Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фиҙакәр хеҙмәт хөрмәткә лайыҡ
Фиҙакәр хеҙмәт  хөрмәткә лайыҡ Бәхетленең ҡунағы ла, байрамы ла бер көндә тигәндәре хаҡтыр — Республика көнө алдынан бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Сәнғәт әһелдәре, ғалимдар, шоферҙар, фән эшмәкәрҙәре, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре... Төрлө һөнәр эйәләре, төрлө тармаҡ белгестәре. Асылда иһә барыһын да фиҙакәр хеҙмәт, яуаплылыҡ, тырышлыҡ һәм сәм бер бөтөн итә.

— Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа субъекттары араһында һәр яҡлап алдынғылар рәтендә килә. Был — беҙҙең бергәләп ең һыҙғанып эшләү һөҙөмтәһе. Республиканың яҡты киләсәге мәнфәғәтендә намыҫлы хеҙмәт итеүегеҙ, эшегеҙгә яуаплы ҡарауығыҙ, үҙ илегеҙҙең ысын илһөйәрҙәре булыуығыҙ, Ватаныбыҙға тоғро мөнәсәбәттә ҡалыуығыҙ менән һеҙ киләсәк быуынға өлгө күрһәтәһегеҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, — тине республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов һәм республика Башлығы исеменән дә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Бүләкләнеүселәр араһында таныш йөҙҙәр бихисап. Мәҫәлән, был көндө “Башҡортостан” гәзитенең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллинаның да хеҙмәте юғары баһаланды — уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Лариса Хашим ҡыҙының исеме мәҙәниәт һәм сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның шиғриәте, бар донъяның асылын һыйҙырған йыйынтыҡтары, бәҫле һүҙе — үҙе сихри балҡыш. Шағирә йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Уның һәр башланғысты оло бер кинәнес һәм ихласлыҡ менән күтәреп алыуына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Афарин, Лариса Хашим ҡыҙы!
Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһына килгәндәрҙең һәр ҡайһыһы хаҡында, уларҙың ҡаҙаныштары, еңеүҙәре тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Шулай ҙа хеҙмәт батырҙарын берләштергән бер сифатты билдәләп китмәү мөмкин түгел — ул да булһа профессионаллек. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә тармаҡта эшләһәң дә, һайлаған һөнәреңә тоғро ҡалып, башҡарған бурыстарыңды халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлткәндә генә ошондай бейеклектәргә өлгәшергә мөмкиндер ул.



Автор: Таңсулпан РӘСҮЛ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә