Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән Зөһрә Миңләхмәт ҡыҙы алдында “Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа барырға?” тигән һорау тормай. Ул бала саҡтан ата-әсәһе кеүек мотлаҡ уҡытыусы буласағын яҡшы аңлай. Бәләкәйҙән күрше ҡыҙҙар менән уйнағанда, башҡаларҙы ултыртып ҡуйып, уҡытыусы ролен башҡара торғайным, тип хәтерләй.Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға керә. Студент йылдарында Зөһрә Хәсәнова үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, тырышып уҡый, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Дипломлы йәш белгес хеҙмәт юлын тыуған яғында башлай. Йырға һәм бейеүгә маһир йәш уҡытыусы мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй: балаларға белем бирергә лә, төрлө мәҙәни һәм кластан тыш сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. Ата-әсәһенең кәңәше буйынса тыуған ауылы Бикес башланғыс мәктәбенә уҡытырға ҡайта.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас һөйкөмлөлөк һәм нәзәкәтлек бар унда, йөҙөндә һәр саҡ йылмайыу балҡый, шуға күрәлер саф бала күңеле уға тартыла, уҡыусылары шунда уҡ матур апайҙарын үҙ итә, ул биргән һабаҡтарҙы күңелдәренә һеңдерә.
Тиҙҙән Зөһрә күрше ауыл егете Булат менән ғаилә ҡора, ҡыҙҙары Айгүзәл донъяға килә.
Тәүге уҡытыусыны һәр кем хәреф танырға, уҡырға, яҙырға өйрәтеүсе тип кенә түгел, ә оло тормош юлына сығарырға күп көс һалған, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә өйрәткән педагог тип һанай. Бала мәктәпкә килгәс тә, уҡытыусыһының дәрестәрен йотлоғоп тыңлай, ул өйрәткән йырҙарҙы йырлай, ҡулына ҡәләм алып, һүрәттәр төшөрә, ижекләп тәүге һүҙҙәрҙе уҡый. Башланғыс класс уҡытыусыһына балаларҙы яратмайынса, уларҙың күңелен тоймайынса, бала психологияһын тәрәндән аңламайынса эшләү мөмкин түгелдер. Сирек быуаттан ашыу башланғыс кластарға белем биргән Зөһрә Хәсәноваға ошо сифаттарҙың барыһы ла хас.
– Тормошомдо мәктәпһеҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Ул минең йәшәү рәүешемә әйләнде, һәр көн дәртләнеп эшкә барам, ҡыуанып ҡайтам. Һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәргә бәйле, кластарҙы берләштереп уҡытырға тура килә, шулай ҙа һәр уҡыусы менән шәхсән эшләргә, уларҙың һәләттәрен асырға тырышам. Хәҙер йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәм уҡытыуҙа яңы инновациялы алымдар ҡулланабыҙ, заман технологияларын файҙаланып, дәрестәр күрһәтәбеҙ. Һәр уҡыусыны шәхес булараҡ тәрбиәләү – минең төп бурысым, – ти Зөһрә Миңләхмәт ҡыҙы.
Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнештә уҡытыусы: улар менән бергәләшеп тәбиғәткә сығыу, төрлө экскурсияларға йөрөү, байрамдар үткәреү, әкиәттәр сәхнәләштереү, спорт ярыштарында ҡатнашыу һәм башҡалар булһынмы – һәр саҡ бергәләр. Даими осрашыуҙар ата-әсәләр менән бәйләнеште нығыта, балаларҙы үҙ-ара аралаша белергә, дуҫлашырға өйрәтә. Ҡасандыр үҙҙәре уҡытыусы апайҙарында белем алған уҡыусыларҙың балалары бөгөн Зөһрә Хәсәнова ҡулында хәреф танырға өйрәнә. Итәғәтлелеге, ярҙамсыллығы, шул уҡ ваҡытта талапсанлығы өсөн уны уҡыусылар ҙа, хеҙмәттәштәре лә, ата-әсәләр ҙә ихтирам итә.
Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, балаларҙы яратҡан, тормоштоң һәр мәленең ҡәҙерен белеп, эшенән йәм табып, ғаиләһенән уңып, кинәнеп эшләгән һәм йәшәгән кеше генә хеҙмәтендә уңыштарға өлгәшеп, яҡындарының ихтирамын яулай алалыр.