Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәңәш һорап, фатихалар алып...
Кәңәш һорап, фатихалар алып... Илебеҙҙә алтмыш йәшкә артылғандар, етмешен ваҡлаған инәй-бабайҙар, һикһәндә лә йөрәк дәрте һүнмәгән оло быуын вәкилдәренең көнитмеше нисек? Өлкән йәштәге кешеләрҙең абруйы бармы бөгөн? Быуындар бәйләнеше һиҙеләме?
Ярты тиҫтә ғүмер кисереп, ошо юлда үҫешкә ынтылып белем-ғилем таратыр, зиһенлеләр, иманлылар, быуындар сылбырының өлгө затынан бит һеҙ, оло быуын. Үксәгеҙгә баҫып килгән йәш быуынға әйтер васыяттарығыҙ, бирер һабаҡтарығыҙ бармы?
Тормош юлығыҙ яҡтымы һәм хупмы икән?
Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйөнөң беренсе урынбаҫары Айнур хәҙрәт Арыҫлановҡа мөрәжәғәт иттек:


– Оло быуын һәм ғилемгә ын­ты­лыш, оло быуын һәм дин... Ошо хаҡта нимә әйтә алаһығыҙ?
– Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм барыбыҙға өлкән­дәрҙе хөрмәт итергә һәм бала­ларҙы яратырға ҡушты. Беҙ, йәштәргә, оло быуын һәр саҡ үрнәк булып тора. Борон-борондан халҡыбыҙ ниндәйҙер эш башлағанда өлкәндәр фекеренә ҡолаҡ һалған, кәңәш алған, уларҙың һүҙе, йәштәрҙең көсө менән төрлө мәсьәләләр хәл ителгән.
Оло кеше лә үҙ өҫтөндә эш­ләүҙе туҡтатмай. Бына мин шундай аҡһаҡалдарыбыҙҙы беләм, улар имам булып уҡыу йорттарында һабаҡ бирә. Пәйғәмбә­ребеҙ бишектән алып ләхеткә хәтлем белем алырға ҡушты. Был үҙ өҫтөңдә эшләү тигәнде аңлата. Шундай кешеләр бар, улар һис ҡасан үҙ өҫтәрендә эшләүҙе туҡтатмай һәм беҙгә үрнәк булып тора. Беҙ ҙә аҡһаҡал йәшендә күркәм хикмәтле, йәғни кешеләр ҡарап һоҡланып торорлоҡ, камил холоҡло аҡһа­ҡалдар булһаҡ ине.
Кәңәш һорап, фатихалар алып...– Һуңғы йылдарҙа иманға килгән йәштәр күбәйә, ә өлкән­дәр мәсеттәргә күп йөрөймө?
– Әлбиттә, йөрөйҙәр, әлхәм­дул­лиләһ. Беҙҙең имам­дары­быҙҙың һикһән проценты – оло кешеләр, райондарҙағы мәсеттәр­ҙең эшмәкәрлеге тулыһынса тиерлек улар иңендә ята. Уларға эш хаҡы түләнмәй. Ошоға бәйле заман йәштәренә бигерәк тә ауыл мәсеттәрендә эшләү ауырыраҡ, сөнки йәш егеттәр ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Дини йәштәр ҡала еренә килеп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә мәжбүр. Шуға ла, оло йәштәге эшләп йөрөгән имамдарыбыҙ булмаһа, бөгөн беҙҙең хәл-торошобоҙ мөшкөл булыр ине.
Мәҙрәсәгә уҡырға килеүселәр араһында дини белемгә ынтыл­ған йәштәр күп, шуға ла беҙҙең байтаҡ мөғәллимдәребеҙ, дәрес биргән хәҙрәттәребеҙ – йәштәр быуынынан. Сөнки уларҙың, оло быуындан айырмалы рәүештә, динде өйрәнергә мөмкинлектәре күберәк. Ололарҙың йәш сағы дин тыйылған заманда ауырыраҡ шарттарҙа үтте. Шулай ҙа өлкән­дәрҙең дини белем алырға мөм­кинлеге бар. Дини белем биреү ҡала һәм район үҙәктәре мәсет­тәрендә ойошторолған. Уларҙа квалификация үткән уҡытыусы­лар белем бирә.
– Быуындар күсәгилешлеге тибеҙ. Исламда булыусы йәш­тәр менән ололар араһында бәйлә­неш һаҡла­намы?
– Оло быуындың туплаған белеме беҙҙең өсөн бик мөһим. Сөнки динде белеү менән генә эш бөтмәй, тәжрибә лә талап ителә. Шуға ла белем алып ҡайт­ҡан һәм, мәҫәлән, имам итеп тәғә­йенләнгән йәш кешегә өлкән­дәр ярҙам итә, йәғни ниндәйҙер эш башлауҙа аҡыл-тәжрибәгә таянған оло быуын һәр саҡ терәк булып тора. Йәш кеше үҙ сиратында ололар янында йөрөй, үҙе лә дәрес бирә, шул рәүешле остазынан күп нәмәгә өйрәнә.
– Бөгөн ике яҡлы күренешкә шаһит булырға мөмкин: йәш­тәр араһында күңеле менән дин­гә тартылып та, ышаныс­тары етмәү арҡа­һындамы баҙ­нат итмәүселәр һәм ололар ара­һында ваҡыт етмәгәнлеккә һылта­нып намаҙ уҡыуҙы һуҙып килгәндәр бар.
– Ысынлап та, ҡай­һы бер кеше, эшемдән киткәс, машина алғас, хаҡлы ялға сыҡҡас мәсеткә йөрөй башлармын, ти. Әммә әҙәм ҡасан вафат булырын белмәй. Үҙебеҙ шаһит, күп кенә йәштәр китеп бара донъянан...
Беҙ был донъяла күпме йәшәребеҙҙе бел­мәйбеҙ. Бәлки, үле­мебеҙ беҙҙе ишек артында, йәки юлға сыҡ­ҡанда көтөп торалыр. Шуның өсөн һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәлә менән күрешергә әҙер булыр­ға тейешбеҙ. Был – һинең тәнең һәм йәнең таҙа булыуы, ғөсөллө булыуың. Шуға ла “өлкәнәйгәс, намаҙға баҫыр­мын” тигән уй шайтан ҡотҡо­һонан ҡотолмайса хәл ителмәҫ.
Әгәр ҙә, һеҙ әйткәнсә, йәштәр араһында икеләнеп йөрөүселәр булһа, ниндәйҙер кәңәш-ярҙам һорарға теләйҙәр икән, улар беҙгә килә ала. Диниә назаратының йәштәр бүлеге эшләй, улар өсөн төрлө спорт, ҡатын-ҡыҙҙар, танышыу клубтары һәм ғилми йүнәлештәге ойошмалар етерлек. Ололарға килгәндә, өлкән йәш­тәгеләр менән шулай уҡ Баш­ҡортостан мосолманда­ры­ның Диниә назаратында ойошма эшләй. Респуб­ликабыҙҙың абруйлы 12 аҡһаҡа­лы ингән президиум бар. Кәңәшле ил тарҡал­маҫ, ти халыҡ, оло быуын һәм йәштәр менән бергәлек һәм бәйләнеш булдырылған.
– Йәш быуынға өлгө булыр, ихтирамға лайыҡ инәй-бабай­ҙар һәм өләсәй-ола­тайҙарға, йыйындарҙы йәм­ләүсе, өгөт-нәсихәт бирер, аҡыл-зиһен өлә­шер ағинәй һәм аҡһаҡал­дарға Халыҡ-ара оло йәштә­геләр көнө уңайынан ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Илебеҙҙәге бар аҡ­һаҡалда­рыбыҙҙы һәм ағинәйҙә­ребеҙҙе оло байрамдары уңайынан ҡот­лайым. Аң-ғилем менән бергә таҙа күңел, аҡыл теүәллеге, яҡты зиһен, иҫәнлек-һаулыҡта, бала­ла­рығыҙ, яҡын­дар-туғандар рәх­мәтендә, күрше-күлән, халыҡ ихтирамында, күңел тыныслығын­да, иманда булыу­ҙарын теләйем. Һәм йәштәргә мөрәжәғәт итәм: өлкәндәргә иғтибарлы булып хәлдәрен белешеп, ярҙам ҡулы һуҙып торайыҡ һәм һәр ваҡыт уларҙың фатихаһында булайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872