Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡыл-ҡөҙрәтеңә һоҡланабыҙ
Аҡыл-ҡөҙрәтеңә һоҡланабыҙ Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән Зөһрә Миңләхмәт ҡыҙы алдында “Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа барырға?” тигән һорау тормай. Ул бала саҡтан ата-әсәһе кеүек мотлаҡ уҡытыусы буласағын яҡшы аңлай. Бәләкәйҙән күрше ҡыҙҙар менән уйнағанда, башҡаларҙы ултыртып ҡуйып, уҡытыусы ролен башҡара торғайным, тип хәтерләй.


Башҡорт дәүләт уни­верси­тетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға керә. Студент йылдарында Зөһрә Хәсәнова үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, тырышып уҡый, төр­лө йәмәғәт эштә­рендә әүҙем ҡат­на­ша. Дипломлы йәш белгес хеҙ­мәт юлын тыуған яғында башлай. Йырға һәм бейеүгә маһир йәш уҡы­тыусы мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй: балаларға белем бирергә лә, төрлө мәҙәни һәм клас­тан тыш сараларҙа ҡатна­шырға ла өлгөрә. Ата-әсәһенең кәңәше буйынса тыуған ауылы Бикес башланғыс мәктә­бенә уҡытырға ҡайта.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғы­на хас һөйкөмлөлөк һәм нәзә­кәтлек бар унда, йөҙөндә һәр саҡ йылмайыу балҡый, шуға күрәлер саф бала күңеле уға тартыла, уҡыусылары шунда уҡ матур апай­ҙарын үҙ итә, ул биргән һабаҡ­тарҙы күңелдәренә һеңдерә.
Тиҙҙән Зөһрә күрше ауыл егете Булат менән ғаилә ҡора, ҡыҙҙары Айгүзәл донъяға килә.
Тәүге уҡытыусыны һәр кем хә­реф танырға, уҡырға, яҙырға өй­рә­теүсе тип кенә түгел, ә оло тормош юлына сығарырға күп көс һалған, ауырлыҡтар алдында бөгө­лөп төшмәҫкә өйрәткән педагог тип һанай. Бала мәктәпкә килгәс тә, уҡытыу­сыһының дәрес­тәрен йотлоғоп тыңлай, ул өйрәт­кән йырҙарҙы йырлай, ҡулына ҡә­ләм алып, һүрәттәр төшөрә, ижек­ләп тәүге һүҙҙәрҙе уҡый. Баш­лан­ғыс класс уҡытыусыһына бала­ларҙы яратмайынса, уларҙың кү­ңе­лен тоймайынса, бала психо­ло­гияһын тәрәндән аңламайынса эшләү мөмкин түгелдер. Сирек бы­уаттан ашыу башланғыс клас­тарға белем биргән Зөһрә Хәсә­новаға ошо сифаттарҙың барыһы ла хас.
– Тормошомдо мәктәпһеҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Ул минең йәшәү рәүешемә әйләнде, һәр көн дәртләнеп эшкә барам, ҡыуанып ҡайтам. Һуңғы йыл­дарҙағы үҙгәрештәргә бәйле, клас­тарҙы берләштереп уҡытырға тура килә, шулай ҙа һәр уҡыусы менән шәхсән эшләргә, уларҙың һәләт­тәрен асырға тырышам. Хәҙер йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәм уҡытыуҙа яңы инновациялы алымдар ҡулланабыҙ, заман технологияларын файҙаланып, дәрестәр күрһәтәбеҙ. Һәр уҡыу­сыны шәхес булараҡ тәрбиәләү – минең төп бурысым, – ти Зөһрә Миңләхмәт ҡыҙы.
Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнештә уҡытыусы: улар ме­нән бергәләшеп тәбиғәткә сығыу, төрлө экскурсияларға йөрөү, байрамдар үткәреү, әкиәттәр сәхнә­ләш­тереү, спорт ярыштарында ҡат­нашыу һәм башҡалар булһын­мы – һәр саҡ бергәләр. Даими ос­ра­шыуҙар ата-әсәләр менән бәйләнеште нығыта, балаларҙы үҙ-ара аралаша белергә, дуҫла­шырға өйрәтә. Ҡасандыр үҙҙәре уҡытыусы апайҙарында белем алған уҡыусыларҙың балалары бөгөн Зөһрә Хәсәнова ҡулында хәреф танырға өйрәнә. Итәғәтле­леге, ярҙамсыллығы, шул уҡ ваҡытта талапсанлығы өсөн уны уҡыу­сылар ҙа, хеҙмәттәштәре лә, ата-әсәләр ҙә ихтирам итә.
Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, балаларҙы яратҡан, тормоштоң һәр мәленең ҡәҙерен белеп, эше­нән йәм табып, ғаиләһенән уңып, кинәнеп эшләгән һәм йәшәгән кеше генә хеҙмәтендә уңыштарға өлгәшеп, яҡын­дарының ихтирамын яулай алалыр.




Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә