Быйылғы йыл крәҫтиән өсөн ҡулай килде: етерлек күләмдә мал аҙығы тупланды, иген культураларынан бығаса булмаған юғары уңыш алынды. Ашлыҡ бураларға тулған һайын, аграрийҙар йәнә борсоуға ҡалды: ниндәй хаҡ менән кемгә тапшырырға?
Барҙы ҡайҙа итергә аптырамағыҙ, булһын ғына тип уйлаусылар ҙа юҡ түгелдер. Әммә миҙалдың икенсе яғын да онотмайыҡ: уңыштың мул булыуы игенгә кинәт хаҡты төшөрҙө. Фермерҙар ашлыҡ менән банктан алынған кредиттарын ҡаплау, эш хаҡын түләү, яңы техника һатып алыу тураһында хыялланып та өлгөрмәне, тағы “ярыҡ кәритә” янында тороп ҡалды.
Дөрөҫ, Ауыл хужалығы министрлығы йыйылған игенде әлегә һаҡлап торорға, аҙаҡ, хаҡ бер аҙ күтәрелгәс, һатырға тәҡдим итә. Тик уны ҡайҙа һаҡларға?! Күптән инде элеваторҙар шәхси ҡулдарға күсеп бөттө, уларҙың – үҙ ҡануны. Иген эшкәртеү предприятиелары етәкселәре аграрийҙар менән хеҙмәттәшлек итергә лә әҙер кеүек. Тик улар ҙа наҙан түгел, килеп сыҡҡан хәлде яҡшы аңлап, осһоҙ хаҡҡа ашлыҡ ҡабул итергә ризалыҡ бирә. Күрәһең, игенен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән фермер барыбер беҙгә килә, тип уйлайҙар.
– Һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡтан интеккән Урал аръяғы игенселәре бығаса күрелмәгән уңыш йыйғас, бер фермерҙың йәне үртәлеп: “Иген мул булһа ла ҡыйын икән, сама менән генә булыуы яҡшы. Ҡайҙа итәм, тип башың да ауыртмай”, – тип әйтеүенә ни көлөргә, ни иларға белмәнем, – ти бер етәксе.
Уйлап ҡарағанда, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ юҡ түгел бит. Билдәле булыуынса, күрше Сибайҙа урынлашҡан элеватор бынан бер нисә йыл элек шәхси ҡулдарға күсте. Бөгөн уны Силәбе өлкәһенең ҡеүәтле “Ситно” ойошмаһы етәкләй. Уларҙың ябай игенсенең хәленә керергә теләмәүе көн кеүек асыҡ: игенгә хаҡты бик түбән ҡуя, етмәһә, иҫәпләшергә лә ашыҡмай.
“Унда тапшырып, аҡсаңды айҙар буйы ала алмай интеккәнсе, тапшырмауың хәйерле”, – ти фермерҙар. Баймаҡ районының бер фермеры, аптырағас, бер “КамАЗ” һолоһон тейәп 300 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Силәбе өлкәһенең Варна ҡалаһына алып барған. Һолоноң килоһын 5 һум 50 тиндән тапшырған. Артабан машина һәм уның водителе менән иҫәпләшкәс, һолоноң килограмын 3 һумға һатҡан кеүек килеп сыҡҡан.
Кемгә отошло был осраҡта?! Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ал-ял белмәй эшләгән фермер ыҙалап сәскән игененән файҙа күрҙеме?! Юҡ, әлбиттә. Ҡайҙалыр алып йөрөгәнсе, ауылдамы, баҙарҙамы тоҡлап һатыу уға күпкә табышлыраҡ килеп сыға, әммә баяғы ла шул иген һаҡлау келәте булмау ғына бәкәлгә һуға.
Һәр хәлдә, яңынан элеватор төҙөү маҡсатҡа ярашлы түгел, сөнки эргәлә “Ситно” эшләп килә. Иген һаҡлау келәттәрен төҙөүҙе тормошҡа ашырырлыҡ кеүек тә бит, йәнә эш аҡсаға барып ялғана. Йыл һайын ҡоролоҡтан зыян күргән крәҫтиәндең үҙ көсө менән генә бындай ҙур яуаплылыҡты атҡарып сыға алыуы бик икеле. Шуға күрә республика етәкселеге тарафынан был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барыу, ярҙам күрһәтеү, субсидия бүлеү сараларын уйларға кәрәктер, моғайын. Нисек кенә ауыл хужалығы тармағына ярҙам итәбеҙ, тип һөйләргә һәм яҙырға күнегеп китһәк тә, күп мәсьәләләр хәл ителмәгән килеш ҡала килә.
Ауыл хужалығының һуңғы йылдарҙағы күтәрелеше илдә иғлан ителгән иҡтисади санкция һөҙөмтәһе икәнен бик һирәктәр генә дөрөҫ аңлай. Бөгөн ер хужалары өсөн нисек тә ашлығын тейешле хаҡҡа һатып, уның аҡсаһына яғыулыҡ алып, ерҙе һөрөүгә төшөргә кәрәк. Киләһе сәсеүҙең яҙмышы көҙҙән билдәләнеүен дә онотмаһаҡ ине лә. Бойҙайҙың иң ҡаты сорттарын үҫтергән Урал аръяғы игенселәре быйылғы йылда ла уңышын тейешле хаҡҡа һата алмаһа, ысынлап та, уны артабан үҫтереүҙең файҙаһы булырмы?..