Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ирәмәл. Һуҡмаҡтан тайпылма”
“Ирәмәл. Һуҡмаҡтан тайпылма” Яңыраҡ үҙәк каналдарҙың береһендә “Мәңгелек саҡырыу” фильмын күрһәттеләр. Совет дәүләтен төҙөү осорон сағылдырған фильмды һәр кем, бигерәк тә урта һәм оло быуын кешеләре яратып ҡарай. Белорет районының күп урындарында (Үҙән ауылы, паром, Белорет ҡалаһы һ.б) төшөрөлгән фильм белореттарға икеләтә яҡын. Уның бер өҙөгөндә Ҡаһарман ауылы ла бар: мәктәп төҙөлөшө эләккән, кадрҙарҙа ауыл кешеләрен, хатта өйҙәрҙе лә танырға була.

Һәләтле режиссер, Егәҙе ауылы егете Евгений Калугин төшөр­гән фильмдар ҙа, беҙҙең ерлеккә бәй­ле булғанға күрә, һәр кемебеҙ­ҙең күңелен яулай. Әлеге ваҡытта режиссер “Ирәмәл. Һуҡмаҡтан тай­пылма” тигән яңы фильм өҫ­төндә эшләй. Тәүге кадрҙар 3 июл­дән 10 июлгә тиклем Ирәмәл тауында төшөрөлдө.
– Фильмды ижад итеүгә бағыу­сылар ярҙам итә. Ғөмүмән, күптәр ярҙам ҡулы һуҙҙы. “Ирәмәл” тәби­ғәт паркында беҙгә булышлыҡ иткән директор урынбаҫары Николай Петрович Максимовҡа рәхмәтлебеҙ. “Робинзон” магазины директоры Олег Симонов тауға күтәрелеү өсөн техника бирҙе. Белорет автомәктәбе директоры Зәбир Әхибйәнов – яғыулыҡ менән, шәхси эшҡыуар Данис Йыһаншин матди ярҙам күрһәтте. Ҡала мәҙәниәт һарайы директоры Сергей Михайлов аппаратура менән тәьмин итте. Ирәмәл тауында кино төшөрөү еңелдән түгел, шуға ла эш процесында ҡотҡарыусылар әүҙем ҡатнашты, – тине Евгений Калугин.
Ирәмәлдә фильмды төшөрөү­се төркөм “Башҡортостан Рес­публи­каһының авария-ҡотҡарыу хеҙмә­те” дәүләт учреждениеһы етәксеһе Владимир Темашев менән осраша. Хәүефһеҙлекте тәьмин иткән­дәре өсөн Белорет зона ҡотҡарыу отряды етәксеһе Артем Акопянға, урынбаҫары Алексей Юрковҡа ла рәхмәтле төркөм.
– Ҡотҡарыусыларһыҙ фильмды төшөрә лә алмаҫ инек, күп эшебеҙ уларға бәйле. Ике ҡотҡа­рыусы фильмда ла ҡатнашты. Күмәк көс менән төп сюжетты төшөрҙөк, әммә киләһе йыл беҙгә Ирәмәлгә яңынан килергә тура киләсәк, сөнки фильмда тауҙың мөғжизәле образын тыуҙырыу өсөн һауанан төшөрөү талап ителә. “Ирәмәл. Һуҡмаҡтан тайпылма” тигән ҡыҫҡа метражлы фильм 15 минут бара, әммә уның өҫтөндә өс йыл эш­ләргә тура киләсәк. Фильм 2018 йылда әҙер буласаҡ, һәм беҙ уны Башҡорт­остан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арнай­быҙ, – ти фильм авторҙары.
Шулай итеп, яҡташыбыҙ ма­уыҡ­тырғыс эшкә тотонған. Фильм­да ваҡиғалар беҙҙең көндәрҙә бара.
Картинала ике төп геройҙың яҙмышы һүрәтләнә. Морат ғаилә­һенә яҡшылыҡ күрһәтмәй, эске­леккә бирелеп, насар юлға баҫа. Ул хатаһын аңлап, Ирәмәл тауына гонаһтарын ғәфү итеүен һорап килә. Икенсе төп герой – йәш ҡыҙ – тауҙан ҡолап төшә, һәм уны ип­тәштәре ташлап китә. Ваҡиғалар ошо ике яҙмышҡа бәйле үҫешә. Фильмда тау образы ла ҙур урын ала, унда мөғ­жизәле көс бар­лығына ышан­ғандар күп бит. Беҙҙең геройҙар ҙа ошо мөғжизәгә ышана, ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Фильмда “Урал батыр” эпосын­дағы ҡайһы бер мифологик элементтар ҙа ҡулланыла. Төп герой Морат ролендә Морат Сәйфуллин уйнай. Морат Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән, әле комбинатта эшләй.
– Минең өсөн был көтөлмәгән тәҡдим булды. Икеләнеп тормай ризалаштым. Кинола төшөү ауыр булманы, сөнки миңә сәнғәт донъя­һы яҡшы таныш: 2011 йылдан Башҡорт халыҡ театрында уйнайым, “Мөхәббәт ҡоштары”, “Әсә хөкөмө”, “Ғәлиәбаныу” спек­таклдәрендә ҡатнаштым, Сибай дәүләт университетында музыка бүлеген тамамланым, шул уҡ ваҡытта “Сулпан” балалар театрында ла уйнаным. Кинола төшө­үемә ғаиләм дә ҡыуанды. Ирәмәл тауы беҙҙе һәйбәт ҡабул итте. Көндәр ҙә яҡшы торҙо, – ти Морат Фәтих улы.
Ҡыҙ ролен Эльмира Йыһан­шина башҡара. Ул да тәьҫорат­тары менән уртаҡлашты:
– Мин шәхси эшҡыуар Данис Йыһаншинда реклама буйынса менеджер булып эшләйем һәм ошо эшкә бәйле Евгений Калугин менән таныштым. Бер нисә айҙан ул миңә кинола төп ролде уйнарға тәҡдим итте. Ризалаштым, тик әсәйемә тәүҙә героиня яҙмышы оҡшаманы, һәм ул ҡаршы төштө, аҙаҡ барыбер ризалашты. Һөнә­рем буйынса мин архитектор, Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамланым. Әлбиттә, минең өсөн ауыр роль булды, төп геройҙың башынан үткән кисерештәрҙе сағылдырыу еңелдән түгел. Кино­ға төшөү оҡшаны. Фильмды төшөргән саҡта ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булды. Мәҫәлән, төнө буйы каме­раларҙың аккумуляторҙарына, телефондарға көс йыйҙырабыҙ, ә Ирәмәл тауының ташлы өлөшөнә сыҡһаҡ, әле тоҡандырып та өлгөрмәгән аппаратура эшлә­мәй. Яңынан базаға төшөргә, көс йыйҙыртырға тура килә. Был хәл тауҙа беҙгә аңлашылып етмәгән көс барлығына ишара кеүек булды. Фильм халыҡта ыңғай тәьҫо­раттар ҡалдырыр, уның эстәлеген аңлап ҡабул итерҙәр, тип ышана­быҙ. Режиссер бик ҡыҙыҡлы тема һайлаған. Унда заман кешеһе менән легенда осраша. Шул уҡ ваҡытта фильмда бөгөн йәмғиә­тебеҙҙе, күп ғаиләләрҙе борсоған эскелек проблемаһы, хыянат са­ғылдырыла. “Ирәмәл. Һуҡмаҡтан тайпылма” фильмында ваҡиғалар ниндәй сиселеш алыр һәм ниндәй финал менән тамамланыр – әлегә сер булып ҡалһын.
Төпкөл Егәҙе ауылында тыуған Евгений Калугин да бала саҡтан киноға ғашиҡ һәм фильм төшөрөү тураһында хыялланып үҫә. Мәк­тәпте тамамлағандан һуң Учалы сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Бер йыл белем алғас, бында уҡыуҙың үҙ талаптарына тап килмәүен аңлап, документтарын алып, Мәскәүгә режиссерлыҡҡа уҡырға юллана. Баш ҡала уны ҡолас йәйеп ҡаршыламай: тәүге төндө вокзалда үткәрә, аҙаҡ эш һәм торлаҡ эҙләп сығып китә. Шулай итеп, эшкә урынлаша һәм, аҡса йыйып, Бөтә Союз дәүләт кинематография институтына (ВГИК) һигеҙ айлыҡ курсҡа уҡырға инә.
– Был хыялымды тормошҡа ашырыуҙа тәүге аҙым булды. Билдәле кино эшмәкәрҙәре һәм кинорежиссерҙар уҡыған лекция­ларға йөрөнөм, бар донъямды онотоп тыңланым. Минең өсөн кино – бөйөк сәнғәт, – ти Евгений Викторович.
Курсты тамамлағас, ул тағы ла бер нисә йыл Мәскәүҙә йәшәй. Баш ҡалала үҙенә оҡшаған эш, йәшәргә урын бар, әммә ижад ме­нән шөғөлләнеү өсөн мөмкин­лек булмай. Евгений Калугин Бело­ретҡа ҡайта. Әлеге ваҡытта ул Ҡала мәҙәниәт һарайында видео-мәғлүмәт хеҙмәтендә эшләй, күңеленә яҡын ижад эше менән шөғөлләнә.
Төп эшенән тыш ҡала мәҙәниәт һарайында үҙе булдырған киностудияла кино ла төшөрә.
– Киностудияны асыуҙа Ҡала мәҙәниәт һарайы директоры Сергей Михайлов ярҙам итте. Кәрәкле аппаратура һатып алды, быға тиклем мин үҙемдеке менән төшөр­ҙөм. Кино төшөрөү – коллектив эш, миңә Ҡала мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә, – ти Евгений Калугин.
Белорет режиссерының фильм­дарында тыуған яҡҡа бәй­ле сюжеттар өҫтөнлөк итә. Тәүге фильмы “Һауанан барыусы” (“Идущий по небу”) ҡала фэн­тезиһы жанры буйынса Белорет районы һәм Туҡан ауылында төшөрөлгән.
“Тәре” (“Крест”) фильмы йәм­ғиәттәге бөгөнгө проблемаларҙы күтәрә. Малай асарбаҡтар ара­һына эләгә. Унда төрмәнән ҡасҡан енәйәтсе йәшәгән була. Уны ҡулға алған саҡта малай һәләк була.
Евгений Калугин 2008 йылда “Тәре” фильмы менән Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған “Дебоширфильм – Чистые грезы” халыҡ-ара ирекле кинофести­валендә ҡатнаша.
Кинорежиссер “Орден” фильмын Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡарт олатаһы Григорий Андреевич Засовҡа бағыш­лай. Был кино өҫтөндә бер йыл эшләй. 2010 йылда III Өфө асыҡ кинофестивалендә ҡатнашып, “Иң яҡшы режиссер” номинацияһына лайыҡ була.
Режиссерҙың 2012 йылда тө­шөргән “Әүжән тальянкаһы” фильмы ла бик уңышлы килеп сыға. Унда режиссер снаряд тимеренән эшләнгән боронғо тальян гармун яҙмышын яҡтырта. Ҡыҫҡа метражлы фильм менән “Кинозрение” фестивалендә ҡатнашып, “Мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлаған өсөн” номинацияһына лайыҡ була. 2013 йылда Санкт-Петербургта Бөтә Рәсәй “Тарих һәм мәҙәниәт” фес­тивалендә – өсөнсө, 2014 йылда Йошкар-Ола ҡалаһында “Халыҡ ижады буйынса фильм­дар” фес­тивалендә “Иң яҡшы документаль фильм” номинацияһында икенсе урынды яулай. Шулай уҡ быйыл Новосибирскиҙа “Кешелекле кино” фестивалендә “Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһына лайыҡ була.
Яҡташыбыҙға кино төшөрөүҙә халыҡ яҙмышына битараф булма­ғандар ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҫәлән, “Мин Ржев эргәһендә үлтерел­дем” фильмын яу яланына барып төшө­рөүҙә эшҡыуар Данис Йы­һан­шин менән Суфиян Йыһаншин матди ярҙам күрһәтә. Павел Пантелеев куратор була. 2015 йылда фильм Санкт-Петербургта үткән “Тарих һәм мәҙәниәт” Бөтә Рәсәй фес­тивалендә ҡатнашып, икенсе урынға лайыҡ була. Яңыраҡ фильм режиссерға тағы ла уңыш алып килде – Тула ҡалаһында фестивалдә ҡыҫҡа метражлы фильмдар араһында “Иң яҡшы документаль фильм” номинация­һына лайыҡ булды.
Евгений Калугин был ҡаҙаныш­тары менән генә сикләнергә уйламай. Ул киләсәктә лә яңы фильмдар төшөрөү уйы менән яна. Бала саҡтың кинорежиссер булыу хыялын тормошҡа ашырып, яңы үрҙәр, еңеүҙәр яулау өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләүен дауам итә. Булат Йосоповтың кино мәктә­бен­дә лә һөнәри оҫталығын ка­миллаш­тырған. “Хобби минең өсөн эшкә әйләнде. Был бик ма­уыҡтырғыс шөғөл. Кинорежиссер­лыҡ бер туҡтауһыҙ уҡыуҙы, камиллаш­тырыуҙы талап итә. Шунһыҙ һин уңышҡа өлгәшә алмайһың”, – ти яҡташыбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873