Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояш кеүек инәй
Ҡояш кеүек инәй Саф Нөгөш һыуын эсеп, тәбиғәттең матурлығын, көсөн алған инсафлы ҡыҙҙың Хоҙай уны оҙон ғүмерле итеүе башына ла килмәгәндер. Ул йәшәгән йорттан нур бөркөлөп торған кеүек. Оло йөрәкле, күңел йылыһын һәр береһенә тигеҙ бүлеп таратҡан, ҡунаҡсыл һәм дә кешеләргә ихтирамлы, ҡояш кеүек асыҡ йөҙлө, киң күңелле сибәр инәй Миңһылыу Иҫәнбаева тураһында һүҙем.


Миңһылыу Иҫәнбаева — Мәләүез ра­йоны Әбет ауылы ҡыҙы. Ул тәбиғәттең ағастар төрлө төҫкә мансылған көҙ айында күп балалы ғаиләлә Рәжәп Иҫәнов менән Гөлбикәнең өсөнсө шатлығы булып донъяға ауаз һала. Тәүге ике малайҙан һуң ҡыҙ баланы айырыуса көтөп алалар. Миңһылыуға әсәһе янында иркәләнеп үҫергә тура килмәй. Унан башҡа тағы бер-бер артлы алты ир бала – ҡустылары тыуа.
Уҡырға бик зирәк булһа ла, ҡыҙға белем алыу бәхете теймәй, биш класс ҡына тамамлай. Ун ике йәше­нән колхоз эшенә еге­лә, үҙенән өс-дүрт йәшкә өлкәндәр менән ярышып сөгөлдөр утарға, утын-бесән эшләргә, емеш-еләккә йөрөй.
— 1933 йылда, ас­лыҡ ваҡытында, үлән ашы ашап иҫереп ятҡан саҡтар булды, – тип хәтерләй Миң­һылыу инәй. – Халыҡ астан шешенеп ҡы­рылды. Ярай әле, бәхеткә күрә, ауыл­дашыбыҙ Ахун ағай бик йомарт кеше булды, беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы. Халыҡ күпләп үлә башлағас, ул колхоз игенен кешеләргә таратып биргән. Арала бер насары була бит ул: кемдер өҫтөнән ялыу яҙған. Ахун ағай судҡа тарттырылған. Был хәлгә тиклем ул ауыл халҡына күп кенә ялман тоторға ҡушҡан. Халыҡ ул ҡушҡанса эшләгән. Суд барышында олатайым теге ялмандарҙы өҫтәлгә сығарып һалып: “Вина не моя, нападение со стороны крыс”, – тип яуап биргән. Уны аҡлағандар.
Миңһылыуҙың әсәһе Гөлбикә бик уҫал булған, гел генә ҡарауыллап торған. Шуға ла, ни ҡушһа ла, башын аҫҡа эйеп, эшләп тик йөрөгән. Кистәрен күҙлекәй таҫтамал­дар, сәскәле сигеүҙәр сиккән. Ул әйберҙәре һаман да һаҡлана әле. Әсәһенә ҡустыла­рын ҡарашырға ла өлгөргән.
Һуғыш башланып китә. Ике ағаһы – Рәхмәтулла менән Рәсүл яу яланында ятып ҡала. Атаһы тәүге һуғышта уҡ беләге яраланып, эшкә яраҡһыҙ тип, кире ҡайтарыла. Миңһылыуға тағы ла бөтөн ауырлыҡ өйөлә. 1941 – 1942 йылдарҙа хат ташыусы булып эшләй. Кистәрен әсәһе менән фронтҡа ебәрер өсөн ойоҡ-бейәләй бәйләй.
Кешеләр был донъяға бәхетле булыр өсөн парлы булып тыуа, тиҙәр. Миң­һылыуға ла үҙ ише табыла. 19 йәшлек ҡыҙҙы күрше Түбәнге Таш ауылы егете Ғәйнулла Иҫәнбаевҡа димләйҙәр. 1942 йылдың май айында өйләнешәләр. Үҙаллы йәшәү өсөн йорт төҙөйҙәр. Ғәйнулла бик шәп ҡул оҫтаһы була. Ағас күнәк, батман, тырыз кеүек һауыт-һаба эшләп, аҙыҡҡа, кейемгә алмаштырып, аҡсаға һатып, тырышып донъя көтөп алып китәләр. Ә кистәрен ире гармун уйнаһа, өй эсе моңға тулған. Миңһылыуы ҡушылып йырлап ебәрһә, тағы ла йәмләнеп киткән.
Йәш ғаиләне шатландырып, бер-бер артлы Зилә, Тәлғәт, Люциә, Рәмзиә, Фәрғәт, Фәүзиә, Гөлсиә донъяға килә. Әммә алда уларҙы яҙмыш һынауы көтә. Фәүзиә исемле ҡыҙы, бер йәше тулғас, ауырып китә. Әсә кеше күпме өҙгөләнһә лә, ҡыҙы мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Тағы бер ҡыҙын Фәүзиә тип атайҙар. Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, тормош иптәше 67 йә­шендә донъя ҡуя. Кинйә ҡыҙы Гөлсиәһенең ире Владимир һыуға батып вафат булғас, ҡыҙына ике балаһын да ҡараша. Һуңынан был ҡыҙы ла фажиғәле рәүештә баҡыйлыҡҡа күсә.
— Гөлсиәм дә үлгәс, йөрәгем өҙөл­гәндәй булды. Етем ҡалған балаларҙы Фәүзиә ҡыҙым кейәүем Фәррәх менән ҡарамаҡҡа алды, үҙем ҡартайып киттем бит инде. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырҙылар, туйлап кейәүгә бирҙеләр, – тип шатлана инәй.
Миңһылыу инәйҙең ҡыҙҙары тәүге мөхәббәттәрен әрме сафына оҙатып көтөп алғандар, ике килене лә, инәйҙең улдарын әрмегә оҙатып, ҡайтҡас, туйҙар үткәреп өйләнешкәндәр. Балалары бергә дуҫ, татыу ғүмер итә. Инәй Күгәрсен районының Йомағужа ҡасабаһында оло ҡыҙы Зилә менән ғүмер итә. Доғалар уҡый, намаҙын да ҡалдырмай, бик күпте белә. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре наҙына төрөнөп йәшәй.
Ғүмер юлы иң яҡын кешеләрен — ирен, ике ҡыҙын, ике кейәүен — юғалтыу ҡайғыһы менән үрелеп барһа ла, биреш­мәгән, йөҙөнән сафлыҡ бөркөлә. Күңел нурҙарын һәр балаһына, балаларының балаларына, яҡындарына тигеҙ бүләк итеп йәшәй. Шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан участковыйы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы конкурсында өсөнсө урынды яуланы

Башҡортостан участковыйы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы конкурсында өсөнсө урынды яуланы 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй эске эштәр министры, полиция генералы Владимир Колокольцев илдең участковыйҙар коллективын...

Тотош уҡырға 5

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне 17.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 5

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған
Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй

Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй 14.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан хеҙмәт ветераны Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшлек юбилейын билдәләне....

Тотош уҡырға 2

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал 14.11.2025 // Йәмғиәт

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте 14.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте...

Тотош уҡырға 3

Шишмә районында тыл ветераны Мөфлихә Ҡадирова 90 йәшен билдәләне

Шишмә районында тыл ветераны Мөфлихә Ҡадирова 90 йәшен билдәләне 14.11.2025 // Йәмғиәт

Шишмә районында тыл ветераны Мөфлихә Ҡадирова 90 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй

Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй 14.11.2025 // Йәмғиәт

Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла 14.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла...

Тотош уҡырға 0