Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бураларға ашлыҡ тула, уны ҡайҙа ҡуйырға?
Бураларға ашлыҡ тула,  уны ҡайҙа ҡуйырға? Быйылғы йыл крәҫтиән өсөн ҡулай килде: етерлек күләмдә мал аҙығы тупланды, иген культураларынан бығаса булмаған юғары уңыш алынды. Ашлыҡ бураларға тулған һайын, аграрийҙар йәнә борсоуға ҡалды: ниндәй хаҡ менән кемгә тапшырырға?


Барҙы ҡайҙа итергә аптыра­мағыҙ, булһын ғына тип уйлаусылар ҙа юҡ түгелдер. Әммә миҙалдың икенсе яғын да онот­майыҡ: уңыштың мул булыуы игенгә кинәт хаҡты төшөрҙө. Фер­мерҙар ашлыҡ менән банктан алынған кредиттарын ҡаплау, эш хаҡын түләү, яңы техника һатып алыу тураһында хыялланып та өлгөрмәне, тағы “ярыҡ кәритә” янында тороп ҡалды.
Дөрөҫ, Ауыл хужалығы ми­нистр­лығы йыйылған игенде әлегә һаҡлап торорға, аҙаҡ, хаҡ бер аҙ күтәрелгәс, һатырға тәҡдим итә. Тик уны ҡайҙа һаҡларға?! Күптән инде элеваторҙар шәхси ҡулдарға күсеп бөттө, уларҙың – үҙ ҡануны. Иген эшкәртеү предприятиелары етәкселәре аграрийҙар менән хеҙмәттәшлек итергә лә әҙер кеүек. Тик улар ҙа наҙан түгел, килеп сыҡҡан хәлде яҡшы аңлап, осһоҙ хаҡҡа ашлыҡ ҡабул итергә ризалыҡ бирә. Күрәһең, игенен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән фермер барыбер беҙгә килә, тип уйлайҙар.
– Һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡтан интеккән Урал аръяғы игенселәре бығаса күрелмәгән уңыш йыйғас, бер фермерҙың йәне үртәлеп: “Иген мул булһа ла ҡыйын икән, сама менән генә булыуы яҡшы. Ҡайҙа итәм, тип башың да ауыртмай”, – тип әйтеүенә ни көлөргә, ни иларға белмәнем, – ти бер етәксе.
Уйлап ҡарағанда, уның һүҙҙә­рендә хаҡлыҡ юҡ түгел бит. Билдәле булыуынса, күрше Си­байҙа урынлашҡан элеватор бынан бер нисә йыл элек шәхси ҡулдарға күсте. Бөгөн уны Силәбе өлкәһенең ҡеүәтле “Ситно” ойош­маһы етәкләй. Уларҙың ябай игенсенең хәленә керергә телә­мәүе көн кеүек асыҡ: игенгә хаҡты бик түбән ҡуя, етмәһә, иҫәплә­шергә лә ашыҡмай.
“Унда тапшырып, аҡсаңды айҙар буйы ала алмай интеккәнсе, тапшырмауың хәйерле”, – ти фермерҙар. Баймаҡ районының бер фермеры, аптырағас, бер “КамАЗ” һолоһон тейәп 300 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Силәбе өлкәһенең Варна ҡала­һына алып барған. Һолоноң кило­һын 5 һум 50 тиндән тапшырған. Артабан машина һәм уның водителе менән иҫәпләшкәс, һолоноң килограмын 3 һумға һатҡан кеүек килеп сыҡҡан.
Кемгә отошло был осраҡта?! Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ал-ял белмәй эшләгән фермер ыҙа­лап сәскән игененән файҙа күрҙе­ме?! Юҡ, әлбиттә. Ҡайҙалыр алып йөрөгәнсе, ауылдамы, баҙарҙамы тоҡлап һатыу уға күпкә табыш­лыраҡ килеп сыға, әммә баяғы ла шул иген һаҡлау келәте булмау ғына бәкәлгә һуға.
Һәр хәлдә, яңынан элеватор төҙөү маҡсатҡа ярашлы түгел, сөнки эргәлә “Ситно” эшләп килә. Иген һаҡлау келәттәрен төҙөүҙе тормошҡа ашырырлыҡ кеүек тә бит, йәнә эш аҡсаға барып ялғана. Йыл һайын ҡоролоҡтан зыян күргән крәҫтиәндең үҙ көсө менән генә бындай ҙур яуаплылыҡты атҡарып сыға алыуы бик икеле. Шуға күрә республика етәкселеге тарафынан был йүнәлештә маҡ­сатлы эш алып барыу, ярҙам күр­һәтеү, субсидия бүлеү сараларын уйларға кәрәктер, моғайын. Нисек кенә ауыл хужалығы тармағына ярҙам итәбеҙ, тип һөйләргә һәм яҙырға күнегеп китһәк тә, күп мәсьәләләр хәл ителмәгән килеш ҡала килә.
Ауыл хужалығының һуңғы йыл­дарҙағы күтәрелеше илдә иғлан ителгән иҡтисади санкция һөҙөм­тәһе икәнен бик һирәктәр генә дөрөҫ аңлай. Бөгөн ер хужалары өсөн нисек тә ашлығын тейешле хаҡҡа һатып, уның аҡсаһына яғыу­лыҡ алып, ерҙе һөрөүгә төшөргә кәрәк. Киләһе сәсеүҙең яҙмышы көҙҙән билдәләнеүен дә онотма­һаҡ ине лә. Бойҙайҙың иң ҡаты сорттарын үҫтергән Урал аръяғы игенселәре быйылғы йылда ла уңышын тейешле хаҡҡа һата алмаһа, ысынлап та, уны артабан үҫтереүҙең файҙаһы булырмы?..




Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә