Ә.Ғ. Шәрәфетдинов 1928 йылдың 25 декабрендә Учалы районының Ахун ауылында тыуа. Өфө авиация институтын тамамлағас, районындағы машина-трактор станцияһында баш инженер булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан ул егерме йылдан ашыу “Байрамғол”, “Поляковка” совхоздарында етәселек итә.
1975-1983 йылда Әдғәм Ғәни улы Советтар Союзы Коммунистар партияһының Мәләүез ҡала комитетында беренсе сәркәтип вазифаһын атҡара. Мәләүез районы һәм ҡалаһын алдынғылар рәтенә сығарыу өсөн ҡулынан килгәнсә хеҙмәт түгә. Яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн хужалыҡ активтарын, район йәмәғәтселеген мобилизовать итә. Мәләүез химик заваодын, торлаҡ, социаль объекттар төҙөү менән бер рәттән малсылыҡ комплекстарын, машина-трактор станцияларын ҡалҡытыу, ауыл халҡының йәшәү һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу буйынса ҙур эш алып барыла.
Әдғәм Шәрәфетдинов спортҡа, был йәһәттән ат һәм елкән кеүек һирәк төрҙәренә айырым иғтибар бүлә. Мәләүездә республикабыҙҙағы һәм илебеҙҙәге тәүге саңғы-бобслей трассаһы төҙөлөү ҙә әһәмиәтле ваҡиға була. Унда бобслей буйынса тәүге ил чемпионаты, СССР Кубогы уҙғарыла. Ә. Шәрәфетдинов етәкселегендә Байрамғол совхозында спорт базаһы, ат сабышы комплексы “Толпар” төҙөлә.
Һуңынан Әдғәм Ғәни улы Советтар Союзы Коммунистар партияһының Ишембай ҡала комитетында беренсе сәркәтип вазифаһында әүҙен эшмәкәрлеген алып бара, унан инде Өфөләге ат-спорты комплексы“Аҡбуҙат” директоры була.
Оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте, ауыл хужалығы производствоһы, спорт һәм физик культураһы үҫешендә өлгәшкән уңыштары өсөн Әдғәм Ғәни улы Ленин, Октябрь революцияһы, Халыҡтар дуҫлығы ордендары, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағының ике ордены, “РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә, “Мәләүез районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданины” исеменә лайыҡ була.
Әдғәм Ғәни улы Шәрәфетдиновтың – һоҡланғыс кеше һәм талантлы етәксенең яҡты иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Р.З. Хәмитов, К.Б. Толкачев, Р.Х. Мәрҙәнов, С.А. Мочанов, И.Р. Мөхәмәтдинов, Н.А. Коваленко, А.И. Иванюта, И.И. Ялалов, М.Х. Ғайсин, Ф.Ф. Дәүләтгәрәев, Р.Н. Шәмсетдинов, В.М. Шәрипов.