Рәсәй Хөкүмәте, Мәскәүҙәге ҡыҙыҡлы проекттарҙың береһен ил күләменә сығарып, ҡалаларҙы төҙөкләндереү стандарттарын булдырмаҡсы. “Был мәсьәләлә барыһы ла мөһим, ваҡ нәмә юҡ, – тине Дмитрий Медведев. – Урамдарҙы яҡтыртыуға, тротуарҙар һалыуға ла, балалар майҙансыҡтары, ял урындары булдырыуға ла яңыса ҡараш кәрәк. Кешеләр заманса уңайлы шарттарҙа, хәүефһеҙлектә йәшәргә теләй”.Элегерәк Ипотека торлаҡ кредитлауы буйынса агентлыҡҡа, иң яҡшы белгестәрҙе йәлеп итеп, ошо йүнәлештә программалар төҙөүҙе финансларға ҡушылған булған. Премьер-министр эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, тейешле ҡарарҙарҙы тиҙерәк сығара һалырға кәрәклеген иҫкәртте. Уныңса, ҡалаларҙы төҙөкләндереү Совет осорондағы һымаҡ бер ҡалыпҡа көйләнергә тейеш түгел, беҙгә бындай күренештән ҡотолоу мөһимерәк.
Йыш ҡына әлеге кеүек программаларҙы ҡабул иткәндә йәмәғәтселектең фекере иҫәпкә алынмай. Ә бит, етәкселек ниндәй генә эшкә ниәт итһә лә, иғтибар үҙәгендә халыҡ торорға тейеш. Шуға ла был юлы барлыҡ муниципалитеттарға граждандар менән ике яҡлы бәйләнеште яйға һалырға, һәр кемгә үҙгәрештәрҙе баһалау мөмкинлеге бирергә тәҡдим итәсәктәр.
Ҡалаларҙы төҙөкләндереү стандарттарын булдырыуға ил бюджетынан аҡса һорамайҙар, Ипотека торлаҡ кредитлауы буйынса агентлыҡтың килемен файҙаланасаҡтар. Эшләнмәләрҙе киләһе йылдың башына уҡ әҙерләп бөтөргә маҡсат ҡуйылған. Үҙ биләмәләрен күркәмләндереүгә барыһынан да күберәк тырышлыҡ һалған, яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшкән муниципаль берәмектәрҙе дәүләт гранттары менән дәртләндереүгә Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына 2017 йылдан өҫтәмә рәүештә 10 миллиард һум кәрәк буласаҡ.
Тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу, төҙөкләндереү мәсьәләләре илдең һәр унынсы кешеһе йәшәгән моноҡалалар өсөн бигерәк тә мөһим. Маҡсат – уларҙың иҡтисади структураһын һәр йәһәттән ҡулайлаштырыу, бер профиллелектән ҡотолдороу. 2018 йылға 200 мең эш урыны булдырыу юлы менән моноҡалаларҙа халыҡтың мәшғүллеге кимәлен күтәреү күҙ уңында тотола. Ил Хөкүмәте һалым ташламалары һәм башҡа льготалар ҡаралған йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре булдырып, эшҡыуарлыҡҡа ла яңы мөмкинлектәр аса.