Һүҙем – башҡорт бейеүҙәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарған Надежда Александровна Ғарипова тураһында. Урыҫ милләте вәкиленең, Пермь сәхнәләрендә башҡорт бейеүҙәрен башҡарып, сәнғәтебеҙҙе күтәреүе оло хөрмәткә лайыҡ. Надежда Ғарипова 1968 йылда Пермь ҡалаһында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Сибәр, оҫта ҡуллы ҡыҙ кейәүгә сығып, ике балаға ғүмер бирә. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, талпан ҡаҙалып, бик ҡаты ауырып китә. Сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаған ҡатын оҙаҡ ваҡыт дауахана юлын тапай, ләкин файҙаһы аҙ була. Элек гимнастика спорты менән етди шөғөлләнгәнлектән был хәлде бик ауыр кисерә. Шулай ҙа хәлһеҙләнеүенә, бер туҡтауһыҙ тәне һыҙлауға ҡарамаҫтан, балалары хаҡына нисек тә терелергә, тигән ҡарар ҡабул итә.
Иң беренсе күңел торошон көйләргә, рухын нығытырға, яңы дуҫтар табырға кәрәклеген аңлап, Надежда шәреҡ бейеүҙәре мәктәбенә яҙыла. Әкренләп һаулығы нығый, тормоштоң йәмен, тәмен элеккесә тоя башлай. Һуңынан үҙе “Ләйлә” этник бейеү студияһы ойоштороп ебәрә. Ә биш йыл элек ул яҙмышын төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған, өзләү оҫтаһы булған Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Радик Ғарипов менән бәйләй. Үҙе лә башҡорт бейеүҙәрен өйрәнеп, ҡоролтай үткәргән төрлө сараларҙа сығыш яһай башлай. Улай ғына түгел, ул, Башҡортостанда күп йылдар үткәрелеп, киң танылыу яулаған “Байыҡ” башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсында ла ҡатнаша. “Башҡорт бейеүҙәрен бар күңелем менән яраттым. Улар башлыса һалмаҡ башҡарылһа ла, бейеүсенән иҫ китмәле һығылмалылыҡ, нәзәкәтлек, оҫталыҡ талап итә”, – ти ул.
Надежда Ғарипова – тормош иптәшенең уң ҡулы, беренсе кәңәшсеһе һәм фекерҙәше лә. Йәмәғәтенә сәхнә өсөн милли костюмдарҙы ла үҙе тегеп, орнаменттар сигеп биҙәй.
Һәләтле, әүҙем ҡатын “Ләйлә” студияһын да ташламай. Коллективты етәкләүенә лә 15 йылдан ашыу булып киткән. “Бейеү сәнғәте – үҙе бер донъя ул. Ваҡыт үтеү менән бейеүһеҙ йәшәй алмай башлайһың. Һәр хәрәкәттең телен аңлап, бейеүҙе китап кеүек уҡыйһың. Арабыҙҙа рустар, башҡорттар, татарҙар, хатта немецтар ҙа бар, шуға төрлө милләт бейеүҙәрен башҡарабыҙ”, – тип һөйләй бейеү сәнғәтенә ғашиҡ Надежда Александровна.