Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ялыу булһа – аҡса юҡ
Генри Фордтың бер заводында ремонт бригадаһының тик ултырып ҡына хеҙмәт хаҡы алғанын яҙғайныҡ инде. Йәғни конвейерҙар көйлө эшләһә, уларҙың иҫәптәренә аҡса тама, ә берәй ерҙә өҙөклөк тыуһа, счетчик туҡтатыла. Һәм эшселәр йүгереп йөрөп ҡорамалдарҙы йүнәтә. Сөнки заводта эш тотҡарланһа, үҙҙәренең кеҫәһенә һуғасағын яҡшы беләләр.


Эйе, күп кенә урындарҙа хаҡты башҡарған эшкә ҡарап түләйҙәр. Ҡулла­нылышта хатта ошондай термин да йөрөй. Һәр нәмәнең, һәр хеҙмәттең бәйәһе бар. Әммә ҡайһы бер һөнәр эйәләренең хеҙмәтен ҡапыл ғына ҡарар күҙгә баһалап булмай. Мәҫәлән, уҡытыусы белем бирә, табип ауырыуҙы дауалай. Улар киләсәккә эшләй. Йәғни уҡыусынан ниндәй белгес, шәхес сығырын, ә сирленең тамам һауығырын йәки һаулығын байтаҡҡа нығытырын тик ваҡыт ҡына күрһәтә ала. Бына бындай һөнәр эйәләренең хеҙмәтен, ғәҙәттә, оклад менән баһалайҙар.
Әлбиттә, уларға ла төрлө дәртлән­дереүсе өҫтәмәләр, премиялар бирелә. Былар бөтәһе лә ҡаҙнанан түләнә. Күптәр һөнәри булмышы ҡушыуынан тыш шуның өсөн дә тырышып эшләй. Ләкин йәшерен-батырыны юҡ: дөйөм ағымда иҫәпкә бар, һанға юҡ белгестәр ҙә йөрөп ята бирә. Ҡайһы бер дәүләт ойошмаларында кемдер эшенә илке-һалҡы ҡарап, ваҡытын сәй эсеп йә үҙ йомошо менән йөрөп үткәрһә лә, уға ла шул хеҙмәт хаҡы гарантиялана.
Тик хәҙер дәүләт тә артыҡ сығымдарҙы кәметеү, эш һөҙөмтәлелеген күтәреү яғында. Шуға төрлө юлдар эҙләнә. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә үҙгәрештәр индерелә. Йыл аҙағынаса барлыҡ хәстәхана һәм дауаханаларҙың, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең, ә киләсәктә бала табыу йорттарының, ҡан биреү станцияларының да рейтингы пациент­тарының баһаһынан сығып билдәләнәсәк. Бының өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сайтында интерактив анкета һорауҙары бирелгән. Әлбиттә, һәр кем табиптың һөнәри кимәлен дөрөҫ баһалай ҙа белмәҫкә мөмкин, әммә медицина ярҙамы күрһәтеү шарттарынан ҡәнәғәт булыу-булмауын белдерә ала.
Хәҙер бит дауаханаларҙа кешегә ҡараш яҡшы яҡҡа үҙгәрә: теләһә ниндәй кәрәкле мәғлүмәтте алып була, табипҡа яҙылыу алымдары күп төрлө һәм кемгә нисек уңайлы, сират кәмей... Заманса дауалау ҡорамалдары һәм алымдары күбәйә бара... Биналар ҙа матурлап үҙгәртеп ҡорола, ремонтлана...
Ләкин бындай урынға сәфәр ҡылған пациенттарҙың һөҙөмтәлә барыбер ҡәнәғәт булмауы мөмкин. Сөнки белгес тәҡдим иткән дарыу-уколдар үтә ҡиммәт, етмәһә, тәҡдим ителгән дауалау ысулы әллә ни ярҙам да итмәй... Табип та башкөлләй ҡағыҙ тултырыуға сумған, ә алдында ултырған ауырыуҙың аһ-зарын иғтибарлап, ысын күңелдән тыңламаған кеүек... Юҡҡамы ни халыҡта “яҡшы һүҙ – йән аҙығы” тимәйҙәр. Ҡайһы саҡ һәйбәт мөғәмәлә лә мөғжизә тыуҙыра. Шулай булғас, дауалау учреждениеһында һиңә шәхсән мөнәсәбәт тә мөһим әһәмиәткә эйә.
Табиптың дәртләндереп, киләсәккә яҡты өмөт уятып сығарып ебәргәненән үҙегеҙ ҙә күп тапҡыр еңеллек тойғанығыҙ барҙыр. Тимәк, был яңы алым үҙенсә белгестең психологик ярҙам күрһәтә белеүен дә баһалаясаҡ. Ә һаулыҡ һаҡлауҙа был бик мөһим. Хәтергә төшөрөгөҙ, медицинала “плацебо” тигән термин бар. Йәғни сирлегә “бына һинең ауырыуыңдан дарыу” тип ҡаптырған витамин төймәһенән дә кешенең үҙенең ысынлап йүнәлгәнен тойоу ихтималы ул.
Әлегә “халыҡ баһаһы” сәләмәтлек учреждениеларын финанслауға туранан-тура булышлыҡ итмәй. Әммә рейтингы түбән дауахананы бигүк һайлап та бармаҫтары көн кеүек асыҡ. Был уның етәкселегенең абруйын да күтәрмәҫ. Тимәк, барыбер эште яҡшыраҡ ойош­тороуға ынтылыш булыр тип ышаныла.
Ә Иваново өлкәһендә көтөп торма­ғандар, хеҙмәт хаҡын түләүҙең ошо ысулына күскәндәр ҙә инде. Төбәктең дауалау учреждениелары баш табиптарының килеме пациенттарҙың ҡәнәғәт булыу-булмауына туранан-тура бәйле хәҙер. Бер генә дөрөҫ тип табылған ялыу ҙа етәкселекте 20 мең һум күләмендәге квартал премияһынан мәхрүм итә икән. Һөҙөмтәлә баш табиптарҙың өстән беренең хеҙмәт хаҡы кәмегән дә инде. Айына 200-250 дәғүә белдерелеүен иҫәпкә алғанда, Иваново табиптарына бик ныҡ тырышырға тура киләлер. Шуныһы мөһим: һуңғы арала ялыуҙар һаны 10 процентҡа кәмегән. Тимәк, кеше мәнфәғәтен күҙәтеүҙә яҡшы яҡҡа үҙгәреш бар.
Бындай алымдарҙың йәшәйешебеҙҙең башҡа өлкәләрендә лә индерелеүе мөмкин. Һәр бер һөнәр эйәһе бүтән берәүҙе хеҙмәтләндерә. Яҡшымы, бигүк яҡшы түгелме... Ә хеҙмәт хаҡы клиенттың ҡәнәғәт булыуы-булмауына бәйле булһа, эштең сифаты ла бермә-бер артасағы көн кеүек асыҡ. Был инде дөйөм иҡтисад торошона ла тәьҫир итмәй ҡалмаҫ, моғайын. Ул Генри Форд заводы кеүек сәғәт теүәллегендә эшләһә, берәй мәл көрсөктән дә сығырбыҙ...



Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә