Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өйҙәрҙе бутау кинола ғына ҡалһын
Өйҙәрҙе бутау  кинола ғына ҡалһын Рәсәй Хөкүмәте, Мәскәүҙәге ҡыҙыҡлы проекттарҙың береһен ил күләменә сығарып, ҡалаларҙы төҙөкләндереү стандарттарын булдырмаҡсы. “Был мәсьәләлә барыһы ла мөһим, ваҡ нәмә юҡ, – тине Дмитрий Медведев. – Урамдарҙы яҡтыртыуға, тротуарҙар һалыуға ла, балалар майҙансыҡтары, ял урындары булдырыуға ла яңыса ҡараш кәрәк. Кешеләр заманса уңайлы шарттарҙа, хәүефһеҙлектә йәшәргә теләй”.


Элегерәк Ипотека торлаҡ кредитлауы буйынса агентлыҡҡа, иң яҡшы белгестәрҙе йәлеп итеп, ошо йүнәлештә программалар төҙөүҙе финансларға ҡушылған булған. Премьер-министр эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, тейешле ҡарарҙарҙы тиҙерәк сығара һалырға кәрәклеген иҫкәртте. Уныңса, ҡалаларҙы төҙөкләндереү Совет осорондағы һымаҡ бер ҡалыпҡа көйләнергә тейеш түгел, беҙгә бындай күренештән ҡотолоу мөһимерәк.
Йыш ҡына әлеге кеүек програм­маларҙы ҡабул иткәндә йәмәғәтселектең фекере иҫәпкә алынмай. Ә бит, етәкселек ниндәй генә эшкә ниәт итһә лә, иғтибар үҙәгендә халыҡ торорға тейеш. Шуға ла был юлы барлыҡ муниципалитеттарға граждандар менән ике яҡлы бәйләнеште яйға һалырға, һәр кемгә үҙгәрештәрҙе баһалау мөмкинлеге бирергә тәҡдим итәсәктәр.
Ҡалаларҙы төҙөкләндереү стандарттарын булдырыуға ил бюджетынан аҡса һорамайҙар, Ипотека торлаҡ кредитлауы буйынса агентлыҡтың килемен файҙаланасаҡтар. Эшләнмәләрҙе киләһе йылдың башына уҡ әҙерләп бөтөргә маҡсат ҡуйылған. Үҙ биләмәләрен күркәмләндереүгә барыһынан да күберәк тырышлыҡ һалған, яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшкән муниципаль берәмектәрҙе дәүләт гранттары менән дәртләндереүгә Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына 2017 йылдан өҫтәмә рәүештә 10 миллиард һум кәрәк буласаҡ.
Тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу, төҙөк­ләндереү мәсьәләләре илдең һәр унынсы кешеһе йәшәгән моноҡалалар өсөн бигерәк тә мөһим. Маҡсат – уларҙың иҡтисади структураһын һәр йәһәттән ҡулайлаштырыу, бер профиллелектән ҡотолдороу. 2018 йылға 200 мең эш урыны булдырыу юлы менән моноҡалаларҙа халыҡтың мәшғүллеге кимәлен күтәреү күҙ уңында тотола. Ил Хөкүмәте һалым ташламалары һәм башҡа льготалар ҡаралған йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре булдырып, эшҡыуарлыҡҡа ла яңы мөмкинлектәр аса.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә