Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күк ирәндек буйында...
Күк ирәндек буйында... Башҡортостандың күпселек райондарының, шул иҫәптән Баймаҡ районы ауылдары тарихын, заманында яҡташыбыҙ, тарихсы-профессор Әнүәр Әсфәндиәров документаль сығанаҡтарға таянып тикшерҙе. Ләкин байтағының тарихын ғалим ҡыҫҡаса белешмә рәүешендә биргән, шуға күрә өҫтәп өйрәнә торған мәғлүмәттәр бар.


Һуңғы йылдарҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең беҙҙең төбәктең тарихына, ауылдарҙың килеп сығышына арналған китаптары донъя күреүе иғтибарға лайыҡ. Күптән түгел Сибай ҡалаһы баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡар­ма комитеты ағзаћы, билдәле тарих­сы Р. Үтәғолов, ауыл хужа­лығы фәндәре кандидаты И. Бикмәтов, Башҡортостан Стратегик тикше­ре­неүҙәр институ­тының Сибай филиалы ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Ф. Сө­ләймәнов тарафынан яҙылған “Мерәҫ ауылының тарихы” тигән китап донъя күрҙе. Был баҫма Баймаҡ районындағы Мерәҫ ауылының барлыҡҡа килеүенә 200 йыл тулыуға арнал­ған. Ул киң ҡатлам уҡыусыларға, этно­лог­тарға, тарихсыларға, уҡытыу­сыларға, студенттарға тәғәйен­ләнгән. Китап дүрт бүлектән тора, унда ҡушымталар ћәм өҫтәмә сыға­наҡтар, мәғ­лүмәт­тәр бирел­гән.
Авторҙар Мерәҫ ауылы тарихын боронғо замандан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем ентекләп яҡтыртырға тырышҡан. Билдәле булыуынса, тарихта халыҡ яҙмышы, уның үткәне, бөгөнгөћө, киләсәге сағылыш таба.
Китаптың инеш ћәм йомғаҡлау өлөшөн һәм беренсе бүлеген Ф.Сөләймәнов яҙған. Ул көньяҡ-көнсығышта йәшәгән Бөрйән ырыуы тарихын археологик ҡомартҡыларға, ошо ерҙәрҙә булып үткән ваҡиғаларға, легенда-риүәйәттәргә нигеҙләнеп өйрән­гән, фән күҙлегенән анализлаған, билдәле ғалимдарҙың хеҙмәт­тә­ренә таянған, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт­тәр биргән. Археологтар билдә­лә­үенсә, Мерәҫ, Бәхтегәрәй (Әпек) һәм Иҫән ауылдары урын­лашҡан ерҙә, уларҙың тирә-яғын­да яңы таш дәүеренән (беҙҙең эраға тиклем 6 – 4 мең йыл­лыҡтар) һәм бронза быуатынан (беҙҙең эраға тиклем 2000 – 1000 йыллыҡ башы) алып кешеләр йәшәгән. Улар араһында, ғалимдар әйте­үен­сә, башҡорт халҡының ниге­ҙен тәшкил иткән ҡәбиләләр ҙә булған.
Китапта Ирәндек тауындағы Кәртәташ атамалы тәбиғи һәм тарихи ҡомартҡыға бәйле бер нисә риүәйәт килтерелә. Бере­һендә “кәртәләп эшләнгән үҙен­сәлекле таш башҡорттар ҡырағай аттарҙы – тарпандарҙы ҡулға эйәләштергән осорҙа барлыҡҡа килгән” тиелә. Унда килеп ингән тарпандар сығып китә алмаған, ҡулға бик тиҙ эйәләшкән. Кәртәташ тураһында боронғо башҡорт көйө “Саптар юрға”ла һөйләнелә, тиҙәр. Уны икенсе төрлө “Саптар кәртә” тип тә исемләгәндәр. Кәртәташтағы таш сүмәләнең эсендә ҡором эҙҙәре асыҡ күренә. Был урындың Таш ҡала тигән атамаһы ла бында ҡасандыр кешеләр йәшәгән булыуына ишаралай.
Ирәндек итәгендә урынлашҡан Мерәҫ ауылы тирәһендә булған ваҡиғалар 1735 – 1740 йылдар­ҙағы Ҡараһаҡал яуына, 1755 йылдағы Талҡаҫ күлендәге “Бөрйән бунты”на, Батырша ихтилалына, 1773 – 1775 йылдар­ҙағы Салауат Юлаев етәкселе­гендәге азатлыҡ көрәшенә бәйле булған, тип иҫәпләй тарихсылар. Был турала китапта ентекләп, документтарҙан дәлилдәр килтереп яҙылған.
Ауылдың барлыҡҡа килеүе һәм 1917 йылға тиклем үҫеше архив материалдарына нигеҙ­ләнеп тикшерелгән. Китаптың был өлөшө уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡћыныу уятыр, моғайын. Мерәҫ һәм Бәхтегәрәй (Әпек) ауылдарына нигеҙ һалыусылар тураһында ревизия мәғлүмәттә­ренә, информаторҙар биргән материалдарға таянып яҙылған. Бында бик күп ғаиләләр үҙҙәре­нең сығышы, ата-бабалары тураһында белә аласаҡ.
Башҡорттарҙың төп хужалығы булып малсылыҡ һәм игенселек торған. Шулай уҡ бик боронғо замандарҙан алып Ирәндектә төрлө металдың күп булыуы, уларҙы ата-бабаларыбыҙ табып-эшкәртеп ҡулланыуы билдәле. XVIII быуаттың 40 – 50-се йылдарында батша власы тарафынан бында алтын, баҡыр һәм башҡа металдар табыу эше әүҙемләш­терелгән. Артабан Баймаҡ тау-руда районы барлыҡҡа килә. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән дә алтын эҙләү­селәр килеп тула.
1894 йылда Бельгия кешеһе граф Э. Роттермунд урыҫ дворяны А. Коншин менән берлектә Мерәҫ алтын табыу приискы­һында химия заводы төҙөй башлай, составында алтын булған рудаларҙы химик эшкәртеү эшен яйға һала. Ошо осорҙа Таналыҡ йылғаћы быуылып, хәҙер Граф күле тип йөрөтөлгән һыу һаҡла­ғыс төҙөлә. Билдәле урыҫ ғалимы С. Рыбаков Мерәҫ фабрика­һын­дағы башҡорт эшселәренең аяныслы хәлен күреп шулай тип яҙған: “...Сложное устройство со множеством печей в несколько этажей, горячий воздух, скопление массы вредных газов губительно действует на здоровье рабочих-башкир... Их лица бледны, и ходят они сами как тени, даже одежда разваливается как ветошь... Господствовал запах хлора, весьма ядовитого газа. ... Горной администрации должны быть предъявлены самые строгие и настоятельные требования гигиены...”
Хәҙерге быуа, әлбиттә, граф быуҙырғаны түгел, тик урыны элекке исемен һаҡлай. Бөгөнгө быуа 1975 йылда төҙөлә. Яҡын-тирәлә һыу ресурсын һаҡлау өсөн уның әһәмиәте ҙур.
Китаптың 2-се бүлеген – “XIX – XX быуаттар араћында халыҡ­тың көнкүреше” тип аталған өлөшөн – И. Бикмәтов менән Р.Үтә­ғолов яҙған.
Авторҙар көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының тормош-көнкү­решен, төп шөғөлдәрен, кәсеп­тәрен, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен һүрәтләгән.
Артабан Мерәҫтә совет власы ћәм граждандар һуғышы осоронда булған ваҡиғалар сағыл­ды­рыла. Баймаҡта Бөрйән – Таналыҡ улысы төҙөлә. Уға Мерәҫ ауылы ла ҡарай. Алтын приискыһының эшселәре иң тәүгеләрҙән булып Башҡорт фондына алтын бирә. “Баймаҡ ерендә 300 килограмм көмөш, 130 килограмм алтын йыйып алдыҡ”, – тип яҙа үҙенең хәтирә­ләрендә Зәки Вәлиди.
Мерәҫ ере мортазинсыларҙың яҡты эҙҙәрен һаҡлай. Мортазин дивизияһының 3-сө уҡсылар полкы Таулыҡай, Иҙелбай йүнәле­шендә дошманға ҡаршы оборона тотоп торған. Уларҙың штабы ваҡытлыса Мерәҫ ауылында була.
Башҡорт халҡының азат тормош өсөн көрәшен, яҡты килә­сәккә ынтылыуын, рухи берҙәм­леген авторҙар тарихи дөрөҫ­лөктә күрһәтергә тырышҡан. Халыҡ өсөн үлемесле аслыҡ йылдары, коллективлашыу осоро, беренсе колхоз етәкселәре, крәҫтиән хужалыҡтары тураһын­да нигеҙле яҙылған.
Бөйөк Ватан һуғышы ћәм тыл ҡаһармандары хаҡындағы юлдар бер кемде лә битараф ҡалдыр­маҫ. Бер миҫал: 112-се (16-сы) Башҡорт кавалерия дивизия­һында Баймаҡтан 500-гә яҡын яугир хеҙмәт иткән. Шуларҙан Мерәҫтең һәм Бәхтегәрәйҙең элекке уҡытыусылары Зиннәт менән Баҡый Вәлиевтәрҙең батырлығы күптәргә билдәле. 1943 йылда дивизия ҡамауға эләккәс, генерал Шайморатов лейтенант Баҡый Вәлиевкә задание бирә – дивизия байрағын ҡотҡарырға. Б. Вәлиев байраҡты күкрәгенә бәйләп, көслө ут эсенән алып сығып, штабҡа тапшырған. Китап авторҙарының береһе Р.Үтәғолов Зиннәт Вәлиев менән осрашҡан. Яугир йәрәхәтле һал­дат­тарҙы, һәләк булған ком­мунистарҙың партбилеттарын да немец ҡамауынан алып сыҡҡан.
Артабан ҡыйралған хужалыҡ­тарҙы аяҡҡа баҫтырыу, сиҙәм күтәреү эпопеяһы, “Таналыҡ” колхозын ойоштороу тарихын бәйән итә авторҙар. Колхоз үҫешенә күп көс һалған етәкселәр, хеҙмәтсәндәр тураһында ентекле яҙылған.
Баҫманың ер-һыу атамаларына арналған өлөшө уҡыусылар­ҙың иғтибарын йәлеп итер, бик ҡыҙыҡлы, фәһемле булыр. Күл­йортау, Шура ауылы, Ирәндек, Сереккүл, Таналыҡ йылғаһы, Хәнифә ҡоҙоғо, Граф күле, Илсебикә тауы ћәм башҡалар тураһында халыҡтың ауыҙ-тел ижадына, легенда-риүәйәттәргә таянып яҙылған.
Баҫманың 3-сө бүлегендә мәғариф, тәрбиә ћәм мәҙәниәткә арналған бай мәғлүмәттәр урын алған. 4-се бүлек иһә аралар ћәм ғаиләләргә бағышланған. Ауыл халҡынан, әүҙем информатор­ҙарҙан йыйылған материалдар китап авторҙары тарафынан мөхәррирләп яҙылған. Ҡушымта рәүешендә бик күп араларҙың, ғаиләләрҙең шәжәрәһе бирелгән, ауылға нигеҙ һалған кешеләр, күренекле шәхестәр, Мерәҫтең үҫешенә тос өлөш индергән ғаи­лә­ләр тарихы сағылыш тапҡан. Ошо ауылда тыуып үҫкән кеше­ләр хәҙерге көндә илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәй һәм етештереүҙең күп тармаҡтарында уңышлы эшләп йөрөй. Китаптың аҙағындағы ҡушымталарҙа ауыл­дың үҫеш тарихына ҡараған, кешеләр яҙмышына ҡағылған документтар, фотолар урын алған.
Авторҙарҙың береһе Ирек Бикмәтов: “Китапта Мерәҫ ћәм Бәхтегәрәй ауылдарының тарихы тураћында быға тиклем билдәле булмаған өҫтәмә материалдар килтерелде. Ауылға, уның кеше­ләренә бәйле ҡайһы бер яңылыш фекерҙәр аргументлы тәнҡит күҙлегенән сығып төҙәтелде. Был китап бигерәк тә йәш быуын өсөн файҙалы булыр, тип уйлайым. Йәштәр үткәнде белһен, үҙенең тамырын яҡшы өйрәнһен, артабан халҡыбыҙҙың тарихын яҙа торған шәхестәр булып үҫһен ине”, – тип белдерҙе. Хаҡ ћүҙҙәр.
Ниндәй генә тетрәнеүҙәр һәм үҙгәртеүҙәр булмаһын, эшһөйәр ауыл халҡының тормошо дауам итә. Мерәҫ биләмәһе ерҙәрендә хәҙер бер нисә фермер хужалығы эшләй. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең һаны артҡандан-арта. Йыл ћайын ауыл төҙөкләндерелеп, район буйынса “Иң яҡшы ауыл биләмәһе” номи­нацияһында еңеүселәр иҫәбендә килә. Крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡ­тары былтыр Хөкүмәт тарафынан бирелгән грантҡа эйә булды. Тимәк, Мерәҫ ауылының киләсәге ышаныслы, өмөтлө быуын ҡулында.
Йомғаҡлап шуны әйтергә кәрәк: яңы китапта килтерелгән архив, этнографик материалдар, документтар Бөрйән ырыуы сығышлы башҡа ауыл вәкилдә­ренә лә ярҙам итер, үҙҙәренең ырыу шәжәрәләрен, ауыл тарихын өйрәнеүгә дәрт өҫтәр.
Әйткәндәй, был китап Сибай ҡала типографияһында һатыуға ҡуйылған.

Рәсимә АЙСЫУАҠОВА,
Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873