Илебеҙҙә алтмыш йәшкә артылғандар, етмешен ваҡлаған инәй-бабайҙар, һикһәндә лә йөрәк дәрте һүнмәгән оло быуын вәкилдәренең көнитмеше нисек? Өлкән йәштәге кешеләрҙең абруйы бармы бөгөн? Быуындар бәйләнеше һиҙеләме?
Ярты тиҫтә ғүмер кисереп, ошо юлда үҫешкә ынтылып белем-ғилем таратыр, зиһенлеләр, иманлылар, быуындар сылбырының өлгө затынан бит һеҙ, оло быуын. Үксәгеҙгә баҫып килгән йәш быуынға әйтер васыяттарығыҙ, бирер һабаҡтарығыҙ бармы?
Тормош юлығыҙ яҡтымы һәм хупмы икән?
Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйөнөң беренсе урынбаҫары Айнур хәҙрәт Арыҫлановҡа мөрәжәғәт иттек:– Оло быуын һәм ғилемгә ынтылыш, оло быуын һәм дин... Ошо хаҡта нимә әйтә алаһығыҙ?
– Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм барыбыҙға өлкәндәрҙе хөрмәт итергә һәм балаларҙы яратырға ҡушты. Беҙ, йәштәргә, оло быуын һәр саҡ үрнәк булып тора. Борон-борондан халҡыбыҙ ниндәйҙер эш башлағанда өлкәндәр фекеренә ҡолаҡ һалған, кәңәш алған, уларҙың һүҙе, йәштәрҙең көсө менән төрлө мәсьәләләр хәл ителгән.
Оло кеше лә үҙ өҫтөндә эшләүҙе туҡтатмай. Бына мин шундай аҡһаҡалдарыбыҙҙы беләм, улар имам булып уҡыу йорттарында һабаҡ бирә. Пәйғәмбәребеҙ бишектән алып ләхеткә хәтлем белем алырға ҡушты. Был үҙ өҫтөңдә эшләү тигәнде аңлата. Шундай кешеләр бар, улар һис ҡасан үҙ өҫтәрендә эшләүҙе туҡтатмай һәм беҙгә үрнәк булып тора. Беҙ ҙә аҡһаҡал йәшендә күркәм хикмәтле, йәғни кешеләр ҡарап һоҡланып торорлоҡ, камил холоҡло аҡһаҡалдар булһаҡ ине.
– Һуңғы йылдарҙа иманға килгән йәштәр күбәйә, ә өлкәндәр мәсеттәргә күп йөрөймө?
– Әлбиттә, йөрөйҙәр, әлхәмдуллиләһ. Беҙҙең имамдарыбыҙҙың һикһән проценты – оло кешеләр, райондарҙағы мәсеттәрҙең эшмәкәрлеге тулыһынса тиерлек улар иңендә ята. Уларға эш хаҡы түләнмәй. Ошоға бәйле заман йәштәренә бигерәк тә ауыл мәсеттәрендә эшләү ауырыраҡ, сөнки йәш егеттәр ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Дини йәштәр ҡала еренә килеп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә мәжбүр. Шуға ла, оло йәштәге эшләп йөрөгән имамдарыбыҙ булмаһа, бөгөн беҙҙең хәл-торошобоҙ мөшкөл булыр ине.
Мәҙрәсәгә уҡырға килеүселәр араһында дини белемгә ынтылған йәштәр күп, шуға ла беҙҙең байтаҡ мөғәллимдәребеҙ, дәрес биргән хәҙрәттәребеҙ – йәштәр быуынынан. Сөнки уларҙың, оло быуындан айырмалы рәүештә, динде өйрәнергә мөмкинлектәре күберәк. Ололарҙың йәш сағы дин тыйылған заманда ауырыраҡ шарттарҙа үтте. Шулай ҙа өлкәндәрҙең дини белем алырға мөмкинлеге бар. Дини белем биреү ҡала һәм район үҙәктәре мәсеттәрендә ойошторолған. Уларҙа квалификация үткән уҡытыусылар белем бирә.
– Быуындар күсәгилешлеге тибеҙ. Исламда булыусы йәштәр менән ололар араһында бәйләнеш һаҡланамы?
– Оло быуындың туплаған белеме беҙҙең өсөн бик мөһим. Сөнки динде белеү менән генә эш бөтмәй, тәжрибә лә талап ителә. Шуға ла белем алып ҡайтҡан һәм, мәҫәлән, имам итеп тәғәйенләнгән йәш кешегә өлкәндәр ярҙам итә, йәғни ниндәйҙер эш башлауҙа аҡыл-тәжрибәгә таянған оло быуын һәр саҡ терәк булып тора. Йәш кеше үҙ сиратында ололар янында йөрөй, үҙе лә дәрес бирә, шул рәүешле остазынан күп нәмәгә өйрәнә.
– Бөгөн ике яҡлы күренешкә шаһит булырға мөмкин: йәштәр араһында күңеле менән дингә тартылып та, ышаныстары етмәү арҡаһындамы баҙнат итмәүселәр һәм ололар араһында ваҡыт етмәгәнлеккә һылтанып намаҙ уҡыуҙы һуҙып килгәндәр бар.
– Ысынлап та, ҡайһы бер кеше, эшемдән киткәс, машина алғас, хаҡлы ялға сыҡҡас мәсеткә йөрөй башлармын, ти. Әммә әҙәм ҡасан вафат булырын белмәй. Үҙебеҙ шаһит, күп кенә йәштәр китеп бара донъянан...
Беҙ был донъяла күпме йәшәребеҙҙе белмәйбеҙ. Бәлки, үлемебеҙ беҙҙе ишек артында, йәки юлға сыҡҡанда көтөп торалыр. Шуның өсөн һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәлә менән күрешергә әҙер булырға тейешбеҙ. Был – һинең тәнең һәм йәнең таҙа булыуы, ғөсөллө булыуың. Шуға ла “өлкәнәйгәс, намаҙға баҫырмын” тигән уй шайтан ҡотҡоһонан ҡотолмайса хәл ителмәҫ.
Әгәр ҙә, һеҙ әйткәнсә, йәштәр араһында икеләнеп йөрөүселәр булһа, ниндәйҙер кәңәш-ярҙам һорарға теләйҙәр икән, улар беҙгә килә ала. Диниә назаратының йәштәр бүлеге эшләй, улар өсөн төрлө спорт, ҡатын-ҡыҙҙар, танышыу клубтары һәм ғилми йүнәлештәге ойошмалар етерлек. Ололарға килгәндә, өлкән йәштәгеләр менән шулай уҡ Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында ойошма эшләй. Республикабыҙҙың абруйлы 12 аҡһаҡалы ингән президиум бар. Кәңәшле ил тарҡалмаҫ, ти халыҡ, оло быуын һәм йәштәр менән бергәлек һәм бәйләнеш булдырылған.
– Йәш быуынға өлгө булыр, ихтирамға лайыҡ инәй-бабайҙар һәм өләсәй-олатайҙарға, йыйындарҙы йәмләүсе, өгөт-нәсихәт бирер, аҡыл-зиһен өләшер ағинәй һәм аҡһаҡалдарға Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Илебеҙҙәге бар аҡһаҡалдарыбыҙҙы һәм ағинәйҙәребеҙҙе оло байрамдары уңайынан ҡотлайым. Аң-ғилем менән бергә таҙа күңел, аҡыл теүәллеге, яҡты зиһен, иҫәнлек-һаулыҡта, балаларығыҙ, яҡындар-туғандар рәхмәтендә, күрше-күлән, халыҡ ихтирамында, күңел тыныслығында, иманда булыуҙарын теләйем. Һәм йәштәргә мөрәжәғәт итәм: өлкәндәргә иғтибарлы булып хәлдәрен белешеп, ярҙам ҡулы һуҙып торайыҡ һәм һәр ваҡыт уларҙың фатихаһында булайыҡ.