Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бейеү сирҙе еңдергән
Бейеү сирҙе еңдергән Һүҙем – башҡорт бейеүҙәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарған Надежда Александровна Ғарипова тураһында. Урыҫ милләте вәкиленең, Пермь сәхнәләрендә башҡорт бейеүҙәрен башҡарып, сәнғәтебеҙҙе күтәреүе оло хөрмәткә лайыҡ.
Надежда Ғарипова 1968 йылда Пермь ҡалаһында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Сибәр, оҫта ҡуллы ҡыҙ кейәүгә сығып, ике балаға ғүмер бирә. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, талпан ҡаҙалып, бик ҡаты ауырып китә. Сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаған ҡатын оҙаҡ ваҡыт дауахана юлын тапай, ләкин файҙаһы аҙ була. Элек гимнастика спорты менән етди шөғөлләнгәнлектән был хәлде бик ауыр кисерә. Шулай ҙа хәлһеҙ­лә­неүенә, бер туҡтауһыҙ тәне һыҙ­лауға ҡарамаҫтан, балалары хаҡына нисек тә терелергә, тигән ҡарар ҡабул итә.
Иң беренсе күңел торошон көй­ләргә, рухын нығытырға, яңы дуҫтар табырға кәрәклеген аңлап, Надежда шәреҡ бейеүҙәре мәктә­бенә яҙыла. Әкренләп һаулығы нығый, тормоштоң йәмен, тәмен элеккесә тоя башлай. Һуңынан үҙе “Ләйлә” этник бейеү студияһы ойоштороп ебәрә. Ә биш йыл элек ул яҙмышын төрлө музыка ҡоралда­рында уйнаған, өзләү оҫтаһы булған Пермь крайы башҡорттары ҡорол­тайы рәйесе Радик Ғарипов менән бәйләй. Үҙе лә башҡорт бейеү­ҙәрен өйрәнеп, ҡоролтай үткәргән төрлө сараларҙа сығыш яһай башлай. Улай ғына түгел, ул, Башҡорт­останда күп йылдар үткәрелеп, киң танылыу яулаған “Байыҡ” башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсында ла ҡатнаша. “Башҡорт бейеүҙәрен бар күңелем менән яраттым. Улар башлыса һалмаҡ башҡа­рылһа ла, бейеүсенән иҫ китмәле һығылмалылыҡ, нәзә­кәтлек, оҫталыҡ талап итә”, – ти ул.
Надежда Ғарипова – тормош иптәшенең уң ҡулы, беренсе кәңәш­сеһе һәм фекерҙәше лә. Йәмәғәтенә сәхнә өсөн милли костюмдарҙы ла үҙе тегеп, орнаменттар сигеп биҙәй.
Һәләтле, әүҙем ҡатын “Ләйлә” студияһын да ташламай. Коллективты етәкләүенә лә 15 йылдан ашыу булып киткән. “Бейеү сәнғәте – үҙе бер донъя ул. Ваҡыт үтеү менән бейеүһеҙ йәшәй алмай башлайһың. Һәр хәрәкәттең те­лен аңлап, бейеүҙе китап кеүек уҡый­һың. Арабыҙҙа рустар, башҡорт­тар, татарҙар, хатта немецтар ҙа бар, шуға төрлө милләт бейеүҙәрен башҡа­рабыҙ”, – тип һөйләй бейеү сәнғәтенә ғашиҡ Надежда Александровна.


Автор: Сулпан ҒИЛМЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә