буйынса Олойылға мәктәбенең ҡыйығы яңыртылды. Әле ауылда һыу менән тәьмин итеү – ҙур проблема. Шуның өсөн смета төҙөп, “Реаль эштәр” программаһына эләктек. Быйыл Йылға аръяғы урамына 350-400 метр оҙонлоғондағы һыу үткәргес һуҙыласаҡ.
Ҡоҙашман ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Бындай саралар халыҡты берләштерә, төбәк төҙөкләнә, йолаларҙы тергеҙеп, быуындар бәйләнешен нығытыуға булышлыҡ итә, – ти ул, атҡарылған эштәрҙе барлап.
Үлсәп эшләһәң генә, тырышлығың һөҙөмтә бирә. Фәнис Данъянов һәләтле, уңған, ярты һүҙҙән аңлап торған хеҙмәткәрҙәре булыуы менән бәхетле.
– Район хакимиәте етәкселеге һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Тырышһаң, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлы табылып тора. Күп йөрөргә тура килә, аҡса юҡ тип ултырһаң, эшең алға бармай. Төрлө өмәләр, саралар үткәрәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер кешеләр бындай сараларға битараф ҡарай. Ошондай мөнәсәбәт, битарафлыҡ хөкөм һөргәндә эшләүе еңел түгел. Әммә үҙ иңебеҙгә яуаплылыҡ алып, ауыл биләмәһендә тәртип булдырыуға бар көстө һалырға бурыслыбыҙ. Ә инде эшеңде халыҡ күрһә, баһалаһа, күңел күтәрелә, дәрт, көс, ҡеүәт өҫтәлә. Эшләгән һайын эшләге килә. Тормош ауыр, тип төшөнкөлөккә бирелмәй, бергәләп ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығыу күпкә еңел, – ти етәксе.
Күрше менән күрше, ауыл менән ауыл татыу, берҙәм, бер һүҙҙән булғанда, ҙур эштәр башҡарыла. Кеше эше менән матур, тиҙәр. Ысынлап та, хаҡ һүҙҙәр. Фәнис Рәшит улы талапсан, алдына ҡуйған бурысты һәр ваҡыт үтәп сыға. Ошондай ныҡыш, уңған, тырыш кешеләр ҡулында бит ул тормош.
Әйткәндәй, Фәнистең ҡатыны Айгөл – эшҡыуар. Күңелдәренә ятышлы шөғөл табып, кешеләргә игелек ҡылып йәшәгәс, донъялары ла түңәрәк, күңелдәре лә һил уларҙың. Ҙур уңыштары ла алда әле. Эшһөйәр, үҙ маҡсаттарына табан ышаныслы атлаған был йәштәргә бер ниндәй кәртәләр ҙә ҡамасауламаҫ.