Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Киләсәктә президент сыҡмаҫ тимә…
Киләсәктә президент сыҡмаҫ тимә… Әлфиә Хабаева сатраш уйыны менән бәләкәй сағынан ҡыҙыҡһына. Башҡа ҡыҙҙар ҡурсаҡ уйнап кинәнгән мәлдә уның ҡулынан шахмат һындары төшмәй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Әлфиә Тимерйән ҡыҙы был шөғөлөнә әле лә тоғро. Улай ғына ла түгел, һөнәренә йәш быуынды ла ҡыҙыҡтыра.

Ул 20 йылдан ашыу ғүмерен кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә арнаған, педагогия училище­һын тамамлағас та 62-се балалар баҡсаһында эш башлай һәм бөгөн дә шунда. Хеҙмәттәштәре Әлфиә Тимерйән ҡыҙын профессиональ белгес булараҡ белһә, ата-әсәләр балаларын шундай изге йәнле кеше тәрбиәләгәненә ҡыуанып бөтә алмай.
Шахмат түңәрәге был баҡсала бер нисә йыл эшләп килә. Шуныһы ҡыуаныслы: кескәйҙәр бушлай сатраш уйнарға өйрәнә. Әйтергә кәрәк, уңыштар ҙа етерлек. Мәҫәлән, Нияз Нәзиров былтыр ҡалала тиҫтерҙәре араһында икенсе урынды яулаған. Ғөмүмән, шахмат күп кенә малай-ҡыҙҙарҙы ылыҡтыра икән.
– Минең бәләкәй чемпиондарым, – тип маҡтай уларҙы тәрбиәселәре. Шулай дәртләндереп торғанда нисек уйнағы килмәһен дә нисек еңеү теләге уянмаһын! Еңеү тигәндән, Әлфиә Хабаева быйыл үҙе лә чемпион булған – ҡала педагогтары араһында шахмат буйынса беренсе урынды яулаған.
Ҡаланың 62-се балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе рухи яҡтан үҫтереүгә, аң кимәлен арттырыуға ҙур иғтибар бирелә. Белгестәр фекеренсә, шахмат уйынына сумғанда баш мейеһенең ике яғы ла эшләй. Тимәк, бала киләсәктә теүәл фәндәр буйынса ла, ижади яҡтан да берҙәй уңышлы үҫешә ала. Бала сағында шахмат менән мауығыусылар киләсәктә йыш ҡына етәкселек вазифаһына дәғүә итә, тип тә белдерәләр. Кем белә, бәлки, был малайҙарҙан да президент сығыр.






Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә