Бәхетленең ҡунағы ла, байрамы ла бер көндә тигәндәре хаҡтыр — Республика көнө алдынан бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Сәнғәт әһелдәре, ғалимдар, шоферҙар, фән эшмәкәрҙәре, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре... Төрлө һөнәр эйәләре, төрлө тармаҡ белгестәре. Асылда иһә барыһын да фиҙакәр хеҙмәт, яуаплылыҡ, тырышлыҡ һәм сәм бер бөтөн итә.— Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа субъекттары араһында һәр яҡлап алдынғылар рәтендә килә. Был — беҙҙең бергәләп ең һыҙғанып эшләү һөҙөмтәһе. Республиканың яҡты киләсәге мәнфәғәтендә намыҫлы хеҙмәт итеүегеҙ, эшегеҙгә яуаплы ҡарауығыҙ, үҙ илегеҙҙең ысын илһөйәрҙәре булыуығыҙ, Ватаныбыҙға тоғро мөнәсәбәттә ҡалыуығыҙ менән һеҙ киләсәк быуынға өлгө күрһәтәһегеҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, — тине республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов һәм республика Башлығы исеменән дә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Бүләкләнеүселәр араһында таныш йөҙҙәр бихисап. Мәҫәлән, был көндө “Башҡортостан” гәзитенең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллинаның да хеҙмәте юғары баһаланды — уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Лариса Хашим ҡыҙының исеме мәҙәниәт һәм сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның шиғриәте, бар донъяның асылын һыйҙырған йыйынтыҡтары, бәҫле һүҙе — үҙе сихри балҡыш. Шағирә йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Уның һәр башланғысты оло бер кинәнес һәм ихласлыҡ менән күтәреп алыуына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Афарин, Лариса Хашим ҡыҙы!
Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһына килгәндәрҙең һәр ҡайһыһы хаҡында, уларҙың ҡаҙаныштары, еңеүҙәре тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Шулай ҙа хеҙмәт батырҙарын берләштергән бер сифатты билдәләп китмәү мөмкин түгел — ул да булһа профессионаллек. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә тармаҡта эшләһәң дә, һайлаған һөнәреңә тоғро ҡалып, башҡарған бурыстарыңды халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлткәндә генә ошондай бейеклектәргә өлгәшергә мөмкиндер ул.