Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 24 сентябрҙә 88 йәшендә мәшһүр етәксе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Әдғәм Ғәни улы Шәрәфетдинов баҡыйлыҡҡа күсте.
24 сентябрҙә 88 йәшендә мәшһүр етәксе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Әдғәм Ғәни улы Шәрәфетдинов баҡыйлыҡҡа күсте. Ә.Ғ. Шәрәфетдинов 1928 йылдың 25 декабрендә Учалы районының Ахун ауылында тыуа. Өфө авиация институтын тамамлағас, районындағы машина-трактор станцияһында баш инженер булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан ул егерме йылдан ашыу “Байрамғол”, “Поляковка” совхоздарында етәселек итә.
1975-1983 йылда Әдғәм Ғәни улы Советтар Союзы Коммунистар партияһының Мәләүез ҡала комитетында беренсе сәркәтип вазифаһын атҡара. Мәләүез районы һәм ҡалаһын алдынғылар рәтенә сығарыу өсөн ҡулынан килгәнсә хеҙмәт түгә. Яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн хужалыҡ активтарын, район йәмәғәтселеген мобилизовать итә. Мәләүез химик заваодын, торлаҡ, социаль объекттар төҙөү менән бер рәттән малсылыҡ комплекстарын, машина-трактор станцияларын ҡалҡытыу, ауыл халҡының йәшәү һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу буйынса ҙур эш алып барыла.
Әдғәм Шәрәфетдинов спортҡа, был йәһәттән ат һәм елкән кеүек һирәк төрҙәренә айырым иғтибар бүлә. Мәләүездә республикабыҙҙағы һәм илебеҙҙәге тәүге саңғы-бобслей трассаһы төҙөлөү ҙә әһәмиәтле ваҡиға була. Унда бобслей буйынса тәүге ил чемпионаты, СССР Кубогы уҙғарыла. Ә. Шәрәфетдинов етәкселегендә Байрамғол совхозында спорт базаһы, ат сабышы комплексы “Толпар” төҙөлә.
Һуңынан Әдғәм Ғәни улы Советтар Союзы Коммунистар партияһының Ишембай ҡала комитетында беренсе сәркәтип вазифаһында әүҙен эшмәкәрлеген алып бара, унан инде Өфөләге ат-спорты комплексы“Аҡбуҙат” директоры була.
Оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте, ауыл хужалығы производствоһы, спорт һәм физик культураһы үҫешендә өлгәшкән уңыштары өсөн Әдғәм Ғәни улы Ленин, Октябрь революцияһы, Халыҡтар дуҫлығы ордендары, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағының ике ордены, “РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә, “Мәләүез районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданины” исеменә лайыҡ була.
Әдғәм Ғәни улы Шәрәфетдиновтың – һоҡланғыс кеше һәм талантлы етәксенең яҡты иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Р.З. Хәмитов, К.Б. Толкачев, Р.Х. Мәрҙәнов, С.А. Мочанов, И.Р. Мөхәмәтдинов, Н.А. Коваленко, А.И. Иванюта, И.И. Ялалов, М.Х. Ғайсин, Ф.Ф. Дәүләтгәрәев, Р.Н. Шәмсетдинов, В.М. Шәрипов.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә